Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 326


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ФРОНТАЛЬ
нов Ленинград фронтында 502 фашисты юҡ иткән. «Ағиҙел», № 5, 2013.
5. Һуғыш барған районда урынлашҡан хәрәкәттәге армия һәм ҡораллы көстәр. □ Фронт. Фронт командующийы. Фронт штабы. ■ Фронт командалығының бойороғо буйынса, 8-се атлы корпус Көньяҡ-Көнбайыш һәм Брянск фронттары аралығына индерелә. Р. Өмөтбаев.
6. кусм. Бер үк ваҡытта күмәк кеше тарафынан башҡарылырға мөмкин булған эш урыны. □ Фронт. V Һәр бер эштә, һәр бер фронтта мин һаман да эшләп йөрөрмөн. X. Ҡунаҡбай.
7. Коллектив эшмәкәрлектең ниндәйҙер бер әлкәһе. □ Фронт. Идеологик фронт.
■ Ҙур илемдең хеҙмәт фронтында, ҡулыма тотоп уткер ҡәләмем, .. мин мәңгегә поста ҡаламын. С. Ҡудаш.
ФРОНТАЛЬ (Р.: фронтальный; И.: frontal; T.: cephe) с.
1. Дошман фронты буйына ҡаршы йүнәлтелгән. □ Фронтальный. Фронталь һөжум.
■ Фронталь һөжум барып сыҡмағас, Скуратов бер ук ваҡытта тылдан да, флангыларҙан да һөжум башланы. «Ағиҙел», № 8, 2011.
2. кусм. Бер үк ваҡытта бер юлы эшләнелә торған. □ Фронтальный. Фронталь рәуештә тикшереу. М Заман проблемаларын фронталь сюжет һыҙыҡтарында башҡа төрлө байыраҡ композицион саралар аша сағылдырырға була. 3. Әлибаев.
ФРОНТОВИК (фронтовигы) [рус.] (Р.: фронтовик; И.: front-line soldier; T.: eski asker) и.
Фронтта ҡатнашҡан, һуғышта булған кеше. □ Фронтовик. Фронтовиктар менән осрашыу. ■ Фронтовик кеше һуғыш хәлдәрен һөйләне. И. Ғиззәтуллин. Назар Нәжми бит талантлы шағир ғына тугел, ут-һыуҙар кискән фронтовик, куренекле йәмәғәт эшмәкәре лә булды. Н. Мусин.
ФРОНТОН [фр. fronton] (Р.: фронтон; И.: pediment; T.: alınlık, fronton) и. архит.
Бина фасадының ике яҡлы ҡыйығы менән кәрниз араһындағы өсмөйөш рәүешендәге юғарғы өлөшө, маңлайы. □ Фрон
тон. Фронтон буяу. ■ Алты мөйөшлө өйҙөң башы тыранса менән ябылған, гәрнистәре, тәҙрә баштары һырлап-селтәрләп эшләнгән, фронтондары ел уткеһеҙ итеп таҡта менән кәпләнгән. Н. Мусин. Кыйыҡ бөткән ерҙә фронтонда ҙур ишек бар. Д. Шәрәфетдинов.
ФРОНТТАШ (Р .: сослуживец по фронту; И.: co-serviceman; T.: asker arkadaşı) и.
Фронтта бергә булған кешеләр. □ Сослуживец по фронту. Фронтташтар менән хатлашыу. ■ Фронтташтар ҡосаҡлашып курештеләр. Н. Мусин. Тимербай уҙенең фронтташ иптәштәрен бик һағынды, уларҙы кургеһе, улар менән бергә дошманды туҡмағыһы килде. Ғ. Аллаяров.
ФРУКТОЗА [лат. fructus ‘емеш’] (Р.: фруктоза; И.: fructose; T.: früktoz, meyva şekeri) и. махе.
Емеш-еләктә, сәскә нектарында һәм балда булған емеш шәкәре. □ Фруктоза. ■ Ҡайһы берәуҙәр шәкәр урынына фруктоза, сорбит йәки ксилит ҡуллана, әммә улар калорияһы буйынса шәкәрҙән айырылмай. «Киске Өфө», № 24, 2010.
ФТИЗИАТР [рус.] (Р.: фтизиатр; И.: phthisiologist; T.: ftizyoloji uzmanı) и.
Фтизиатрия буйынса белгес, врач. □ Фтизиатр. Фтизиатр булып эшләу. Фтизиатр булмәһе.
ФТИЗИАТРИЯ [гр. phthisis ‘үпкә сире’ + iatreia ‘дауалау’] (Р.: фтизиатрия; И.: phthisiology; Т.: ftizyoloji) и.
Медицинаның үпкә туберкулёзын һәм уны дауалау юлдарын өйрәнә торған бүлеге. □ Фтизиатрия. / Фтизиатрический. Фтизиатрия кабинеты.
ФТОР [гр. phthoros ‘емереү’] (Р.: фтор; И.: fluorine; T.: flüor) и. хим.
Химик элемент, ҡырҡыу еҫле һарғылт төҫтәге газ. □ Фтор. ■ Йәшел сәйҙәге фтор тештәр өсөн файҙалы, ә эфир берләшмәләре ауыҙҙан насар еҫте ала. «Башҡортостан ҡыҙы», № 2, 2010.
ФТОРЛЫ (Р.: фтористый; И.: fluorine; Т.: florin içeren) с.
Составында фтор булған. □ Фтористый. Фторлы азот. Фторлы кальций.
326