Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 327


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ФУНДАМЕНТ
ФУ (Р.: фу; И.: ugh!; T.: pöf!, öf!) ымл.
1. Нимәгәлер үртәнгәндә, ниҙәндер ерәнгәндә әйтелә. □ Фу (выражает недовольство, брезгливость). ■ [Закир:] Фу, шайтан алғыр! Был хәтле лә томра булыр икән.
3. Биишева. Фу, башҡа әллә ниҙәр килә, — тип Голнара урынынан торҙо. Н. Мусин.
2. Арығанда, тамам хәл бөткәндә әйтелә. □ Уф, фу. Фу, бөгөн бик арытты. ■ [Гэрәй:] Фу, оҙаҡ ултырып баш томаланып киткән. Б. Бикбай. [Шофёр:] Фу, көн оҙон йөрөп тә шул хәтле йонсоғаным юҡ ине. Яр. Вәлиев.
3. Нимәлер үтәгәндән һуң еңеләйеп ҡалғанды белдергәндә әйтелә. □ Уф. Фу, өҫтән ҙур йөк төштө.
ФУГА [ит. fuga ‘ҡасыу’] (Р.: фуга; И.: fugue; T.: füg) и. муз.
1. Бер музыкаль теманың бер нисә тауыш ҡатнашлығында эҙмә-эҙлекле ҡабатланы-уы. □ Фуга. Фуга уйнау.
2. Ошо ҡабатланыуға нигеҙләнгән музыкаль әҫәр. □ Фуга. Бах фугаһы. Фуга башҡарыу. М Айсыуаҡ килгән береһенә уҙе музыка мәктәбендә өйрәнгән пьесаларҙы, фугаларҙы, сонаталарҙы уйнап ишеттерҙе. Ш. Янбаев.
ФУГАНКА [рус. фуганок < нем. Fuge-bank] (P.: фуганок; И.: smoothing-plane; T.: uzun rende, planya) u.
Таҡтаны шыма һәм тигеҙ итеп йышыу өсөн тәғәйенләнгән оҙон ҙур йышҡы. □ Фуганок. Фуганка тотҡаһы. ■ Тип-тигеҙ булып ҡором эҙе ҡала һәм таҡтаны шул эҙ буйлап сабып тигеҙләйһең, йышҡы менән йышырға, фуганка менән шымартырға тура килә. Н. Мусин.
ФУГАС [фр./ог/gasse] (Р.: фугас; И.: land mine; T.: tahrip) и.
1. Ер йәки һыу аҫтына һалынған шартлатҡыс матдә заряды. □ Фугас. ■ һуғыш бара, ана бер дворҙа фугас шартлай ерҙе емереп. Т. Арслан.
2. һөйл. ҡар. фугаска. Н Көтмәгәндә йәшен һуҡҡан һымаҡ, гөрҫләп ярылғас та фугас туп, уң яҡ ситтә елгән бер танкыны ялмап ала ялҡын уралтып. Я. Ҡолмой. Яңы аэродромда өсөнсө авиаэскадрильяны йөҙәр
килограмлы фугас авиабомбалар тейәлгән студебеккер көтөп алды. А. Мағазов.
ФУГАСКА [рус.] (Р.: фугаска; И.: high-exlosive bomb; T.: tahrip bombası) u.
1. һөйл. Фугаслы авиабомба. □ Фугаска. Фугаска ырғытыу.
2. Фугаслы снаряд. □ Фугаска. ■ Гузәл ергә фугаскалар яуҙырыуҙы, ҡалалар ауылдарҙы яндырыуҙы .. туҡтатырға! Р. Ниғмәти.
ФУГАСЛЫ (Р.: фугасный; И.: high-exlosive; T.: tahrip) с.
Шартлау көсө менән емерә торған. □ Фугасный. Фугаслы бомба. ■ Тап ошо көндә Воронеж ҡалаһының тимер юл станцияһы балалар баҡсаһына фугаслы бомбалар төшөп ярылды. Ғ. Аллаяров.
ФУЖЕР [фр. fougere] (Р.: фужер; И.: tall wine glass; T.: ayaklı büyük kadeh) u.
Эсемлек һәм шараптар өсөн тәғәйенләнгән оҙон аяҡлы ҙур бокал. □ Фужер. Гәлсәр фужер. Фужерға ҡойоу. ■ Нескә билле фужерҙағы яратҡан шараптан да бөгөн ниңәлер әскелтем һеркә тәме килгәндәй. Р. Вәлиев. Сервант сәй сервиздары, фужерҙар, рюмкалар, хрусталь вазалар менән лыҡа тулы. Т. Ғиниәтуллин.
ФУКСИН [нем. Fixus] (Р.: фуксин; И.: kind of synthetic dye; T.: açık kırmızı boya) и. хим.
Асыҡ ҡыҙыл төҫтәге синтетик буяу. □ Фуксин. Фуксин менән буялған. Фуксин ҡулланыу.
ФУКСИЯ [нем. Fuchsie] (Р.: фуксия; И.: fuchsia; T.: küpeçiçeği) и. бот.
Асъүк ҡыҙыл сәскәле үҫемлек. □ Фуксия (лат. Fuchsia). Фуксия сәскәһе. Фуксияны кусереу. ■ Әле лилиәнең генә дурт, фуксияларҙың ун һигеҙ төрө бар. «Киске Өфө», № 37, 2009.
ФУМПЫЛДАҠ (фумпылдағы) и. диал. ҡар. ябалаҡ. Фумпылдаҡ ухылдау ы. Фумпылдаҡ оса. Фумпылдаҡтың ите хәрәм, уны ашамайҙар.
ФУНДАМЕНТ [лат. fundamentum] и. ҡар. нигеҙ 1. Фундамент һалыу. Фундамент кутәреу. Ныҡлы фундамент. Өй фундаменты.
327