Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 319


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ФОТОКОРРЕСПОНДЕНТ
ФОТОГРАФ [rp.phös, photos ‘яҡтылыҡ’ + graphö ‘яҙам’] (Р.: фотограф; И.: photographer; T.: fotoğrafçı) и.
Профессиональ рәүештә фотография менән шөғөлләнгән кеше. □ Фотограф. Фотограф булыу. Фотографҡа уҡыу. ■ Фотограф, әле уңға, әле һулға сығып, әле ҡаршыға баҫып, йә эйелеп, йә сугәләп, йә ергә ятып, шылт та шалт аппаратын шылтлатты. М. Кәрим. Фотограф клиенттарын, еуеш балсыҡ киҫәктәрен әуәләгәндәй, бер тегеләй, бер былай борғолап, бик оҙаҡ маташты. М. Садиҡова.
ФОТОГРАФИК (Р.: фотографический; И.: photographic; T.: fotoğrafik) с.
1. Фотография өсөн тәғәйенләнгән.
□ Фотографический. Фотографик камера. Фотографик әсбап.
2. Фотографияға мөнәсәбәтле. □ Фотографический. Фотографик сәнғәт.
3. Фотография юлы менән эшләнгән.
□ Фотографический. Фотографик һурәт. Фотографик репродукция. ■ Поэма һәм шиғырҙарҙағы шағир образы — авторҙың ябай автопортреты, фотографик һурәте генә тугел. К. Әхмәтйәнов.
ФОТОГРАФИЯ [гр. phös, photos ‘яҡтылыҡ’ + graphö ‘яҙам’] (Р.: фотография; И.: photography; T.: fotoğrafçılık) и.
1. Махсус оптик аппарат ярҙамында яҡтылыҡҡа һиҙгер материалға нәмәнең һүрәтен төшөрөү ысулы. □ Фотография. Фотография менән шөғөлләнеу. ■ Ул [Нур] немец телен ныҡлап өйрәнергә кереште, детектор радиоалғыстар ҡорҙо, фотография менән мауыҡты. И. Абдуллин.
2. һөйл. Шул юл менән төшөрөлгән һүрәт. □ Фотография. ■ [Зөләйха] стеналарға эленгән карталарҙы, фотографияларҙы ҡараны. Б. Рафиҡов.
3. һөйл. Шул юл менән һүрәт төшөрә һәм эшләй торған махсус оҫтахана. □ Фотография. Фотографияға барыу. Ш Куҙлекле ҡарт, Гәрәй бабай, фотографияла эшләй икән. Р. Низамов.
ФОТОДОКУМЕНТ [рус] (Р.: фотодокумент; И.: photo document; T.: fotoğraf şeklindeki belge) u.
Фотографик ысул менән эшләнгән документ. □ Фотодокумент. Фотодокумент биреу. Фотодокумент эшләу.
ФОТОКАМЕРА [рус.] (Р.: фотокамера; И.: photographic camera; T.: fotoğrafik kamera) и.
1. Фотоаппараттың пластинка йәки плёнка ҡуя торған эске өлөшө. □ Фотокамера. Фотокамераны алмаштырыу.
2. Фотоаппарат. □ Фотокамера. Фотокамераға төшөрөу.
ФОТОКАРТОЧКА [рус.] (Р.: фотокарточка; И.: photograph; T.: fotoğraf, resim) и. һөйл.
Фотоаппарат ярҙамында төшөрөлгән һүрәт; карточка. □ Фотокарточка. Фотокарточкаға төшөу. ■ [Ваня] ҡараһа — алдында теге фотокарточкалағы ҡыҙ баҫып тора. Ғ. Аллаяров. Гилман портфеленән бер ҙур фотокарточка тартып сығарҙы. 3. Биишева.
ФОТОКЕРАМИКА [рус.] (Р.: фотокерамика; И.: photoceramic; T.: seramik eşayalar üzerine fotoğraf yapma) и.
Керамик әйберҙәргә фотографик ысул менән һүрәт төшөрөү. □ Фотокерамика. Ҡәбер ташына фотокерамика ҡуйыу. Фотокерамика эшләтеу.
ФОТОКОНКУРС [рус.] (Р.: фотоконкурс; И.: photo competition; T.: fotoğraf yarışması) и.
Фотографтар эшләгән рәсемдәр конкурсы. □ Фотоконкурс. Фотоконкурста ҡатнашыу. Тәбиғәтте һаҡлау темаһына фотоконкурс уткәреу положениеһы.
ФОТОКОПИЯ [рус.] и. ҡар. фотокүсер-мә. Документтың фотокопияһы. Боронғо ҡулъяҙмалар фотокопияһы.
ФОТОКОР [рус.] и. һөйл. ҡар. фотокорреспондент. Фотокор булып эшләу. Фотокорҙар йыйылышы.
ФОТОКОРРЕСПОНДЕНТ [рус] (Р.: фотокорреспондент; И.: press photographer; T.: foto muhabiri) и.
Гәзит-журналдар өсөн фотолар эшләгән фотограф. □ Фотокорреспондент. Фотокорреспондент булып эшләу. М Был фотоны
319