Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 328


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ФУНДАМЕНТАЛЬ
ФУНДАМЕНТАЛЬ (Р.: фундаментальный; И.: fundamental; T.: temel, sağlam) с.
Тәрән йөкмәткеле; нигеҙле. □ Фундаментальный. Фундаменталь әҫәр. ■ Был фундаменталь хеҙмәт, билдәле булыуынса, рус телендә баҫылған башҡорт әкиәттәренең берҙән-бер тулы баҫмаһы булып тора. М. Зәйнуллин.
ФУНДУК (фундугы) [төр. findik] (Р.: фундук; И.: hazel-nut; T.: fındık) и.
Урман сәтләүеге. □ Фундук (лат. Corylus maxima). Фундук ашау. Фундук файҙаһы. Фундук ҡулланыу.
ФУНИКУЛЁР [лат. funiculus ‘бау’ < фр. funiculaire] (Р.: фуникулёр; И.: cable railway; T.: füniküler) и.
Текә таулы ерҙә йөктө ҡорос арҡан менән тартып йөрөтөүгә ҡулайлаған юл. □ Фуникулёр. ■ Фуникулёр төбөндә уны [Раяны] көтөп торған офицерҙы кургәс, бик ҡыланып йылмайҙы, ғәфу утенде. И. Абдуллин.
ФУНКЦИОНАЛЬ (Р.: функциональный; И.: functional; T.: fonksiyonel) с.
1. Функцияға (1) мөнәсәбәтле. □ Функциональный. Функциональ анализ. Функциональ мөнәсәбәт.
2. Организмдың эшмәкәрлегенә бәйле. □ Функциональный. Функциональ диагностика. ■ Тикшеренеу барышында ғалимдар функциональ магнит-резонанс томография ярҙамында баш мейеһенең куреу өсөн яуаплы булған өлөшөнөң кәйефкә бәйле нисек уҙгәреуен асыҡлауға өлгәшә алған. «Киске Өфө», №24, 2011.
ФУНКЦИЯ [лат. functio ‘башҡарылыш’] (Р.: функция; И.: function; T.: fonksiyon) и.
1. Икенсе хәлгә бәйле булып, ул үҙгәргәндә үҙгәргән күренеш. □ Функция.
2. мат. Икенсе бер үҙгәрешле дәүмәлгә бәйле булып, ҡиммәте уға ярашлы рәүештә үҙгәргән дәүмәл. □ Функция. Кире тригонометрик функция. Кәсер һыҙыҡлы функция.
3. биол. Организмдың йәшәүен, тереклек итеүен күрһәткән эшмәкәрлеге. □ Функция. Баш мейеһенең функцияһы. ■ Кан әйләнеше булмаһа, нервы ептәре уҙенең функцияһын тергеҙә алмаһа, нисек кенә өҙөлгән бармаҡ
йәбешеп, бөтәшеп китмәһен, ул элекке хәленә ҡайта алмай. Д. Бүләков.
4. кусм. Башҡарған эш, вазифа, бурыс.
□ Функция. ■ Уҡытыусының тағы бер функцияһы — уҡыусыны уҙенең ҡылыҡтарын баһаларға, тикшерергә, сағыштырырға өйрәтеу. «Йәшлек», 23 март 2010.
5. Үтәгән эш, роль. □ Функция. Хәбәр функцияһын утәу. Эйәлек килеш функцияһы. Аҡса функцияһы. ■ Тап легендалар ярҙамында тарихи йырҙарҙың .. эпиклыҡ функцияһы ҙурайып китәлә инде. К. Мәргән.
ФУНТ I лат. pondus ‘ауырлыҡ’ < нем. Pfund, ингл. pound] и.
1. ҡар. фунт стерлинг. Йөҙ фунт. Долларҙы фунтҡа алмаштырыу.
2. 409,5 грамлы боронғо үлсәү берәмеге.
□ Фунт (мера веса). ■ Магнит ташының — мәғдәненең 100 фунтын тикшереп мизанға һалып ҡараһалар, 75 фунт саф тимере тартты ҡуйҙы. Ғ. Хөсәйенов. • Фунты ла бер, бото ла бер. Әйтем.
3. Англия, Бельгия һ. б. илдәрҙә 453,6 грамлы үлсәү берәмеге. □ Фунт (мера веса). Фунт менән улсәу.
ФУНТ СТЕРЛИНГ [ингл. pound sterling] (Р.: фунт стерлингов; И.: pound sterling; T.: sterlin) и.
Великобританияның 100 пенсҡа торошло аҡса берәмеге. □ Фунт стерлингов. Фунт стерлинг курсы.
ФУРА [нем. Fuhre] и.
1. ҡар. фургон. Фураға тейәу.
2. Ҙур йөктәр ташыусы машина. □ Фура. Фураға йәшниктәр тейәу. Фура менән алып барыу.
ФУРАЖ [фр. fourrage < feure ‘һалам’] (Р.: фураж; И.: fodder; T.: yem) и.
Мал-тыуар, ҡош-ҡорт өсөн әҙерләнгән аҙыҡ. □ Фураж. Фураж ташыу. ■ Егет һаламды тиҙ генә аҡтарып ташланы: арба төбөндә өс тоҡ фураж оно ята ине. Н. Ҡотдосов. Яғыулыҡ, фураж һәм аҙыҡ-тулек запасы наҡыҫланды. Я. Хамматов.
ФУРАЖИР [рус] и. ҡар. фуражсы. ■ Ғәләуетдиндең башына бер бик шәп фекер көтмәгәндә, фуражирҙан он алған сағында, килде. Р. Кинйәбаев.
328