Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 329


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ФУТБОЛСЫ
ФУРАЖКА [рус.] (Р.: фуражка; И.: peakcap; T.: kasket) и.
Тирәсле, козырёклы баш кейеме. □ Фуражка. Кун фуражка. Фуражка кейеу. ■ Иншар башындағы фуражкаһын һалды ла кәйелтеп ебәрҙе. Р. Байбулатов. Фуражка куҙгә төшөп, наганды тоҫҡарға ҡамасаулай башлағас, Ғилман уны кырандасҡа атып бәрҙе. Ғ. Лоҡманов.
ФУРАЖСЫ (Р.: фуражир; И.: fodder storeman; T.: yemci) и.
Фураж әҙерләгән, фураж менән эш иткән кеше. □ Фуражир. М Фуражсы склады эсенә инеп юғалғас та, Илдар менән Роза, ауыл яғы ишеге алдына сығып, әле алыҫая барған атҡа, әле бер-береһенә аптырап ҡаранды. Р. Байбулатов.
ФУРГОН [фр. fourgon] (Р.: фургон; И.: van; T.: kapalı at arabası) и.
1. Өҫтө ябыулы арба. □ Фургон. Фургон егеу. Фургонға йөк тейәу. М [Айсыуаҡтар] барып бер-ике арба һалам тараттылармы-юҡмы, фургондар егеп, ауылдан да килеп төштөләр. Т. Килмөхәмәтов. Сабир берҙән-бер көндө, өр-яңы фургон егеп, умарталыҡҡа килде. Д. Исламов.
2. Кузовы ябыулы йөк машинаһы. □ Фургон. Фургонға ултырыу. И Бер аҙҙан фургонға оҡшаш ҙур машина килеп туҡтаны. Р. Солтангәрәев. Фургон ремонтта ултыра, транспорт юҡ. М. Иҙелбаев.
ФУРИЯ [лат. furia] (Р.: фурия; И.: Fury; Т.: Fury) и. һөйл.
1. миф. Боронғо Рим мифологияһында үс алыусы алиһә. □ Фурия. Тизифона, Мегера һәм Алекто исемле фуриялар.
2. кусм. Уҫал ҡатын. □ Фурия. Куршенең фурияһы ҡайтып килә.
ФУРМАН [рус. фургон] (Р.: фургон; И.: van; T.: furgon) и.
Кәлтә, бесән тейәй торған бейек үрәсәле арба. □ Фургон. Бер фурман бесән. Фурманға тейәу. ■ Фурмандар, ыңғыр-шыңғыр килеп, туғайға йунәлде. Р. Низамов. Хәсән атын фурманға егеп килгәйне. Ф. Әсәнов.
ФУРНИТУРА [нем. Foumiture} (Р.: фурнитура; И.: accessories; T.: aksesuarlar) и.
Ниндәйҙер етештереү әлкәһендә, һөнәрселектә ҡулланыла торған ярҙамсы мате
риалдар. □ Фурнитура. Фурнитура алыу. Мебель эшләу өсөн фурнитура.
ФУРУНКУЛ [лат. furunculus] и. ҡар. шешек 1. Фурункул сығыу. Фурункул йонсотоу.
ФУРФУРОЛ [лат. furfur ‘көрпә’ + oleum ‘май’] (Р.: фурфурол; И.: furfural; Т.: furfural) и. хим.
Үҫемлек ҡалдыҡтарын гидролизлау юлы менән алынған һәм синтетик ыҫмала, дарыу яһауҙа ҡулланылған һары төҫтәге шыйыҡса. □ Фурфурол. М Амил спиртының ағыуы этилға ҡарағанда 19 тапҡыр юғары, фурфуролдыҡы (латинса көрпә тигәнде аңлата) иһә — 83 тапҡырға. «Йәшлек», 21 ғинуар 2010.
ФУРЬЕРИЗМ [француз социалист-уто-писы Ш. Фурье исеменән] (Р.: фурьеризм; И.: Fourierism; T.: Furiyecilik) и.
Утопик социализм тәғлимәтенең бер төрө. □ Фурьеризм.
ФУТ [ингл. foot ‘аяҡ’] (Р.: фут; И.: foot; Т.: fit (birim) и.
1. 30,5 сантиметрға тиң булған оҙонлоҡ үлсәү берәмеге (Англияла һәм метрик система индерелгәнгә тиклем Рәсәйҙә ҡулланыла). □ Фут. Биш фут. Оҙонлоғо бер фут.
2. иҫк. Шул берәмеккә тигеҙ булған линейка. □ Фут. Фут менән улсәу.
ФУТБОЛ [ттл. football < foot ‘аяҡ’ + ball ‘туп’] (Р.: футбол; И.: football; T.: futbol) и.
Уйын ваҡытында һәр команда ҡаршы яҡтағы ҡапҡаға аяҡ менән тибеп туп индереүҙе маҡсат итеп ҡуйған спорт уйыны. □ Футбол. Футбол командаһы. Футбол тубы. Футбол уйнау. ■ Судья футбол тубын тотоп уртаға ташланы. Б. Дим. Ғилметдин бабай улын футбол ҡарарға ебәрергә теләмәне. Д. Исламов.
ФУТБОЛКА [рус.J (Р.: футболка; И.: T-shirt; T.: tişört) и.
Ғәҙәттә, төймәһеҙ, яғаһыҙ, ҡыҫҡа йәки оҙон еңле трикотаж кейем. □ Футболка. Футболка кейеу. Футболка һатып алыу.
ФУТБОЛСЫ (Р.: футболист; И.: football player; T.: futbolcu) и.
Футбол уйнаусы. □ Футболист. Футболсылар командаһы. Я Парктың икенсе
329