Академический словарь башкирского языка. Том VIII. Страница 767


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

тәпәй
и т. п.). Кәбеҫтәне тәпке менән тапау. Ит тәпкеһе.
ТӘПКЕЛӘҮ (тәпкелә-) (Р.: мотыжить;
И.: һое; T.: çapalamak) ҡ.
Тәпке (1) менән эшкәртеү. □ Мотыжить. Сөгөлдөр тәпкеләү. Ҡул менән тәпкеләү. Тәпкеләп сығыу. ■ Әсәйем, ҡартәсәйемә оҡшатып, бөйөрөнә таянып ҡарап торҙо ла шулай хәл итте: «Нурия, һин рәт араларын тәпкелә, ә мин сөгөлдөр буйын ҡул менән утайым». Г. Яҡупова.
ТӘПЛЕК (тәплеге) [рус. топляк] (Р.: топляк; И.: sunken wood; T.: nehir dibine saplı ağaç) и. диал. ҡар. баҡыт.
Батҡан ағас. □ Топляк. Йылға төбөндә тэплек иҫәпһеҙ-һанһыҙ. Тәплектән таҙартыу.
ТӘПСЕ (Р.: корытце; И.: small trough; T.: kayık tabak) и. диал. ҡар. ялғаш.
Ҡош-ҡортҡа һыу ҡуя торған бәләкәй ялғаш. □ Корытце. Ярыҡ тәпсе. Себештәргә тәпсе менән һыу ултыртыу. Тәпсецә һыу һал, килен!
ТӘПСИРЛӘҮ (тәпсирлә-) (Р: делать что-л. тщательно; И.: do smth thoroughly; T.: özenle yapmak) ҡ.
Бөтә нескәлектәренә иғтибар итеү; ентекләү, бөтмөрләү. □ Делать что-л. тщательно, аккуратно. Тәпсирләп һөйләү. Тәпсирләп эшләү. ■ Соландағы кеше быймаһының ҡарын тәпсирләп һепергән арала Сөләймән, урындыҡтан төшөп, һөйләнә-һөйләнә ишеккә атланы. 3. Ураҡсин. Ясин, йыназаны тәпсирләп уҡыусы Уйылдандан башҡа кем бар? Берәү ҙә юҡ! Р. Өмөтбаев.
ТӘПҪИРЛӘҮ (тәпҫирлә-) (Р: копаться в чём-л:, И.: dawdle (over); T.: bir meselenin dibine kadar inmek) ҡ.
Белергә тырышып ныҡышыу; төпсөнөү.
□ Копаться в чём-л., интересоваться подробностями. Тәпҫирләй башлау. Тәпҫирләп йөрөү. Тәпҫирләп һораша башланы.
ТӘПТӘК с. диал. ҡар. төпөш.
ТӘП-ТӘМНЕҘ (Р: очень невкусный; И.: very tasteless; T.: çok tatsız) с. артыҡл. дәр. ҡар. тәмһеҙ, превосх. степ. от. тәмһеҙ.
Нимәнеңдер тәме бик ныҡ насар булыуы.
□ Очень невкусный. Тәп-тәмһеҙ аш. Тәп-тәмһеҙ һыу.
ТӘП-ТӘП (Р: топ-топ; И.: sound of toddling; T.: pat pat) оҡш.
Йүгереп йөрөгән балалар аяғының тауышын белдергән һүҙ. □ Выражает звук шагов, топота: топ-топ. Тәп-тәп атлап йөрөй. Тәп-тәп йүгерә.
ТӘП-ТӘП ЙӨРӨҮ (тәп-тәп йөрө-) ҡ. ҡар. тәпәй баҫыу. Тәп-тәп йөрөй башлау.
■ «Ҡыҙым менән тәп-тәп йөрөргә өйрәнәбеҙ», — тип һөйләнде Катерина. Ғ. Ибраһимов.
ТӘП-ТӘПӘШ (Р: очень низкий; И.: very low; T.: çok alçak) с. артыҡл. дәр. ҡар. тәпәш. превосх. степ, от тәпәш.
Нимәнеңдер түбәндән юғарыға булған араһы бик ныҡ бәләкәй булыуы. □ Очень низкий. Тәп-тәпәш өҫтәл. Тәп-тәпәш өй.
ТӘПШЕ (Р: широкое, продолговатое деревянное корыто; И.: sort of sieve; T.: kayık tabak) и. диал.
1. Төйгән ярманы һелкеп, кәбәген айыра торған йәйпәк ялғаш; һелкәүес. □ Широкое, продолговатое деревянное корыто (для просеивания крупы, зерна и т.д.). Тэпшенэн елгәреү.
2. Ҡош-ҡортҡа һыу ҡуя торған бәләкәй ялғаш. □ Корытце (поилка для птиц). Тәп-шегә һыу һалыу. Тәпшене таҙартыу. Тәпше менән һыу ултыртыу.
ТӘПӘЙ (Р: лапа; И.: paw; T.: pençe) и.
1. Ҡоштарҙың һәм тырнаҡлы йәнлектәрҙең аяғы. □ Лапа, лапка (птиц, зверей). Айыу тәпәйе. Бесәй тәпәйе. Ҡаҙ тәпәйе.
■ Ерәнсә, ҡаҙҙың ике тәпәйен ҡырҡып алып, байҙың малайҙарына һуҙҙы, ти. Халыҡ ижадынан. Башын алғы тәпәйҙәренә һалып ятҡан Аҡтүш ашҡа күҙен генә асып ҡараны ла теймәне. Ғ. Хисамов. Йәш бөркөт ҡанаттарын ыскындырырға маташты, муйынын һуҙып, әле Ғәбиттең, әле Әбүбәкерҙең ҡулын суҡыны, сыйылданы, тырнаҡтары ҡаҙалған тәпәйен тартҡыланы. Ә. Әминев.
2. күсм. Сабый баланың аяғы. □ Нога, ножка (ребёнка). Йомшаҡ тәпәйҙәр. Кескәй тәпәй. ■ Ғәйшә, танауын тартып, һыуыҡ тәпәйҙәрен әсәһенең алдына йыйыштырып урынлашырға өлгөрмәне, шығырт итеп солан ишеге, уның артынса уҡ өй ишеге асы-
767