ФОРМОВКАЛАУ
гин, Баязитов ваҡсыл, формалист, буровой тирәһендә беләк буйы торба ҡалһа ла, скважинаны ҡабул итмәй, тип һөйләгән, тиҙәр. Р. Солтангәрәев.
2. Формализм (2) яҡлы кеше. □ Формалист. Формалистар ҡарашы менән бөтәһе лә килешеп бармай. ■ Әҫәрҙәге жанрҙар көрәше күренешен теоретик яҡтан рус формалистары, М. Бахтин тикшерә. «Ағиҙел», № 4, 2012.
ФОРМАЛИСТИК (Р.: формалистический; И.: formalistic; T.: formalistik) с.
Формализм (2) принциптарына нигеҙле. □ Формалистический. Формалистик сәнғәт.
ФОРМАЛЛЕК (формаллеге) (Р.: формализм; И.: formalism; T.: formalizm, biçimcilik) и.
Эштең асылына иғтибар итмәй, тышҡы формаһын ғына һаҡлау күренеше, формаль мөнәсәбәт. □ Формализм, формальность. Формаллек менән ҡарау. Эште формаллеккә ҡайтарып ҡалдырыу. Формаллек һаҡлау. М Бәләкәй генә районда кешеләр бер-береһен яҡшы белә, шуға ла әллә ни формаллек һаҡлау юҡ. Р. Байымов.
ФОРМАЛЬ (Р.: формальный; И.: formal; T.: formel) с.
1. Форма буйынса эшләнгән; рәсми, законлы. □ Формальный. Формаль процедура. ■ Полк командиры Тальмерҙыц һалдаттарға кухня яндарына йыйылыуҙан тыйып биргән приказы формаль яҡтан файҙа биргән кеуек куренһәлә, булманы. А. Таһиров.
2. Эштең асылына иғтибар итмәй, формаһын ғына һаҡлауға ҡоролған. □ Формальный. Формаль яуап. Формаль рәуештә башҡарыу. ■ Улар [кулактар] формаль хоҡуҡ менән файҙаланмаһалар ҙа, уларҙыц һуҙҙәре һәр ерҙә утә. Ғ. Дәүләтшин.
3. Формализм (2) идеяларына нигеҙле, формализм менән һуғарыулы. □ Формальный.
4. лингв. Формаға (11) мөнәсәбәтле. □ Формальный. һуҙҙец формаль мәғәнәһе.
ФОРМАНТ [лат. formans] (Р.: формант; И.: formant; Т.: ек) и. лингв, ҡар. аффикс.
Һүҙҙең телдә айырым ҡулланылмайынса, башҡа һүҙҙәр аҙағына ҡушылғанда ғына
мәғәнәһе асыҡлана торған өлөшө. □ Формант. Эйәлек форманттары.
ФОРМАТ [нем. Format] (Р.: формат; И.: size, format; T.: boyut, ebat) и.
1. Китап, ҡағыҙ, фотоһүрәт һ. б. шуның һымаҡ нәмәнең ҙурлыҡ үлсәме. □ Формат. Ҙур формат. Бәләкәй формат. ■ Листовканы ла яцынан эшләтергә тура килде, тегеләре, округ һайлау комиссияһы әҙерләткәне, бәләкәй форматта ине. Д. Бүләков.
2. типогр. Набор юлының оҙонлоғон һәм набор битенең бейеклеген күрһәтеүсе дәүмәл. □ Формат. А4 форматындағы ҡағыҙ. Ҡәҙимге формат.
3. Мәғлүмәттәрҙе биреү формаһы, темаларҙы асыҡлау һ. б. менән билдәләнгән радио- йәки телетапшырыуҙың үҙенсәлектәр йыйылмаһы. □ Формат. Ток-шоу форматы. Тапшырыуҙың, форматын үҙгәртеү.
4. инф. Компьютер хәтерендә йәки төрлө мәғлүмәт йөрөтөүселә информацияны биреү ысулы. □ Формат. Файлды PDF форматында һаҡлау.
ФОРМАЦИЯ [лат. formatio] (Р.: формация; И.: formation; structure; T.: formasyon) и.
1. кит. Йәмғиәттең тарихи үҫешендәге билдәле бер баҫҡыс, стадия, шулай уҡ ошо үҫеш стадияһына хас булған һәм етештереү ысулдары менән билдәләнгән йәмғиәт төҙөлөшө. □ Формация. Феодализм формацияһы. Социализм формацияһы. М Ике ижтимағи-иҡтисади формация ла уҙҙәренец базисына ярашлы өҫҡорма тотто. «Ағиҙел», № 8,
2011.
2. геол. Билдәле бер геологик шартта барлыҡҡа килгән тау тоҡомдарының комплексы. □ Формация. Формация дәуере.
ФОРМОВКА [рус.] (Р.: формовка; И.: forming, shaping; T.: kalıplama) и.
Формаға, ҡалыпҡа ҡойоу эше. □ Формовка. / Формовочный. Формовка цехы.
ФОРМОВКАЛАУ (формовкала-) (Р.: формовать; И.: form, shape; T.: kalıplamak) ҡ.
Формаға, ҡалыпҡа ҡойоу. □ Формовать. Формовкалау цехы. Деталде формовкалау. ■ Тимерлек һәм ҡойоу цехтарынан өҙлөкһөҙ килеп торған тупаҫ әҙерләмәләр һәм әле
315