ТӘҒӘЙЕН МАЛ
тәғәйенләу. К Комсомол комитеты секретары итеп техник-конструктор Рая Буя-ненконы тәғәйенләгәндәр. И. Абдуллин. Ураҡ өҫтөндә бригадир Әкрәмде кәбән ҡойоу эшенә тәғәйенләне. Ә. Вәли. Йәш белгестәрҙе эшкә тәғәйенләу комиссияһының председателе шул уҡ Алпаров ине. Яр. Вәлиев.
2. Кем йәки нимәлер өсөн алдан билдәләү, атап ҡуйыу. □ Определять, устанавливать что. Тәғәйенләп ҡуйыу. Эшселәргә эш хаҡы тәғәйенләу. Бесән ташырға машина тәғәйенләу. ■ [Баяр ҡыҙға] бер эйәрле ат та тәғәйенләп ҡуйған. М. Тажи. Кавалерияла иң тантаналы куренеш — ат тәғәйенләу башлана. Р. Өмөтбаев. [Аҙнаев:] Бесән килтереугә тәғәйенләгән атты бирмәгән өсөн упкәләнеңме әллә, Өрҡиә? Н. Мусин.
3. Урынын, ваҡытын алдан билдәләү, күрһәтеү. □ Определять, устанавливать что. Тәғәйенләп бөтөу. Тәғәйенләп тороу. Эш урынын тәғәйенләу. Осрашыу урыны-нын тәғәйенләу. ■ Тәғәйенләгән сәғәткә ҡайтманығыҙ. С. Ҡудаш.
ТӘҒӘЙЕН МАЛ (Р: предназначенный кому-л. или для какого-л. события скот; И.: earmarked cattle; T: tayin mal) и. этн.
Кемгәлер йәки ниндәйҙер ваҡиғаға тәғәйенләнгән мал. □ Предназначенный кому-л. или для какого-л. события скот. Тәғәйен малды айырым кәртәлә тоттолар.
ТӘҒӘЙЕР [ғәр. и. иҫк. ҡар. үҙгәреш. Тәғәйер әхуәл. Тәғәйер куҙәтелмәй.
ТӘҒӘЙЕРЛӘНЕҮ (тәғәйерлән-) (Р: изменяться; И.: change; T: değişmek) ҡ. иҫк. кит.
1. Үҙгәреү. □ Изменяться. Кейеме тәғә-йерләнгән. Тәғәйерләнеп киткән. Тәғәйерлән-гән кеше.
2. Көйәләнеү. □ Переживать. Тәғәйерләнеп китеу. Юҡ-бар һуҙгә тәғәйерләнеп китәһең дә бараһың.
ТӘҒӘЛАЛЛА [ғәр. (Р: Всевышний; И.: Lord, Allmighty; T.: Tealallah) и. дини.
(баш хәреф менән) Аллаһы Тәғәлә. □ Всевышний, Бог. ■ Зиһенемде рәушан әйләп, бәхетле ҡыл, Тәғәлалла. Мөнәжәттән. Нәжәт бирһен Тәғәлалла. Ж. Кейекбаев.
ТӘҒӘЛӘ [ғәр. сД*2] (Р: Всевышний; И.: the Most High; T: Teala) с. дини.
(баш хәреф менән) Бөйөк (Алланы ололау һуҙе). □ Всевышний (один из эпитетов Бога). Аллаһы Тәғәлә. Хоҙай Тәғәлә. Хаҡ Тәғәлә. ■ Бәндәләрем антҡа килһәләр, мин дә гөнаһтарын ярлыҡармын, тигән Хаҡ Тәғәлә. Р. Ғабдрахманов. Карап торһаң, ғәжәптәр итерһең: шул тиклем бай ҙа, матур ҙа итеп яралтҡан бит Хоҙай Тәғәлә был донъяны! Н. Мусин.
ТӘҒӘМ I [ғәр. (Р: пища; И.: food; T: taam) и. иҫк. ҡар. ашамлыҡ.
Аҙыҡ, ризыҡ. □ Пища, продукты питания, еда. Тәғәм ҡабыу. Тәғәм ейеу. ■ Кырҡ йыл эшләнем, бер ҡабым хәрәм тәғәм еймәнем, кеше хаҡына теймәнем. Ш. Шәһәр. Шунан Миһр Нарси Тосамды тәғәм ейергә саҡырҙы. Б. Рафиҡов. Табынға затлы-татлы тәғәмдәр ҡуйылып, шарап ҡойоулы көмөш ҡәдәх ҡулдан ҡулға кусә башлағас, егеттәрҙең теле асылып, тауыштары көрәйеп, әңгәмә уғата ҡыҙып китте. Ә. Хәкимов.
ТӘҒӘМ II (Р: порционный; на один приём (о пище, еде); И.: helping; T: taam) с.
Бер ҡабырлыҡ, бер ҡабым (аҙыҡҡа ҡарата). □ Порционный; на один приём (о пище, еде). Тәғәм ризыҡ. ■ Марина .. уҙенең дә бөгөн иртәнән бирле тәғәм дә ризыҡ алмаған булыуын иҫенә төшөрҙө. М. Хәйҙәров. Хә-сәндең бер тәғәм нәмә ҡапҡыһы килмәй ине. Ф. Әсәнов. Аҡтауға ҡайтып йығылғанда, Нәфисәнең тоҡсайында сепрәккә төйнәлгән бер ус тоҙҙан башҡа тәғәм ризыҡ юҡ ине. Ш. Янбаев.
ТӘҒӘМ ИТЕҮ (тәғәм ит-) (Р: кушать, есть; И.: eat; T: taam etmek) ҡ.
Ашау. □ Кушать, есть. Тәғәм итеп алыу. Тәғәм итеп ултырыу. Юлға сығыр алдынан тәғәм итеп алыу.
ТӘҒӘМХАНА [ғәр. LU + (Р.: заку-
сочная; И.: bistro; Т: bistro) и.
Ҡапҡылап алыу урыны, бәләкәй кафе, ҡабымхана; бистро. □ Закусочная, бистро. Тәғәмханаға инеп сығыу. ■ Эргәләге тә-ғәмхананан тәмле итеп ҡәһуә еҫе аңҡый. Г. Ғиззәтуллина.
732