Академический словарь башкирского языка. Том VIII. Страница 733


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТӘҘРӘ
ТӘҒӘНӘ [ғәр. AixL] (Р.: унижение; И.: disgrace; T.: teanni) и. иҫк. ҡар. хурлыҡ.
Оят, шик. □ Унижение, позор, сомнение. Тәғәнә куреу. М Балам, ялҡау булыуҙарың ата-әсәңә тәғәнә. Халыҡ йырынан. Тәғәнә уятырҙай кешеләр йә кире бороп ебәрелә, йә хатта яуапҡа тарттырыла. Ә. Хәкимов.
ТӘҒӘНӘЛЕ (Р.: сомнительный; И.: suspicious; T.: şüpheli) с. иҫк. ҡар. шикле.
Шик тыуҙырған. □ Сомнительный. ■ Суфый алан-йолан ҡарана. .. Бик тәғәнәле кеуек. Ғ. Ибраһимов.
ТӘҒӘНӘҺЕҘ р. иҫк. ҡар. шикһеҙ. Шулай булыуы тәғәнәһеҙ.
ТӘҒӘССӨБ [ғәр. ı.ıLcMu] (Р: фанатизм; И.: fanaticism; T.: taassup) и. иҫк. кит.
Нимәгәлер аңһыҙ рәүештә мөкиббән бирелгәнлек; фанатизм. □ Фанатизм, пристрастие, рвение. Дини тәғәссөб. ■ «Илаһи, был тәғәссөб һөрөмөнән ҡасан ҡотолорбоҙ икән беҙ», — ти Сәғит. Ғ. Ғүмәр.
ТӘДБИР [ғәр. j^] (Р: мера; И.: measure; T.: tedbir) и. иҫк. ҡар. сара.
Билдәле бер маҡсатта башҡарылған эш. □ Мера, средство. Тәдбир куреу. ■ [Богданов:] Фронтта ни барын, Ваҡытлы хөкумәттең тәдбирҙәрен .. асыҡ итеп һөйләп бирмәй булмай. И. Насыри. Ғаҡыл вә тәжрибә, фекер вә тәдбир илә айыуҙарҙы бейетмәк, уҫалдарҙы мәсхәр итеп теләгәнсә йөрөтмәк, туғрыһы, инсан ғажиз ҡалырлыҡ эштәрҙе ҡылмаҡ мөмкиндер. М. Ғафури.
ТӘДБИР ИТЕҮ (тәдбир ит ) (Р: при нимать меры; И.: take measures; T.: tedbir almak) ҡ.
Тейешле сараһын күреү, нимәгәлер ирешер өсөн билдәле эш башҡарыу. □ Принимать меры. Тәдбир итергә кәрәк. Етәксенең бурысы — ваҡытында тәдбир итеу.
ТӘДБИР ҠЫЛЫУ (тәдбир ҡыл-) ҡ. ҡар. тәдбир итеү. ■ Конторҙа низам буйынса тейешле тәдбирҙәрҙе ҡылғас, [Ғәлимгә] төрмә кейемдәре кейҙерә башланылар. К. Туйкин.
ТӘДҠИҠ [ғәр. ЗА*5] (Р: тщательная проверка; И.: thorough checking; T.: tedkik) и. иҫк.
Ентекләп тикшереү. □ Тщательная проверка. Тәдҡиҡ уткәрергә кәрәк.
ТӘДРИЖ [ғәр. ФО*’] (Р: эволюция; И.: evolution; T: tedriç) и. иҫк. кит.
Нимәнеңдер үҫеш кисереүе, алға барыуы.
□ Эволюция, рост. Тәдрижде тикшереу. Тәдриж ҡанундары.
ТӘДӘННИ [ғәр. (Р: регресс; И.: regress; T.: tedenni) и. иҫк. кит.
Ниҙеңдер үҫеш кисермәй туҡталып ҡалыуы йәки түбән төшөүе. □ Регресс, застой. ■ Донъяла һәр милләттең әхуәлдәре алмашыныр, гаһ ваҡыт итеп тәрәҡҡи, гаһ тәдән-ниҙә улыр. С. Яҡшығолов.
ТӘҘРӘ [фарсы. ‘бәләкәй ишек’] (Р: окно; И.: window; T.: pencere) и.
1. Яҡтылыҡ төшһөн, һауа инһен өсөн ҡоролма стенаһына эшләнгән уйым һәм шул уйымға ҡуйылған рамлы быяла. □ Окно, окошко. / Оконный. Асмалы тәҙрә. Пластик тәҙрәләр. Вагон тәҙрәһе. Тәҙрә башы. Тәҙрә быялаһы. Тәҙрә өлгөһө. Тәҙрә яңағы. Тәҙрә төбө. Тәҙрә уйыу. И Урам яҡ тәҙрә ҡапҡастары ябыҡ булғанлыҡтан, өй эсе ҡараңғы ғына ине. Д. Исламов. Зәки өйөн һипләне, селтәрле тәҙрәле киң, оҙон терраса эшләне, бөтә оҫталығын һәм мөхәббәтен һалып, иҫ китерлек нескә һәм серле һырҙар-сигеуҙәр менән рус ҡапҡаһы яһаны. И. Абдуллин. Иртәнсәк Закир бабай тәҙрәне асып ҡуйғайны, уның тупһаһына, ем һорап, бер кугәрсен ҡунды ла, башын әле тегеләй, әле былай борғолап, ҡарана башланы. Р. Байбулатов.
2. диал. Кәбән эсенә ҡуйылған таған.
□ Стожары (шесты внутри стога). Тәҙрә ҡуйыу.
3. миф. Донъя сиген белдергән мифлаш-тырылған предмет. □ Окно (граница между освоенным и чужим мирами). ■ Тәҙрә йорттоң сиген белдерә. Ҡояш байығас, ауырыу, ҡара көстәр ҡарамаһын, өй тыныс булһын өсөн тәҙрәләрҙе ябып, ҡорған менән ҡороп ҡуйырға кәрәк. Р. һаҙыева. Төндә тәҙрәгә ҡарарға ярамай. Яман төртөр. «Башҡорт мифологияһы»нан. Башҡорттарҙа тәҙрә аша бала һатып алыу йолаһы бар. Экспедиция материалдарынан.
733