ТӘПЕЙ
4. диал. Атыу ҡоралының сирткесте ыс-ҡындыра торған ырғаҡ рәүешендәге өлөшө; тәте. □ Курок. Мылтығының тәпеһенә баҫты.
5. диал. Ҡайһы бер ҡорал-ҡорамалдың тырнай, һыҙыра торған киртләсле өлөшө; тырнаҡ. □ Зубья. Культиватор тәпеһе. Бесән йыйғыс тәпеһе.
6. диал. Ат дағалау станогының аттың аяғын күтәреп бәйләп ҡуя торған өлөшө. □ Часть станка для ковки лошади.
ТӘПЕЙ I (Р.: лапа; И.: paw; T.: pençe) и. диал.
1. Ҡоштарҙың һәм тырнаҡлы йәнлектәрҙең аяғы. □ Лапа, лапка. Тауыҡ тәпейе.
2. Кешенең баҫып йөрөү өсөн хеҙмәт иткән ағзаһы, аяҡ. □ Нога, ножка. Тәпейҙе йыуыу. Ысыҡта тәпей сыланыу. ■ Бала оҙаҡ атламай ултырһа, ҡоштар килгәндә: «Тәпей килтер ҡыҙыма (улыма)», — тип тәпей һорайһың. «Башҡорт мифологияһы»нан.
3. Бер осон ҡуша төйөп, икенсеһен һалындырып ҡуйған биҙәүес; суҡ. □ Кисть, бахрома. Тәпей бәйләү. Ептән матур итеп тәпей ҡуйыу. Үреп тәпей эшләү.
♦ Тәпей табыу атлай башлау (балаға ҡарата). □ Начинать ходить (о ребёнке). Улым тәпей тапты.
ТӘПЕЙ II (Р.: словоохотливый; И.: talkative; T.: konuşkan) с. диал.
1. Һүҙгә оҫта, һүҙгә үткер; телдәр. □ Словоохотливый, разговорчивый. Тәпей әҙәм. Тәпей ҡатын.
2. Яйлап, күңел биреп эшләүсән; бөтмөр. П Аккуратный. Тәпей ир. Бигерәк тәпей кеше. В Тәпей Заһир һарайҙай өйөндә әсәһе менән икәүҙән-икәү генә йәшәй. Л. Якшыбаева.
ТӘПЕЙЛӘҮ (тәпейлә-) (Р: работать тщательно; И.: work thoroughly; T.: özenle çalışmak) ҡ. һөйл. ҡар. тәпсирләү.
1. Урын-еренә еткереп эшләү. □ Работать тщательно, аккуратно. Тәпейләп буяу. Тәпейләп эшләү. Тәпейләп йыйыштырыу. ■ Кәбир түмәрҙәрҙе тауҙай итеп ярҙы ла лапаҫ стенаһы буйына тигеҙләп, тәпейләп өйөп ҡуйҙы. Н. Мусин.
2. Берәй ергә йәйәү барыу. □ Идти пешком, топать. Ауылға тәпейләү. Биш саҡрым тәпейләү.
3. Йығылмайынса атлау (балалар тураһында). □ Ходить, шагать (о детях). Бәләкәс тәпейләй башланы. Бәпесебеҙ ҙурайҙы, тәпейләп йөрөй хәҙер.
ТӘПЕЙ ТОРОУ (тәпей тор-) (Р: впервые вставать на ноги (о ребёнке)', И.: toddle; T.: bebeğin ayaklarının üzerine basması) ҡ.
Йығылмайынса ике аяҡта баҫып тороу (балалар тураһында). □ Впервые вставать на ноги (о ребёнке). Бәләкәс тәпей тора.
ТӘПЕМ и. диал. ҡар. тәпеш I. Бер тәпем он. Бер тәпем һыу.
ТӘПЕС и. диал. ҡар. тәпәс 1. Тәпес менән ашлыҡ һуғыу.
ТӘПЕҮ (тәпе-) (Р: мелко рубить; И.: chop finely; T: doğramak) ҡ.
Тапау, тураҡлау. □ Мелко рубить. Ит тәпеү. Кәбеҫтә тәпеү. Малға ашҡабаҡ тәпеү.
ТӘПЕШ I (Р: деревянная посуда ёмкостью в полпуда; И.: kind of wooden tub; T.: fıçı) и. диал.
Ярты бот һыйышлы ағас һауыт; бәләкәй тәпән. □ Деревянная посуда ёмкостью в полпуда. Бер тәпеш бал. Тәпеш менән май йыйыу. Тәпешкә ҡойоу.
ТӘПЕШ II (Р: бездарь; И.: inept person; T.: beceriksiz) и. диал. ҡар. уңмаған.
Булдыҡһыҙ кеше. □ Бездарь, бестолковый человек. Эй, ул тәпештән дә эш сыҡһа!
ТӘПИЛӘҮ (тәпилә-) ҡ. диал. ҡар. тәпсирләү. Эште тәпиләү.
ТӘПКЕ [рус. тяпка] (Р: мотыга; И.: һое; T.: çapa) и.
1. Арҡыры башлы көрәк рәүешендәге ер йомшартҡыс ҡорал; кәтмән. □ Мотыга, тяпка, кетмень. Тәпке менән картуф күмеү. Тәпке менән утау. Бәләкәй тәпке. ■ Эс бошорғос уйҙарға күмелгән Хәбибулла ҡарт Аҡморон егелгән арбаға ауылдаштары ташлап ҡалдырған тәпкеләрҙе, һауыт-һабаны, яулыҡҡа төрөлгән ашамлыҡтарҙы тейәне. Я. Хамматов. Иртәгеһенә таң менән, тәпке күтәреп, үҫентеләрҙе һирәкләргә барҙыҡ. Г. Яҡупова.
2. Сапҡылап, ит-йәшелсә тураҡлай торған бәләкәй айбалта рәүешендәге үткер ҡорал. □ Тяпка (для рубки мяса, овощей
766