Академический словарь башкирского языка. Том VIII. Страница 731


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТӘҒӘЙЕНЛӘҮ
зум курмәймен. М. Ғафури. Байрамбикә .. уны [Ҡормошто] зарарһыҙ кеше тип тәғриф ҡылғайны. Ш. Шәһәр.
ТӘҒРИФЛӘҮ (тәғрифлә-) (Р.: ознакомить кого с чем; И.: acuaint smb with smth; T.: tarif etmek) ҡ. иҫк. ҡар. аңлатыу.
Тәғриф итеү. □ Ознакомить кого с чем, объяснять; описать. Яҡшы тәғрифләу. Тәғрифләп биреу. Тәғрифләй башлау.
ТӘҒӘЙЕН I [ғәр. (Р.: предназначенный; И.: destinied; appointed; T: tayin) с.
Кем йәки нимәлер өсөн төбәп билдәләнгән, алдан билдәләп ҡуйылған. □ Предназначенный, определённый для чего. Тәғәйен урын. Тәғәйен эш. ■ Ауылда береһенең дә тәғәйен генә сабынлығы юҡ хәҙер, шуға курә һәр кем һис юғы уҙенең былтыр сапҡан төйәгенән ҡолаҡ ҡаҡмаҫҡа тырыша. Ә. Әминев. Батыр, уң ҡулына таҫтамал тотҡан көйгә, дурт тарафҡа ла баш эйҙе һәм еңеусегә тәғәйен һарыҡ тәкәһен бауҙан сисеп алды. Ғ. Хисамов.
ТӘҒӘЙЕН II [ғәр. (Р: ясно; И.: clearly; T.: tam) р.
Билдәле, асыҡ. □ Ясно, чётко, определённо. Тәғәйен генә белмәйем. ■ Купме баш ватмаһын, тәғәйен генә фекергә килә алманы Зөфәр. Ә. Хәкимов. Батыршаны нисек тә осратып һөйләшергә, ғәйнә башҡорттарының, мишәрҙәрҙең ҡасан кутәрелергә ниәтләуен тәғәйен белергә, килешергә кәрәк. Ғ. Хөсәйенов. Уҡытыусы тәғәйен генә тотоп һорамаһа, ҡул кутәреп, белдеклелек курһәтмәне [Сөмбөл]. С. Поварисов.
ТӘҒӘЙЕН ИТЕҮ (тәғәйен ит-) (Р: назначать; И.: appoint; T: tayin etmek) ҡ.
Төбәп билдәләү, алдан билдәләү. □ Назначать, определять. ■ Минең ҡайһы хәлфәнән уҡыуымды хәҙрәт уҙе тәғәйен итергә тейеш булғанға курә, уның килгәнен көтә инем. М. Ғафури.
ТӘҒӘЙЕН ҠЫЛЫУ (тәғәйен ҡыл ) ҡ. ҡар. тәғәйен итеү. ■ һәр нәмәнән элек ваҡытты тәғәйен ҡылырға кәрәк ине. И. На-сыри.
ТӘҒӘЙЕНЛЕ (Р: предназначенный; И.: appointed; meant; T: tayinli) с.
Төбәп ҡуйылған, билдәләнгән, тәғәйенләнгән. □ Предназначенный, определённый, установленный. Тәғәйенле мал. Эшкә тәғәйенле кеше. ■ Тотҡондар, тындарын ҡыҫып, уҙҙәренә тәғәйенле йәҙрәләрҙең стенаны буҫеп инеуен көттөләр, ҡурҡып көттөләр, һағынып көттөләр, хатта бығау сылтыратмай ултырыу туҙеп торғоһоҙ була башланы, кемдер ҡысҡырып ебәрҙе. Б. Рафиҡов.
ТӘҒӘЙЕНЛӘМӘ (Р.: назначение; И.: appointment; T: tayin) и. иҫк. кит.
Ҡайҙа йәки нимәгәлер төбәп ебәргәнде күрһәткән яҙыу, документ. □ Назначение, предписание. ■ [Вәлиулла Стәрлетамаҡҡа] эшкә тәғәйенләмә алырға, шул ыңғайҙан етәкселәр менән курешеп танышырға .. тип килә. Ф. Иҫәнғолов.
ТӘҒӘЙЕНЛӘНЕҮ (тәғәйенлән-) ҡ. төш. ҡар. тәғәйенләү, страд, от тәғәйенләү. Тәғәйенләнгән кеше. Тәғәйенләнгән ваҡыт. ■ Таң атыуға тәғәйенләнгән ергә барып еттек. Ғ. Аллаяров. [Сергей:] Донъяға кеше тыуһа, минеңсә, уға тәғәйенләнеп, икенсе берәу ҙә тыуа. Тик уны нисек осратырға? А. Абдуллин. Шулай итеп, Сәйф Сарай диванда дин эштәре идараһын етәкләусе мөфтиҙең баш сәркәтибе вазифаһына тәғәйенләнде. Ә. Хәкимов. Шәриф, тәғәйенләнгән ваҡытҡа барыу өсөн, иртәрәк торҙо. Ғ. Хәйри.
ТӘҒӘЙЕНЛӘНЕШ (Р.: предназначение; И.: destiny; T: tahsis) и.
1. Яҙмыш тарафынан яҙылған булмыш. □ Предназначение, призвание. ■ Һәр кемдең, һәр нәмәнең уҙ тәғәйенләнеше бар, шул инде донъялағы тәртиптең нигеҙе. Б. Рафиҡов.
2. Нимәләлер махсус ҡулланылыш. □ Назначение. ■ Йәйләугә сыҡҡас, Мәҙинә һауынсыларҙан дарыу уләндәрен дә купләп йыйҙыра, хатта уларҙың тәғәйенләнеше буйынса имтихан да ала. Т. Ғарипова.
ТӘҒӘЙЕНЛӘҮ (тәғәйенлә-) (Р: назначать кем; И.: appoint as; T: tayin etmek) ҡ.
1. Билдәле бер эшкә, урынға төбәп билдәләү, тәғәйен итеү. □ Назначать кем. // Назначение. Эшкә тәғәйенләу. Бригадир итеп
731