Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 331


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ФӘҠИР
ФЫРТЛАНЫУ (фыртлан-) (Р.: щеголять; И.: flaunt; T.: şık giyinmek) ҡ.
Фырт, матур кейенеп йөрөү. □ Щеголять, франтить, ходить щёголем, франтом. Фырт-ланып ҡына йөрөй был малай.
ФЫРТЛЫҠ (фыртлығы) (Р.: щегольство; И.: dandyism; T.: şıklık düşkünlüğü) и.
Фырт, матур кейенеп йөрөүгә ынтылыш.
□ Щегольство, франтовство. ■ Ә беҙ йыш ҡына тышҡы ялтырауыҡҡа, тәкәбберлеккә, фыртлыҡҡа ынтылабыҙ. «Киске Өфө», № 27, 2009.
ФЫРТЫМ с. ҡар. фырт I. ■ Хисамый артыҡ бай кешеләрҙән булмаһа ла, аттары шәп, фыртым ир ине. Б. Бикбай. Берҙән-бер көн был фыртым кеше, Таһирҙы туҡтатып, уны уҙенең артеленә эшкә саҡыра. Р. Өмөтбаев.
ФЫР-ФЫР, фыр ҙа фыр (Р.: звукоподражательное слово, обозначающее порхание птиц, шум вращающегося предмета; И.: sound-imitatative word; T.: fır fır) өҡш.
Ҡабат-ҡабат фыр иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Звукоподражательное слово, обозначающее порхание птиц, шум вращающегося предмета. Фыр-фыр осоу. Фыр-фыр килеу. ■ Ҡала урамына сығыуыбыҙ була, ҡошсоҡтар беҙҙең янға өйөлөшә, фыр-фыр осоша башлай. Ә. Үтәбай.
ФЫРФЫРА (Р.: дух ветра; И.: spirit of wind; T.: rüzgârın iyesi) и. миф.
Ел эйәһе. □ Дух ветра. Фырфыра ауырыу килтерә.
ФЫРЫЛДАУ (фырылда-) (Р.: с шумом вспархивать; И.: flitter noisily; T.: fırlamak) ҡ.
Фыр-фыр тигән тауыш сығарыу (ҡоштар ҡапыл осоп киткәндә, механизмдар өйләнгәндә). □ С шумом вспархивать; шумно порхать; шумно вращаться (о механизмах). М Машиналар, куңелле фырылдап, алға, Павловка яғына киттеләр. Ә. Вәли. Бына өйкөм тал араһында ниндәйҙер ҡоштоң фырылдап осҡаны ишетелде. Н. Мусин.
ФЫТЫР [ғәр. jLâ] (Р.: фытыр; И.: sort of Moslem alms; T.: fıtır) и. дини.
Ураҙанан һуң бирелә торған хәйер, саҙаҡа.
□ Фытыр (подаяние по случаю праздника
после мусульманского поста ураза). Фытыр хаҡы. Фытыр биреу.
ФЫТЫР САҘАҠАҺЫ и. дини. ҡар. фытыр. Фытыр саҙаҡаһы биреу. Фытыр саҙаҡаһы таратыу. ■ Быйыл фытыр саҙаҡаһы һәр ғаилә ағзаһынан кеше башына 30 һумдан мәсет файҙаһына бирелә. «Ашҡаҙар», 8 сентябрь 2010.
ФӘҒАЛИӘТ [ғәр. (Р.: исполнительность, деловитость; И.: industry; T.: faaliyet) и. иҫк. кит.
Эшсәнлек, уңғанлыҡ. □ Исполнительность, деловитость. ■ Халыҡтарҙың .. фәғалиәттә айырманы уйлаһаң, хайран ҡалаһың. Ф. Вәлиев.
ФӘҒАН [ғәр. (Р.: кручина, печаль, горесть; И.: woe; T.: hüzün) и. иҫк. кит.
Моң-зар. □ Кручина, печаль, горесть.
■ Уйнама, сазың, рәнйетмә йәнем, курмә-һен донъя аһ вә фәғаным! М. Ғафури.
ФӘЗА [ғәр. (Р.: открытое место, простор; И.: space; T.: feza) и. иҫк. кит.
1. Асыҡ ер, киң арауыҡ. □ Открытое место, простор, ширь.
2. Күк йөҙө, космос. □ Космическое пространство, космос. ■ Мин курәмен киң фәзаның ай менән йондоҙҙарын. М. Ғафури.
ФӘЙЛӘСУФ [гр. philosophus < ғәр.
(Р.: философ; И.: philosopher; Т.: felsefeci; filozof) и. иҫк.
Философ. □ Философ. ■ Араларында данлыҡлы мәҙрәсәләрҙә уҡыған, бөйөк фәй-ләсуфтарҙың тәғлимәтен уҙләштергән ғилем эйәләре бар. Ә. Хәкимов.
ФӘЙРҮЗӘ [фарс. o jjjjâ] и. ҡар. фирүзә.
■ Көмөш кенә йөҙөк фәйрузә ҡаш төшөп кенә китте даръяға. Халыҡ йырынан.
ФӘЙТҮН и. һөйл. ҡар. фаэтон. ■ Кискә табан Хәйбрахман байҙың ҡапҡаһынан фәй-тунгә егелгән пар ерән ат сыҡты. Д. Юлтый.
ФӘҠЕШ с. ҡар. насар. Фәҡеш кеше.
ФӘҠИР [ғәр. jjââ] (Р.: бедный, убогий; И.: distitute; T.: fakir) c.
Мохтажлыҡта йәшәгән, ярлы; киреһе — бай. □ Бедный, убогий. / Бедняк. Фәҡир кеше. ■ Таип Кусем ауылында иң фәҡир кеше булып хисапланған. Р. Өмөтбаев. Йәмилә әсәй фәҡир генә бер кешенең ишле балалы
331