ФОТОКҮРГӘҘМӘ
фронт гәзитенең фотокорреспонденты төшөргәйне. И. Абдуллин.
ФОТОКҮРГӘҘМӘ (Р.: фотовыставка; И.: photographic exhibition; T.: fotoğraf sergisi) и.
Фотография юлы менән эшләнгән һүрәттәрҙән торған күргәҙмә. □ Фотовыставка. Фотокүргәҙмә ойоштороу. Фотокүргәҙмәлә ҡатнашыу. Я Иранда Башкортостандың Фоторәссамдар союзы рәйесе Рәмил Кил-мәмәтовтың фотокүргәҙмәһен ойоштороу күҙаллана. «Йәшлек», 23 март 2010.
ФОТОКҮСЕРМӘ (Р.: фотокопия; И.: photostat; T.: fotokopi) и.
Ниндәйҙер документтың, ҡулъяҙманың һ. б. фотография юлы менән эшләнгән күсермәһе. □ Фотокопия. Көндәлектең фотокүсермәһе. Я 1993 йылда ғәрәп телендәге Ҡөрьәндең фотокүсермәһе транскрипцияһы һәм башҡортса тәржемәһе рәүешендә айырым китап итеп икенсе тапҡыр нәшер ителде. «Киске Өфө», № 15, 2011.
ФОТОҠАҒЫҘ (Р.: фотобумага; И.: photographic paper; T.: fotoğraf kağıdı) и.
Фотография төшөрә торған махсус ҡағыҙ.
□ Фотобумага. Я [Рафиҡ] бер көндө ҙур ғына форматлы фотоҡағыҙға үҙенең дә, Линара-ның да һүрәтен төшөрҙө, ситтәрен семәрләп биҙәне. Л. Якшыбаева.
ФОТОЛАБОРАТОРИЯ [рус ] (Р.: фото лаборатория; И.: photolaboratory; T.: fotoğraf laboratuvarı) и.
Яҡтылыҡҡа һиҙгер фотографик материалдар менән эш итә торған лаборатория.
□ Фотолаборатория. Я [Ғүмәров] фотолабораторияға һуғылып, эскадрилья өлкән технигын эҙләп йөрөгән арала киске байрам ашы башланғайны. А. Мағазов.
ФОТОМЕТР [гр. photos ‘яҡтылыҡ’ + metreö ‘үлсәйем’] (Р.: фотометр; И.: photometer; T.: fotometre) и.
Яҡтылыҡ дәүмәлен билдәләй торған прибор. □ Фотометр. Фотометр менән үлсәү.
ФОТОМЕТРИК (Р.: фотометрический; И.: photometric; T.: fotometrik) с.
Фотометрияға мөнәсәбәтле, фотометрияға нигеҙле. □ Фотометрический. Фотометрик күҙәтеү. Фотометрик ысул.
ФОТОМЕТРИЯ [гр. photos ‘яҡтылыҡ’ + metreö ‘үлсәйем’] (Р.: фотометрия; И.: photometry; T.: fotometri) и.
Оптиканың яҡтылыҡ дәүмәлен һәм электромагнит нурҙарының энергетик характеристикаһын үлсәү менән шөғөлләнгән бүлеге. □ Фотометрия. Фотометрия менән ҡыҙыҡһыныу.
ФОТОМЕХАНИКА [рус.] (Р.: фотомеханика; И.: photomechanics; T.: fotomekanik) и. полигр.
Баҫма әйберҙә иллюстрациялар биргәндә фотографик ысул ҡулланыуға нигеҙләнгән саралар йыйылмаһы. □ Фотомеханика.
ФОТОМОНТАЖ [рус.] (Р.: фотомонтаж; И.: photomontage; T.: fotomontaj) и.
1. Бер темаға ҡараған бер нисә фотографияны ҡушып йыйнап биреү эше. □ Фотомонтаж.
2. Шул юл менән төҙөлгән плакат, реклама, иллюстрация. □ Фотомонтаж. Я Төрлө методик әсбаптар, фотомонтаж, китап күргәҙмәләре булған күсмә китапханалар ауыл хеҙмәткәрҙәрен китапҡа яҡынайтыуҙа баһалап бөткөһөҙ роль уйнай. «Ағиҙел», № 6, 2013.
ФОТОМЫЛТЫҠ (фотомылтығы) (Р.: фоторужьё; И.: camera gun; T.: tüfek kamerası) и.
Иректә йөрөгән йәнлектәрҙе фотоға төшөрөү өсөн тәғәйенләнгән мылтыҡ рәүешендәге фотоаппарат. □ Фоторужьё. Фотомылтыҡ менән төшөрөү. Фотомылтыҡ ҡулланыу.
ФОТОН [гр. photos ‘яҡтылыҡ’] (Р.: фотон; И.: photon; T.: foton) и.
Яҡтылыҡ киҫәксәһе, электромагнит ҡыры кванты. □ Фотон. Я Киләсәктә һәр ҡайһыбыҙ уй көсө менән фотон энергияны тоҡандыра аласаҡбыҙ. Ә. Үтәбай.
ФОТОНАБОР [рус.] (Р.: фотонабор; И.: phototype setting; T.: foto tab, film ile dizme) и. полигр.
Диапозитив йәки негатив рәүешендә йыйылған һәм киләһе баҫма формалар өсөн файҙаланылған набор. □ Фотонабор. Фотонабор ҡулланыу.
ФОТООБЪЕКТИВ [рус.] (Р.: фотообъектив; И.: camera lens; T.: kamera merceği) и.
320