ТӘҒЛИМ ҒӨМҮМИ
лим тәрбиә курстарында уҡып йөрөгән. С. Агиш.
2. Белем, ғилем. □ Знание. ■ Йәшлек ваҡыты, туғандар, бик ҡәҙерле; әҙәп, тәғлим ал, булам тиһәң һәнәрле. С. Яҡшығолов. Кешеләрҙең асыл фитраттарында бер-береһенә ярҙам-шәфҡәт итмәк булһа ла, был фитрат тәрбиә вә тәғлим арҡаһында арталыр. М. Ғафури.
ТӘҒЛИМ ҒӨМҮМИ [ғәр.
(Р.: общее образование; И.: general education; T.: genel eğitim) и. иҫк.
Дөйөм белем. □ Общее образование. / Общеобразовательный. Тәғлим ғөмуми мәктәп. Тәғлим ғөмуми белем.
ТӘҒЛИМ ИТЕҮ (тәғлим ит-) (Р: обучать; И.: instruct, teach; T.: talim etmek) ҡ. иҫк. ҡар. уҡытыу.
Өйрәтеү. □ Обучать, наставлять. Я Итәм тәғлим шул йортта шул ауылдың балаларын ҡыш буйы. Ш. Тулвинский. Мин ҡулымда бар ҡәҙәр мәғлүмәтем менән уҙ милләтемдең балаларын тәрбиәләргә һәм тәғлим, итергә әҙер инем. М. Ғафури.
ТӘҒЛИМӘТ [ғәр. oLukj] (Р: учение; И.: teaching; doctrine; T.: talimat) и.
1. Фәнни мәғлүмәт йыйымы, ғилми фекер. □ Учение. Я Һәр тәғлимәт уҙгәрергә тейеш, уҙгәрмәһә, ул бит йәшәмәй. Р. Ғарипов. Ислам дине тәғлимәттәре менән бер рәттән туған һәм рус телен, тарих, математика, география кеуек фәндәрҙе уҡытыуҙы талап итеусе аҙ һанлы шәкерттәрҙең сығышы ла Мифтахетдин Аҡмулланы тетрәтте. Я. Хамматов. Үҙенең талиптарын ул [Тәбдессәләм] ҙур ғалимдарҙың тәғлимәттәре менән таныштырҙы, урта шәреҡтең бөйөк әһеле Олуғ-бәктең асыштарын, Әбуғәлисинәнең улемһеҙ ҡанундарын өйрәтте. Ғ. Ибраһимов.
2. Рәсми күрһәтмә; директива. □ Указания, инструкция, директива. Тәғлимәт биреу. Я Урман урсетеу тейешлеге тураһындағы тәғлимәт бирелде. Ғ. Ғисмәти.
ТӘҒМИР [ғәр. j^*jJ (Р: создание; И.: creation, formation; T: tamir) и. иҫк.
1. Нимәнеңдер эш ителеүе, төҙөлөүе. □ Создание, выполнение. Һарай тәғмире.
2. Боҙолған нәмәнең төҙәтелеүе, яңыр-тылыуы. □ Реконструкция, восстановление, ремонт. Мәҙрәсә тәғмирҙә.
ТӘҒМИР ИТЕҮ (тәғмир ит-) (Р: создавать; И.: create; T.: tamir etmek) ҡ. иҫк. ҡар. башҡарыу 1,1.
1. Эшләү. □ Создавать, выполнять. Я Ер эшен тәғмир итер өсөн төрлө-төрлө машина, складтары һалынмыш һәр бер урам башына. С. Яҡшығолов.
2. Төҙәтеү, яҡшыртыу. □ Налаживать, улучшать, ремонтировать. Эштәрҙе тәғмир итеу.
ТӘҒМИР ҠЫЛЫУ (тәғмир ҡыл ) ҡ. ҡар. тәғмир итеү. Тәғмир ҡылырға тейеш. Тәғмир ҡылырға мөмкин.
ТӘҒРИЗ [ғәр. (Р: намёк; И.: hint; T: tariz) и. иҫк. ҡар. кинәйә.
һүҙҙең кинәйәләп, ситләтеп әйтелеүе; ситләтеп әйтелгән һүҙ. □ Намёк, иносказание. Тәғриз менән әйтеу. Н Ул [Ғабдулла] бөйөк уй, нескә хис, тәғриздәргә бик бай, тимен. Ш. Бабич. Әммә уға [Ли Боға] ҙур хөрмәт менән ҡараған [шағир] батшаның вафатынан һуң тәхеткә ултырған хөкөмдар Ли Боның уткер тәғриздәрен уҙенә ала. Ә. Хәкимов.
ТӘҒРИФ [ғәр. ^j*j] (Р: ознакомление; И.: explanation; T: tarif) и. иҫк.
1. Эш-хәлдең, күренештең аңлатып бирелеше. □ Ознакомление, объяснение. Я һеҙҙе күргәс, шул ҡәҙәр шатландыҡ, тәғриф мөмкин тугел. М. Фәйзи.
2. Аңлатма, төшөнсә. □ Определение. Тәғриф биреу. Я Алмашҡа тәғрифте функциональ уҙенсәлегенән сығып бирәбеҙ. Н. Ишбулатов.
ТӘҒРИФ ИТЕҮ (тәғриф ит-) (Р: ознакомить кого с чем', И.: acquaint (with); T.: tarif etmek) ҡ. иҫк.
Аңлатып биреү, таныштырыу. □ Ознакомить кого с чем; описать. Я Һөйгән кеше янынан айырылған ваҡытта күңелемдә тәғриф итеүе ситен булған бер хәл ваҡиғ булды. М. Ғафури.
ТӘҒРИФ ҠЫЛЫУ (тәғриф ҡыл ) ҡ. ҡар. тәғриф итеү. Я Хәҙер куп яҙып торорға, хиссиәтемде тәғриф ҡылып маташырға лө-
730