Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 317


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ФОСФАТЛАУ
ҡулайлама. □ Форсунка. ■ Мейес газ менән яғыла. Һигеҙ форсунка эшләй. Р. Низамов.
ФОРТ [фр. fort] (Р.: форт; И.: fort; Т.: küçük kule) и. хәрби.
Ҡәлғәне уратып алған ҡойма алдындағы асыҡ йәки ябыҡ нығытма. □ Форт. ■ Икенсе аҙна аҙағында ғына Ҡараболаҡ фортына барып етеп, Орск крепосынан һәм Верхнеозёрский станцияһынан килгән роталарға ҡушылғас, берләшкән отряд артабан ҡуҙғалды. Я. Хамматов.
ФОРТЕ I [ит. forte] (Р.: форте; И.: forte; T.: kuvvetle) р. му з.
Көслө итеп, яңғыратып (музыкаль әҫәрҙәрҙе башҡарыуға ҡарата)\ киреһе — пиано. □ Форте. Форте уйнау.
ФОРТЕ II [ит. forte] (Р.: форте; И.: forte; T.: kuvvetle, sesli) и. муз.
Музыкаль әҫәрҙең көслө, яңғыратып башҡарылған урыны һәм ошондай башҡары-лыш. □ Форте. Ҙур форте.
ФОРТЕПЬЯНО [ит. fortepiano] (Р.: фортепьяно; И.: piano; T.: piyano) и.
Пианино, рояль кеүек баҫмаҡлы, ҡыллы музыка ҡоралының дөйөм исеме. □ Фортепьяно, фортепиано. / Фортепьянный, фортепианный. Фортепьяно тауышы. Фортепьянола уйнау. ■ Радионан әкрен генә фортепьяно концерты ишетелә. Ш. Янбаев.
ФОРТИФИКАЦИОН (Р.: фортификационный; И.: fortification; T.: istihkamat) с.
Фортификацияға мөнәсәбәтле. □ Фортификационный. Фортификацион ҡоролма.
ФОРТИФИКАЦИЯ [лат./onto көслө’ + facere ‘эшләү’] (Р.: фортификация; И.: fortification; Т.: istihkamat, tahkimat) и.
1. Оборона ҡоролмалары һәм хәрби нығытмалар төҙөү тураһындағы фән. □ Фортификация. Фортификация өйрәнеу.
2. Хәрби нығытмалар ҡороу эше һәм шул нығытмалар. □ Фортификация. Ышаныслы фортификация.
ФОРТОЧКА [рус.] (Р.: форточка; И.: fortochka-, T.: vasistas) и.
Бүлмәләге һауаны елләтеү өсөн тәғәйенләнгән тәҙрәләге асмалы күҙгәнәк. □ Форточка. Форточканы ябыу. ■ Ғәлиәкбәров тәҙрә янына барҙы, форточканы асып ебәр
ҙе. X. Зарипов. Асыҡ форточка аша булмә эсенә һалҡынса һауа тарала. А. Мағазов.
ФОРТУНА [лат. fortuna] (Р.: фортуна; И.: fortune; T.: şans) и.
Бәхетле осраҡ, бәхет, уңай яҙмыш. □ Фортуна. Фортуна йылмайҙы!
ФОРУМ [лат. forum] (Р.: форум; И.: forum; T.: forum) и.
1. тар. Боронғо Римда: ҡаланың ижтимағи тормош үҙәге булып хеҙмәт иткән майҙан. □ Форум. Форумға йыйылыу.
2. Мөһим мәсьәлә тикшереүгә арналған ҙур йыйылыш. □ Форум. Йәштәрҙец Бөтә донъя форумы. Форумға йыйылыу. Форум уткәреу. ■ [Фәһим:] Яҙыусыларҙың ошондай оло форумына саҡыралар икән, буш ҡул менән барырға ярамай, яңы әҫәрҙе яҙып бөтөргә кәрәк. И. Ғиззәтуллин.
3. инф. Веб-сайтҡа инеүселәр аралашы-уын ойоштороу өсөн хеҙмәт иткән веб-ҡушымта. □ Форум. Форумда ултырыу. Форумда аралашыу. Форумда танышыу.
ФОРШТАДТ [нем. vor + Stadt ‘ҡала’] (Р.: форштадт; И.: outer settlement; T.: şehir yanı kasabası) u.
Ҡала йәки ҡәлғә ситендәге биҫтә. □ Форштадт. Форштадтта йәшәу. Форштадтта тороу.
ФОСГЕН [гр. phös ‘яҡтылыҡ’ + genos ‘зат, килеп сығыш’] (Р.: фосген; И.: phosgene; T.: fosgen) и.
Сәнәғәттә төрлө буяу һәм дарыу яһау өсөн файҙаланылған төҫһөҙ газ. □ Фосген. / Фосгеновый. Фосген еҫе. Беренсе донъя һуғышында фосген ағыулаусы газ рәуешендә ҡулланыла.
ФОСФАТ [гр. phös ‘яҡтылыҡ’] (Р.: фосфат; И.: phosphate; T.: fosfat) и. хим.
Ашламалар, өҫтәмә минераль аҙыҡтар һәм йыуыу нәмәләре составына ингән фосфор кислотаһы тоҙо. □ Фосфат. / Фосфатный. Фосфат тоҙо. М Гарвардтың стоматология мәктәбе клиницистары, сәләмәт булыу өсөн организмда фосфаттың куләме артып китергә тейеш тугел, тип иҫәпләй. «Киске Өфө», № 32, 2010.
ФОСФАТЛАУ (фосфатла-) (Р.: фосфатировать; И.: phosphatize; T.: fosfatlamak) ҡ.
317