Академический словарь башкирского языка. Том VIII. Страница 729


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

тәғлим
ТӘҒБИР ИТЕҮ (тәғбир ит-) (Р.: выразить что; И.: express, say; T.: tabir etmek) ҡ. иҫк.
1. Әйтеү, аңлатыу. □ Выразить что. ■ Минең күңелемдә һеҙгә мәғлүм булмаған бер мөхәббәт бар ки. Мин уны эҙ тип тәғбир итәм. М. Ғафури.
2. Юрау. □ Толковать, истолковывать, трактовать. Төштө тәғбир итеү.
ТӘҒБИР ҠЫЛЫУ (тәғбир ҡыл-) ҡ. иҫк. ҡар. тәғбир итеү. ■ Баланы эҙләп таба алманылар... Ахырҙа, йыртҡыс һәләк иткәндер, тип тәғбир ҡылдылар ҙа ҡуйҙылар. «Бабсаҡ менән Күсәк».
ТӘҒБИРНАМӘ [ғәр. j-û + фарс. Төш юрау китабы. □ Сонник. ■ Ә инде уҡый белгәндәре «Тәғбирнамә »не ҡарап, уның биттәрен керле ҡул менән йөнтәҫләп бөтәләр. Ғ. Хәйри.
ТӘҒЗИМ [ғәр. (Р: уважение; И.: respect; T.: tazim) и. иҫк. ҡар. хөрмәт.
Кемгәлер күрһәтелгән ҡәҙер. □ Уважение, почтение, почёт. Тәғзим менән ҡаршы алыу. ■ Маңлайҙарын ергә тейҙереп, тәғзим күрһәттеләр. Ғ. Ибраһимов. Урынымдан тороп, ҡаршы барып, тәғзим менән күрештем. М. Ғафури.
ТӘҒЗИМ ИТЕҮ (тәғзим ит-) (Р: оказывать уважение; И.: display respect; T.: tazim etmek) ҡ. иҫк. ҡар. ололау.
Хөрмәтләү. □ Оказывать уважение, почтение. ■ «Әллә ҡасан үлгән хәҙрәте Мәрйәмде тәғзим иткәнсе, бына ошо хәйәт мәнбәғе булған «...»де тәғзим итеү әллә нисә өлөш артыҡ», — тип уйлай инем. М. Ғафури.
ТӘҒЗИМ ҠЫЛЫУ (тәғзим ҡыл-) ҡ. иҫк. ҡар. тәғзим итеү. Тәғзим ҡылып сәләм биреү. ■ Бер йәш егет килеп туҡтаны. Туҡтаны ла, атынан төшөп, ханды тәғзим ҡылды. Ә. Таңғатаров. Элек уның һәр бер фарманы уҡылған ваҡытта честь биреп, тәғзим ҡылған батшаның тәхеттән төшөрөлөүе хаҡында ғына һүҙ бар [а]. М. Ғафури. Әмир ҙә, шағир ҙа баш эйеп тәғзим ҡылдылар. Ә. Хәкимов.
ТӘҒЗИМЛӘҮ (тәғзимлә-) (Р: проявлять уважение; И.: display respect; T.: tazim etmek) ҡ. иҫк.
Хөрмәтләү, ололау. □ Проявлять уважение, почтение. Тәғзимләп тороу. Тәғзимләп саҡырыу. Тәғзимләп өндәшеү.
ТӘҒЗИР [ғәр. (Р: приговор; И.: sentence; T: tazir) и. иҫк. ҡар. хөкөм.
Суд ҡарары. □ Приговор. ■ Ғәскәри бай: «Бына ҡылыс — һеҙгә, баш — минән, сабығыҙ», — тип, тәғзир менән килде. Әкиәттән.
ТӘҒЗИӘ [ғәр. (Р: соболезнование; И.: condolence; consolation; T: taziye) и. иҫк. ҡар. матәм.
Кемдеңдер үлеүенә ҡарата белдерелгән ҡайғы. □ Соболезнование. Тәғзиә белдереү.
■ Тирә-яғымдағы бөтә нәмәләр мине ҡыҙғаналар, Ләйлә өсөн мине тәғзиә иткән кеүек булалар ине. М. Ғафури.
ТӘҒЗИӘ ҠЫЛЫУ (тәғзиә ҡыл-) (Р: выражать соболезнование; И.: express condolences; T: taziyetlerini bildirmek) ҡ. иҫк.
Ҡайғы уртаҡлашыу. □ Выражать соболезнование. Тәғзиә ҡылырға килгәндәр.
ТӘҒЗИӘНАМӘ [ғәр. и. иҫк.
кит. ҡар. некролог. Тәғзиәнамә яҙыу. Тәғ-зиәнамәне баҫтырып сығарыу. Тәғзиәнамәне уҡыу.
ТӘҒКИП (тәғкибе) [ғәр. ч-у**2] (Р: преследование; И.: persecution; T: takip) и. иҫк. кит.
Кемдеңдер эҙәрлекләүе, күҙәтеүе. □ Преследование. Тәғкибенән ялҡыу.
ТӘҒКИП ИТЕҮ (тәғҡип ит-) (Р: преследовать; И.: persecute; T: takip etmek) ҡ. иҫк.
Эҙәрлекләү, күҙәтеү. □ Преследовать.
■ 1912 йылды кемдәрҙеңдер доносы буйынса мине тәғҡип итеу башланды. М. Ғафури.
ТӘҒЛИМ [ғәр. (Р: учение; И.: teaching; T.: talim) и. иҫк. кит.
1. Уҡытыуға, белем биреүгә бәйле эш. □ Учение, обучение. Тәғлим мәсьәләһе. ■ Нәфисә үҙе лә революцияға тиклем мәҙрәсәи Мөғәллимәлә һәм революциянан һуң да тәғ
729