Академический словарь башкирского языка. Том VIII. Страница 810


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТЮНЕР
пан гөлләмәһе. Дала тюльпаны. Баҡса тюльпаны. Аҡ тюльпан. Ҡыҙыл тюльпан. Тюльпан һуғаны. ■ Ул [Валя] ҡулына бер шәлкем тюльпан тотҡайны. М. Садиҡова. Баҡсаның бер мөйөшөндә астра, роза, тюльпан, пион һәм гладиолус сәскәләре уҫә ине. Ғ. Аллаяров. Әлфиә уттай янып торған тюльпандарҙы Матросов һәйкәле төбөнә һалды ла, артына боролоп та ҡарамай, ашығып артҡы ҡапҡаға табан йунәлде. И. Абдуллин.
ТЮНЕР [ингл. tuner] (Р.: тюнер; И.: tuner; T.: istasyon arayıcı) и. тех.
Радиоалғыстарҙы кәрәкле тулҡындарға ҡороусы юғары йышлыҡлы прибор. □ Тюнер (высокочастотный прибор настройки радиоприёмника на нужную волну, обеспечивающий высокое качество звука). Тюнер ярҙамында радионан яңылыҡтар тыңлау. Тюнер ярҙамында радиоалғыстың тауышын көйләу. Тюнер менән радиола юғары сифатлы тауыш булдырыу.
ТЮНИНГ [ингл. tuning] (Р: тюнинг; И.: tuning; T: ayar) и. тех.
Завод эшләп сығарғандан тыш техниканы камиллаштырыу маҡсатынан махсус заказ менән яңыртып эшләтеү. □ Тюнинг. Двигатель тюнингы. Автомобиль тюнингы. Компьютер тюнингы.
ТЮРКОЛОГ [рус.] (Р: тюрколог; И.: Turkologist; T: türkolog) и. ҡар. төркиәтсе.
Төрки телдәре буйынса белгес. □ Тюрколог. Билдәле тюрколог. Танылған тюрколог. Тюркологтар ултырышы. Тюркологтар симпозиумы. ■ Донъя фәненең куренекле вәкиле, атаҡлы тюрколог, башҡорт тел ғилеменә нигеҙ һалыусыларҙың береһе профессор Николай Константинович Дмит-риевтың (1898-1956) тыуыуына 115 йыл
тулды. М. Зәйнуллин. Куп кенә тюркологтар раҫлауынса, боронғо бабаларыбыҙ тарафтарҙы төҫ менән төҫмөрләр булған: ҡара — төньяҡ, һары йәки аҡ — көнбайыш, ҡыҙыл — көньяҡ, кук — көнсығыш. «Ағиҙел», №2, 2013.
ТЮРКОЛОГИЯ [рус.] и. ҡар. төркиәт. Тюркология буйынса дәреслек. Тюркологияға инеш. Тюркология нигеҙҙәре. Тюркология буйынса ғилми әҙәбиәт менән танышыу. ■ Ж. Ғ. Кейекбаев ғилми эҙләнеуҙәре һәм табыштары менән, башҡорт мөхитенән сығып, заманында СССР халыҡтары телдәрен өйрәнеу буйынса иң абруйлы лингвистарҙың береһе булды, бөгөн дә уның тәғлимәттәре тюркология фәнендә әһәмиәтле һуҙ булып ҡала килә. «Ағиҙел», № 9, 2011. Ж. Ғ. Кейекбаев — Башҡортостандың мәғариф эшенә лә ҙур өлөш индергән ғалим. Ул шулай уҡ тюркология, урало-алтаистика, башҡорт-татар тел белеме буйынса кадрҙар әҙер-ләуҙә лә ҙур эшмәкәрлек курһәтте. Э. Ишбирҙин.
ТЯГАЧ [рус.] (Р: тягач; И.: tractor; Т: çekici) и. тех.
Ауыр йөктәрҙе йәки йөклө машиналарҙы тартыу өсөн ҡулланылған бик көслө трактор йәки автомобиль. □ Тягач. Тягач менән һөйрәтеу. Тягачҡа таҡтырыу. Тягачҡа тейәу. Тягач менән алып ҡайтыу. Тягач йөрө-төу. Тягач йыйыусы завод. ■ Урманға яҡыная килә тягачтың моторы яй ғына эшләтелде, бер талай барғас, ул бөтөнләйгә туҡталып ҡалды. Ғ. Аллаяров. Йәйәулеләр артынан еңел туптар, унан танкылар, тягачтар утте. И. Ғиззәтуллин. Кеуәтле тягачтар, купер өҫтөнә өйөлгән емерек танкыларҙы ситкә тарттырып, Харитонов полкына юл әрсей. Ә. Хәкимов.