Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 316


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ФОРМОВЩИК
формовкалау балсығынан да арынып бөтмәгән ҡытыршы ҡойолмалар менән цех эсе тулып ята. Ә. Байрамов.
ФОРМОВЩИК (формовщигы) [рус.] (Р.: формовщик; И.: moulder; T.: kalıpçı) и.
Формовкала эшләүсе эшсе. □ Формовщик. Формовщик булып эшләу. Ш [Заводта ] алдағы йылдар иҫәбенә эшләуселәр бер Миҙхәт кенә тугел. Токарь Шулепов һәм Морозенко, формовщиктар Большаков һәм Кузьмин, тимерсе Ильясов һәм башҡа бик куптәр 1958 һәм 1959 йыл иҫәбенә эшләйҙәр. Ә. Вәли.
ФОРМУЛА [лат. formula] (Р.: формула; И.: formula; formulation; T.: formül) и.
1. Төрлө дәүмәл, нисбәт һәм составты шартлы тамғалар менән күрһәткән билдәләмә. □ Формула. Дуртмөйөш майҙанының формулаһы. Математик формула. Химик формула.
2. Ниндәйҙер хәлгә, законға, мөнәсәбәткә һ. б. ҡарата бирелгән ҡыҫҡа, тапҡыр билдәләмә. □ Формула. Бәхет формулаһы. ■ Был мөхәббәт куптән таныш булған формуланы һаман ҡабатлай: уҙең яратмаған һине һөйә, һин яратҡан һине яратмай. Ә. Атнабаев.
ФОРМУЛИРОВКА [рус.] (Р.: формулировка; И.: formulation; T.: formülasyon, formül) и.
Фекерҙең ҡыҫҡа һәм асыҡ итеп бирелеше. □ Формулировка. Аныҡ формулировка. К Проект документтарының ҡатмарлы телдә уңышһыҙ формулировкалар менән яҙылышы уны бер яҡлы аңлауға килтереусе сәбәп булды. «Киске Өфө», № 11, 2011. Протоколға яҙғанда, башҡасараҡ формулировка талап ителер, — тип Ярлыҡаев Кузнецовка боролдо. Б. Рафиҡов.
ФОРМУЛЯР [нем. Formular] (Р.: формуляр; И.: logbook; T.: sicil) и.
1. махс. Машина һәм ҡоралдарҙың эшләүен, ремонтта булыуын һ. б. яҙа торған махсус дәфтәр; эш дәфтәре. □ Формуляр. И Хисамов формулярҙы тултырҙы ла лёт-чикты ҡаршылау һәм самолёттың әҙерлеге хаҡында рапорт биреу хәстәрен курҙе. А. Мағазов.
2. Китапханалағы китап тураһында төрлө мәғлүмәт яҙылған махсус карточка.
□ Формуляр. Формуляр тултырыу.
3. Китапхана китабы менән файҙаланыусы исеменә төҙөлгән махсус ҡағыҙ.
□ Формуляр. Формулярға яҙыу.
4. Чиновниктарҙың, офицерҙарҙың хеҙмәт юлы, биләгән вазифалары исемлеге.
□ Формуляр. / Формулярный. Формуляр тултырыу.
ФОРПОСТ (форпосы) [нем. Vorposten] (Р.: форпост; И.: outpost; T.: ileri karakol) и.
1. Ил һаҡлаған ғәскәрҙәрҙең алғы посы, шулай уҡ сик буйындағы нығытылған пункт. □ Форпост. ■ Яңы батша Яйыҡтың тубәнге өлөшөндәге форпостарҙы, ҡәлғәләрҙе ҡыйратып, Ырымбурҙың уҙенә ук килеп еткән. М. Ғиләжев.
2. кусм. кит. Нимәнеңдер таянысы, нигеҙе. □ Форпост. Фән форпосы.
ФОРСАТ [ғәр. <^ajâl (Р.: благоприятный момент, удобный случай; И.: opportunity; T.: fırsat) и.
Ниндәйҙер бер эш өсөн яйы килеп торған уңайлы ваҡыт. □ Благоприятный момент, удобный случай. Форсат булыу. Форсат биреу. Форсат табыу. Форсат сығыу. ■ Ауыр юлдан рәхәтләнеп ял итеу форсаты тейҙе. Ф. Аҡбулатова. Ниңә килмәй икән сәләм хаты, әллә юҡмы икән форсаты? Халыҡ йырынан. • Ваҡыт — алтын, форсат — алмас; ваҡыт етмәй, форсат булмай. Мәҡәл.
ФОРС-МАЖОР [фр. force majeure] (Р.: форс-мажор; И.: force majeure; T.: zorlayıcı sebep) и. юр.
Ниндәйҙер килешеү шарттарын үтәү яуаплылығынан азат иткән ғәҙәттән тыш һәм шул шарттарҙа килеп тыуған еңеп сыҡҡыһыҙ ваҡиға (һуғыш, афәт, һыу баҫыу һ. б.).
□ Форс-мажор. / Форс-мажорный. Форс-мажор һөҙөмтәләре. Форс-мажор шарттарҙа эшләу.
ФОРСУНКА [ингл. force-pump] (Р.: форсунка; И.: jet; fuel injector; T.: enjektör) и. тех.
Шыйыҡ яғыулыҡты пар ҡаҙанына, эске яныулы двигателгә һиптерә, бөркөтә торған
316