Академический словарь башкирского языка. Том VIII. Страница 519


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТУҘАЯҠ
туғайҙағы ҙураттарға ултыртылған, ҡырлыҡҡа баҫылған ашлыҡтарҙың көлтәләрен осороп төшөрә һәм туҙаҡайын туҙҙырып боларта. Ж. Кейекбаев. Аласабыр туҙаҡайын туҙҙырып, сәсрәтеп сығып киткән, кем, артынан саңдар ғына уйнап ҡалған. Әкиәттән.
2. кусм. Ныҡ әрләшеү, әрләү. □ Сильно ругать. Атайың белеп ҡалһа, туҙаҡайыңды туҙҙырыр. ■ Ҡайным ағайыңдың туҙаҡайын ғына туҙҙыра, ти. Һ. Дәүләтшина.
ТУҘАН (Р: пыль; И.: dust; T.: toz) и.
Бик ваҡ онтаҡ рәүешендәге бысраҡ; саң.
□ Пыль. / Пыльный. Туҙан бөртөгө. Туҙан кутәреу. Туҙан йотоу. Туҙанды һөртөу. ■ Һауа туҙандан таҙарынды, һулыш алыуы ла иркенәйә төштө. Ғ. Аллаяров. Урамда ҡоро ел иҫә, бер аҙ туҙан да кутәрелгән, курәһең, яңы ғына арбалар уҙып киткәндер. С. Агиш. Туҙһа ла юлдың туҙаны, кирза итек туҙамы? Ә. Атнабаев. Таштимер машинаһының капотын асты, двигателде туҙан һырыған, янына яҡын барырлыҡ тугел. Д. Бүләков. Артабан тағы ниҙер әйтеп, икәу араһындағы мөнәсәбәтте ҡатмарлаштырыуҙан ҡурҡҡан Мәликә, туҙан һөртә торған сепрәген эләктереп, турьяҡҡа атланы. Т. Ғарипова.
♦ Туҙандайҙы тубалдай итеп һөйләү арттырып һөйләү. □ соотв. Делать из мухи слона. Туҙандайҙы тубалдай итеп һөйләп йөрөйһөң инде шунда. Туҙан туҙҙырыу та-лаш-тауыш ҡуптарыу. □ Ссориться, браниться. Туҙанын ҡағыу аҡылға ултыртыу.
□ Выбить дурь из кого-л.
ТУҘАН БАҪЫУ (туҙан баҫ-) (Р.: запылиться; И.: cover with dust; T.: tozlanmak) ҡ.
Нимәнелер туҙан, саң ҡаплау. □ Запылиться, покрыться пылью. Тәҙрә төптәрен туҙан баҫҡан. Өйҙә кеше тормаһа, туҙан баҫыуын кур ҙә тор.
ТУҘАН БӨРТӨГӨ (Р: пылинка; И.: mote; T.: toz tanesi) и.
Бысраҡтың, саңдың бер төрлө ваҡ өлөшсәләре берәмеге. □ Пылинка, прах. Туҙан бөртөгөнә әйләнеу. Туҙан бөртөктәренән туҙан бураны барлыҡҡа килеу.
♦ Туҙан бөртөгө ҡәҙәр (йәки саҡлы, тиклем) бәләкәс кенә булһа ла. □ Ни чу
точки, ни пылинки. Туҙан бөртөгө ҡәҙәр ҙә ғәйебе юҡ.
ТУҘАНЛАНЫУ (туҙанлан-) (Р: пылиться; И.: be, get dusty; T.: tozlanmak) ҡ.
Туҙан менән ҡапланыу; саңланыу. □ Пылиться, покрыться пылью. ■ Профессор тәҙрә төбөндә ҡалын бер пачка булып туҙанланып ятҡан ҡағыҙға иғтибар итте. Д. Бүләков. Автобус туҙанланып бөткән ҡалаға килеп ингәс, Йәмил уйҙарынан тертләп китте. Р. Байбулатов. Таушалып, туҙанланып бөткән костюм, өр-яңы велюр эшләпә һәм һарғылт мыйыҡ менән бакенбардтар уға бер мәҙәгерәк төҫ бирә. Р. Солтангәрәев.
ТУҘАНЛАУ (туҙанла-) (Р.: пылить; И.: be, get dusty; T.: tozlamak) ҡ.
Туҙан менән ҡаплау; саңлау. □ Пылить. Кейемде туҙанлау.
ТУҘАНЛЫ (Р: пыльный; И.: dusty; Т: tozlu) и.
Туҙан осоп торған, туҙаны булған. □ Пыльный, запылённый. Туҙанлы юл. ■ Ниндәй генә ир-егет һалдат хеҙмәтендә булмаған да, шатыр-шотор килеп, яман сайҡалыусы туҙанлы ҡыҙғылт вагондарҙа Рәсәй киңлектәрен гиҙмәгән! Д. Исламов. Ҡатындар ҙа, бер-бер артлы сығып, туҙанлы ҡулдарын ҡаҡҡылап, йәштәр менән курештеләр. М. Садиҡова. Ошо тынлыҡты тыңлап, туҙанлы баҫыу юлынан һалмаҡ ҡына атлап, ике кеше китеп бара. И. Абдуллин.
ТУҘАН-САҢ и. йыйн. ҡар. туҙан. ■ Куңелсәк хужа килеуенә шатланғандай, әлегәсә туҙан-саңға кумелеп ятҡан баян, скрипкалар, мандолиналар телгә килде. Яр. Вәлиев. Йәйәуле һалдаттар ана шул туҙан-саң болото эсендә кумелеп бара. С. Поварисов. Туҙан-саң баҫыла башлағас, малайҙар мәсеткә табан йугерҙе. Ф. Чаны-шева.
ТУҘАНСЫҠ (туҙансығы) и. ҡар. туҙан бөртөгө. ■ Донъя ҡоролмаһында Еребеҙ уның ҡайһылыр бер тәңгәлендә юғалып ҡалған туҙансыҡ ҡына. Д. Исламов.
ТУҘАЯҠ (туҙаяғы) (Р: туес; И.: birchbark box; T: huş kabuğundan yapılan kap) u.
519