Академический словарь башкирского языка. Том VIII. Страница 769


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

тәпәс
ҙер тәпәләп алып китер. Әкиәттән. Беҙҙе берәм-берәм тәпәләү өсөн килгән ул [Байрас]. Ш. Бикҡол. Уртаға Мәстүрә төшмәһә, ҡыҙыулыҡ менән ҡустыһын тәпәләп ташлай ине [Сәләхетдин]. Ә. Хәкимов.
ТӘПӘЛӘШЕҮ (тәпәләш-) (Р.: драться;
И.: fight, have a fight; T.: dövüşmek) ҡ.
Һуғышыу, ҡыйнашыу. □ Драться. Тәпәлә-шеп алыу. Малайҙар тәпәләшеп киттеләр.
■ [Хәтирә] хатта тәпәләшергә лә тартынмай. Р. Ғабдрахманов.
ТӘПӘН I (Р: кадушка; И.: kind of flat wooden dish; T.: varil) и.
1. Бал, май кеүек нәмә һалыу өсөн йыуан ағастың эсен соҡоп яһаған тәпәшәк һауыт. □ Кадушка, кадка (вырезанная из цельного куска дерева). Тәпән яһау. Оло тәпән. Тәпәнгә бал тултырыу. ■ Тәпән генә тәпән балығыҙ, шәл-яулыҡтар менән ябығыҙ. Бирмәҫ кенә ергә бирҙең, атай, башҡынамды йырып алығыҙ. Сеңләүҙән. Ҡорот өсөн иһә өҫтө алынған һәм әсегән һөттө, ғәҙәттә, ун бишәр биҙрә һыйҙырышлы көбөгә, башҡа төрлө һауытҡа йәки тәпәнгә йыялар. М. Өмөтбаев. • Майлы тәпән тышынан билдәле. Мәҡәл.
2. Шул һауытҡа тиң үлсәү берәмеге. □ Кадка (мера веса). Тәпән-тәпән май әҙерләү.
■ Ҡорот, һаба-һаба ҡымыҙ, һурпа, йәнә көрәгә-көрәгә буҙа, тәпән-тәпән бал бирелде. С. Бәҙретдинов. Ғәбделнафиҡ менән Ғәбдел-халиҡтар һаман өйөр-өйөр бейә бәйләне, тәпән-тәпән бал һарҡытты, батман-батман май яҙҙы. Р. Камал.
3. диал. Ҡымыҙ, бал, буҙа кеүек эсемлекте табынға ултыртыу өсөн ағастан йәки тиренән яһалған күнәк; көрәгә. □ Бочонок, кадка для подачи кумыса, бузы и т. п. к столу. Тәпән биҙәге. Тәпән менән буҙа сығарҙылар.
■ Үҙ-ара иҫәнлек-һаулыҡ һорашып, ил-йорт хәлдәрен, мал-тыуар именлектәрен һөйләшкеләп алған арала, аяҡсылар, бер нисә тәпән ҡымыҙ килтереп, ҡорҙағыларға ауыҙ иттерергә лә өлгөрҙөләр. Ғ. Хөсәйенов. • Тәпән тулһа, ҡунаҡтың күңеле була. Мәҡәл.
4. диал. һыу багы. □ Бак для воды. Тәпәнде тултырыу. Тәпәнгә ташыу. Тәпәнде шылдырыу.
5. миф. Мифлаштырылған әйбер; муллыҡ символы. □ Бочонок (мифологизированный предмет, символ плодородия, богатства).
ТӘПӘН II с. диал. ҡар. тәпәшәк.
ТӘПӘНАУЫҘ (Р: бегемот; И.: hippopotamus; T.: su aygırı) и. зоол.
Экваториаль Африканың йылға, күл буйында була торған бик ҙур башлы, яланғас тәнле, айыры тояҡлы эре һөтимәр хайуан; бегемот. □ Бегемот (лат. Hippopotamus ат-phibius). Тәпәнауыҙ тәүлегенә 40 кг үлән ашай ала.
ТӘПӘНЛӘП (Р: бочками; И.: by the barrel; T.: varille) р.
Күп итеп, тәпәндәр менән. □ Бочками. Тәпәнләп май тоҙлау. Тәпәнләп ҡорот әҙерләү. Тәпәнләп бал ебәреү.
ТӘПӘРЕШ и. диал. ҡар. тәбәнәк 1. Ҡыйыу тәпәреш. Мин тәпәреш тип тормай.
ТӘПӘРИЗ и. диал. ҡар. тәбәнәк 1.
ТӘПӘРЙЕН (Р: коротышка; И.: tubby person; T.: bodur) и. диал. ҡар. тәбәнәк 1.
Ҡыҫҡа буйлы, йыуан кеше. □ Коротышка. Тәпәрйен ир. Тәпәрйен буйлы.
ТӘПӘРЛӘНЕҮ (тәпәрлән-) ҡ. төш. ҡар. тәпәрләү, страд, от тәпәрләү. Тәпәрләнеп бөтөү. Салбар тәпәрләнгән. Ҡейем тәпәрләнеү. ■ Ялбыр һоро ҡаштары аҫтынан бер өҙлөкһөҙ урамды күҙәткән ир кеше, башынан хатта тәпәрләнеп, козырёгы ҡайышланып киткән фуражкаһын да сисмәйенсә, ултырып тора ине. Д. Бүләков. Вискоза (штапель) теккәндә шыуып тора, шулай уҡ тәпәрләнеп бара. «Башҡортостан ҡыҙы», № 10,
2012.
ТӘПӘРЛӘҮ (тәпәрлә-) (Р: мять; И.: crumple; T.: buruşturmak) ҡ. һөйл.
Бөтәрләү, таушалдырыу. □ Мять, помять, скомкивать. Тәпәрләп бөтөү. Ҡейемде тәпәрләү. Өҫ-башты тәпәрләү. ■ [Гөлгөнә] ебәк шәлде ҡулында ыуалай-ыуалай тәпәрләп бөтөргән. Д. Исламов.
ТӘПӘС (Р: молотило; И.: swingle; T.: el döğeni) и.
1. Оҙон һапҡа тағылған туҡмаҡ рәүешендәге элекке ашлыҡ һуҡҡыс ҡорал. □ Молотило, боёк (у цепа). Тәпәс менән ашлыҡ
25 - 1.0037.16
769