Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 330


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ФУТЛЯР
башында, стадионда, футболсылар ҡала беренселеге өсөн ярыша. 3. Биишева.
ФУТЛЯР [нем. Futteral] (Р.: футляр; И.: case; container; T.: mahfaza; kutu) и.
Нимәнелер боҙолоу, ватылыу, бысраныуҙан һ. б. һаҡлау өсөн һала торған ҡумта, көп рәүешендәге әйбер. □ Футляр. Скрипка футляры. Сәғәт футляры. Футлярҙан алыу.
■ Фәтихов йылы һыуға бумаланы манып алды ла битен сылатты, бритваны футлярынан алды. И. Абдуллин. Дәуериә скрипкаһын футлярына һалды ла ипләп кенә урынына ятты. 3. Биишева.
ФУТУРИЗМ [ләх. futurum ‘киләсәк’] (Р.: футуризм; И.: futurism; T.: fütürizm, fütürcülük) и.
XX быуаттың башында Европа сәнғәтендәге бөтә культура мираҫын кире ҡаҡҡан, урбанизмды яҡлаған, заманға ярашлы яңы стиль табып маташҡан йүнәлеш. □ Футуризм. Көнбайыш футуризмы. ■ [Роза — Сәлихҡа:] Докладты аҙ һөйләмәгәнмендер, һеҙ унда кубизм да футуризм менән көрәшкәндә, беҙ бында оппортунизм менән көрәшә торғайныҡ. С. Агиш.
ФУТУРИСТ (футурисы) [рус.] (Р.: футурист; И.: futurist; T.: fütürist) и.
Футуризм яҡлы кеше. □ Футурист. ■ Үҙҙәрен һул йунәлештә тип атап йөрөтөу-се футуристар, кубистар, конструктивистар менән реалистар, натуралистар араһында уҡыусыларға һиҙелерлек ижади талаштар бара. С. Агиш.
ФУТУРИСТИК (Р.: футуристический; И.: futuristic; T.: fütürist) с.
Футуризм идеялары менән һуғарылған, футуризмға бәйле. □ Футуристический. Футуристик роман. Футуристик алым.
ФУФ (Р.: фу; И.: gosh; T.: öf!) ымл.
Берәй нәмәнән ерәнгәндә әйтелә. □ Фу (выражает чувство брезгливости, отвращения). Фуф, һаҫыҡ!
ФУФАЙКА [рус] и. ҡар. куфайка.
■ Рахмайҙың да өҫтөнән фуфайка төшмәй. К. Кинйәбулатова. Картуф ҡаҙыусылар фуфайкаларын кейә һалдылар. Й. Мостафин.
ФУФ-ФУФ (Р.: фу-фу; И.: ugh!; T.: öf!) ымл.
Берәй нәмәнән ерәнгәндә әйтелә. □ Фу-фу (выражает чувство брезгливости, отвращения ). ■ Дейеу пәрейе ҡайтып инеу менән: «Фуф-фуф, әҙәм еҫе сыға», — тип төкөрөнә башлай. Әкиәттән.
ФҮГӘН и. ҡар. һеүән. Фугән һалыу. Фугән уреу.
ФЫР (Р.: звукоподражательное слово, обозначающее порхание птиц, шум вращающегося предмета; И.: imitation of a fluttering sound; T.: fır) оҡш.
Ваҡ ҡош ҡапыл осоп киткәндә, нимәлер әйләнгәндә сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ.
□ Звукоподражательное слово, обозначающее порхание птиц, шум вращающегося предмета. Коштар йәнә фыр ҙа фыр.
ФЫР ИТЕУ (фыр ит-) ҡ. ҡар. фырлау.
Фыр итеп осоп китеу.
ФЫРЛАУ (фырла-) (Р.: вспархивать с шумом; И.: take off noisily; T.: fırlamak) ҡ.
Фыр тигән тауыш сығарыу (ҡапыл осоп, ҡуҙғалып киткәндә). □ Вспархивать, начинать движение с шумом. Фырлап осоу.
■ Кубәләк тик йәм һөйә, тик гөл янында фырлай ул. Ш. Бабич. Фырлап ҡуҙғалып киткән машина артынан уйҙарына баш була алмай Хәҙисә Ғәзизовна ғына моңайып байтаҡ ҡарап торҙо. Р. Байымов. Тамаҡ ялғарға тип килгән бисара себештәр бер нәмә ашай алмайынса фырлап осоп киттеләр. И. Ғиззәтуллин.
ФЫРТ I (Р .: щеголеватый, франтоватый; И.: foppish; T.: züppe) с.
Матур итеп кейенергә яратҡан, үҙен ҡупшы, эре тотҡан. □ Щеголеватый, франтоватый. / Щёголь, пижон. Фырт ҡатын.
■ Ҡыҙҙарҙың бәғзеләре эрерәк, фыртыраҡ малайҙарҙы дуҫ итмәкселәр бит. Р. Байбулатов. Кантон башлығы булыуынан бигерәк, шиғри куңеле, ихласлығы менән оҡшай ине Зәки Вәлидигә был фырт мыйыҡлы, ҡуңыр йөҙлө Ғәлимйән уҙаман. Р. Байымов.
ФЫРТ II (Р.: высокомерно; И.: hautily; T.: kibirli) р.
Һауалы, башҡаларҙан үҙен өҫтөн тотоп.
□ Высокомерно, горделиво. Фырт ҡыланыу.
■ Егет фырт ҡына боролоп, ҡуҡырая биреп, китеп тә барҙы. Ғ. Байбурин.
330