ТӘПӘЙ БАҪЫУ
лып китте. һ. Дәүләтшина. Ошо ергә мисәтләнеп ҡалған кескәй генә тәпәй эҙҙәрем. Ә. Атнабаев.
3. диал. ҡар. аяҡ I.
ТӘПӘЙ БАҪЫУ (тәпәй баҫ-) (Р.: начинать ходить (о ребёнке); И.: start toddling; T.: yürümeye başlamak (bebek) ҡ.
Баланың аяҡҡа баҫып йөрөй башлауы (балаға ҡарата). □ Начинать ходить (о ребёнке). Улым тәпәй баҫты. ■ Тыуған ауыл, ғәзиз төйәгебеҙ, тәу һулышты алған яғыбыҙ, һиндә — беҙҙең тәуләп тәпәй баҫҡан, тәуләп төпәй булған сағыбыҙ! Ш. Бикҡол. Тәпәй баҫҡан тупрағым, тәгәрәп уҫкән ҡырҙарым. Р. Ураҡсина.
ТӘПӘЙ КИТЕҮ (тәпәй кит-) (Р.: начинать ходить (о ребёнке); И.: begin to toddle; T.: yürümeye başlamak) ҡ. ҡар. атлау 1.
Йөрөй башлау (балаға ҡарата). □ Начинать ходить (о ребёнке). Бәләкәс тәпәй киткән. Бәпесем йәше тулмаҫтан тәпәй китте.
ТӘПӘЙЛӘТЕҮ (тәпәйләт-) ҡ. һөйл. йөкм. ҡар. тәпәйләү 2. понуд. от тәпәйләү 2. Тәпәйләтеп алып барыу.
ТӘПӘЙЛӘҮ (тәпәйлә-) (Р.: начать ходить (о ребёнке); И.: start toddling; T.: yürümeye başlamak) ҡ.
1. Атлай башлау (балаға ҡарата). □ Начать ходить (о ребёнке). Бала тәпәйләй башланы. Бәпесе тәпәйләй.
2. Йәйәү атлау. □ Идти пешком, топать. Тәпәйләп барыу. Биш саҡрым тәпәйләнек. Ауылға тиклем тәпәйләнек.
ТӘПӘЙСӘ I (Р.: коньки; И.: skates; Т.: patin) и. диал. ҡар. коньки.
Аяҡ кейеменә беркетеп боҙҙа шыуыу өсөн эшләнгән үткер ҡырлы тимер табан. П Коньки. Тдпәйсәлд шыуыу. Ҡышын тәпәй-сәлә шыуабыҙ.
ТӘПӘЙСӘ II (Р: лапчатка гусиная; И.: grass species; T.: beşparmak otu) и. диал. ҡар. ҡаҙ үләне.
Һап-Һары сәскәле ҡара йәшкелт төҫтәге ике яҡҡа йәйелгән парлы япраҡ саталары менән айырылған үлән. □ Лапчатка гусиная (лат. Potentilla anserina).
ТӘПӘЙ ТОРОУ (тәпәй тор-) ҡ. ҡар. тәпәй баҫыу. В Бибисара менән Заһиттың
улы Шамил .. тәпәй тороп йөрөй башлаған. Я. Хамматов.
ТӘПӘЙ ТУЙЫ (Р: обычай наделения ребёнка «ногой»; И.: king of infant protecting rite; T.: bir tür gelenek) и. этн.
Бала атлай башлағас, уны яман көстәрҙән, ауырыуҙарҙан һаҡлау өсөн үткәрелгән байрам. □ Обычай наделения ребёнка «ногой» (проводимый в связи с первыми шагами ребёнка и направленный на защиту его от злых сил, болезней). ■ Тәпәй туйы ут-кәргәндәр. Тәпәй туйында ошо һамаҡты әйткәндәр: «Тәпәй, тәпәй йөрөһөн, дегәнәк быға теймәһен». «Башҡорт мифологияһы»нан.
ТӘПӘК с. диал. ҡар. тәпәшәк. Тәпәк өҫтәл. Тәпәк тау.
ТӘПӘЛДЕРЕК (тәпәлдереге) (Р: скоба; И.: cramp (-iron), clamp; T.: ağaç kovuğundaki arı kovanlarına binme âleti) и. этн.
Солоҡ ағасында тороу өсөн ҡулайлама. □ Скоба (приспособление для восхождения на бортевое дерево). Тәпәлдерек тағыу. Тәпәл-деректе бәйләу. В [Алдар] Ғилмияза менән юлға сыҡты, сөнки солоҡ балы алғанда яңғыҙ кешегә ауырға тура килә: юғарыға бөтә нәмәне бер юлы алып менеп булмай, аҫтан берәу, бал кунәген, тәпәлдерек, бысаҡ, балта, ҡортто ыҫлай торған сөрөктө, ал яғы йукә-нән селтәрләп эшләнгән куҙлекте арҡатауға тағып, солоҡҡа менеусегә кутәрешә. Н. Мусин.
ТӘПӘЛТЕРЕК (тәпәлтереге) (Р: поднос под самовар; И.: samovar tray; T.: semaver tepsisi) и. диал.
1. Самауыр аҫтына ҡуя торған бәләкәй батмус, табанса (1). □ Поднос под самовар. Самауырҙы тәпәлтереккә ултыртыу. Тәпәлтеректе ялтыратыу.
2. Арбаға баҫып менә торған баҫҡыс. □ Подножка (у телеги). Тәпәлтереккә баҫыу.
3. Солоҡ ағасында тороу өсөн ҡулайлама. □ Подножка (в бортях). Тәпәлтерек тағыу. Тәпәлтеректе нығытыу.
ТӘПӘЛӘҮ (тәпәлә-) (Р: бить кого-л:, И.: beat smb; T.: dövmek) ҡ.
Бәреп-һуғып туҡмау. □ Бить, ударить кого-л. Тәпәләп алыу. Тәпәләп ташлау. В Тәпәскә: «Тәпәлә, тәпәс!» — тип әйтһәң, хә
768