ФРОНТ
механизмы итеп һаҙлыҡ фрезаһының редукторы һәм трансмиссияһы файҙаланылған. С. Поварисов.
ФРЕЗЕР [рус ] и. ҡар. фреза 1. Фрезер станогы. ■ Фрезерҙың үткер тештәренә нескә генә торбанан һөт һымаҡ шыйыҡса аға. Н. Асанбаев.
ФРЕЗЕР ЛАУСЫ (Р.: фрезеровщик; И.: milling machine operator; T.: frezeci) и.
Фрезер станогында эшләгән эшсе. □ Фрезеровщик. Фрезерлаусы булып эшләү.
ФРЕЗЕРОВЩИК (фрезеровщигы) [рус ] и. ҡар. фрезерлаусы. Фрезеровщик булып эшләү. М Валдар яһалмағас, фрезеровщиктар ҙа, тишеүселәр менән шымартыусылар ҙа туҡталды. Ә. Байрамов.
ФРЕЙДИЗМ [нем.] (Р.: фрейдизм; И.: Freudism; T.: Freudizm) и.
Кешеләрҙең мәҙәни һәм ижтимағи тормошондағы хәлдәрҙе биологик инстинкт күрешене тип ҡараған Австрия психиатры һәм психологы 3. Фрейд тәғлимәте нигеҙендә барлыҡҡа килгән төрлө мәктәп, йүнәлештәр атамаһы. □ Фрейдизм. Фрейдизм теорияһы.
ФРЕЙЛИНА [нем. Fraulein] (Р.: фрейлина; И.: lady-in-waiting; T.: nadime) и.
Батша, король ҡатындары йә принцесса эргәһендә йөрөгән дворян ҡыҙҙарының дәрәжәһе. □ Фрейлина. Батшабикә фрейлинаһы. Фрейлина һайлап алыу.
ФРЕНОЛОГИЯ [гр. ргеһп ‘зиһен, аҡыл’ + legö ‘һөйләйем’] (Р.: френология; И.: phrenology; T.: frenoloji) и.
Кешенең баш һөйәге формаһы менән психик һәм әхлаҡ сифаттарының бәйләнеше тураһындағы теория. □ Френология.
ФРЕНЧ [ингл. French] (Р.: френч; И.: service jacket; T.: ceket) и.
Дүрт кеҫә һалып, биллек ҡуйып, ғәҙәттә, хәрбиҙәр өсөн тегелгән кейем. □ Френч. В Тышта ҡойма ямғыр яуа, ә уның [Урма-новтың]салбары, френчы һәр саҡ үтекләнгән, ҡасан ҡарама — ялтырап тора. Р. Өмөтбаев.
ФРЕОН [фр. freon] (Р.: фреон; И.: freon gas; Т.: freon) и.
Һыуытҡыс машиналарҙа эшләтеүсе матдә итеп ҡулланылған газ рәүешендәге йәки
шыйыҡ хәлдәге продукт. □ Фреон. Фреон файҙаланыу.
ФРЕСКА [ит. fresco] (Р.: фреска; И.: fresco; T.: fresk) и.
1. Еүеш штукатуркаға һыуға иҙелгән буяу менән һүрәт төшөрөү сәнғәте. □ Фреска. Фреска менән ҡыҙыҡһыныу.
2. Ошо ысул менән төшөрөлгән һүрәт.
□ Фреска. Фреска төшөрөү. Стенаны фреска менән биҙәү. В Һәр тарихи урынға мөһабәт һәйкәлдәр һалынған, таш фрескалар һәм яҙмалар музейҙарға тупланған. Б. Рафиҡов.
ФРИКАДЕЛЬКА [рус.] (Р.: фрикаделька; И.: quenelle; T.: köfte) и.
Үткәрелгән иттән йәки балыҡтан яһалған йоморсалар. □ Фрикаделька. Фрикаделька бешереү. Фрикаделька эшләү.
ФРИКАТИВ (Р.: фрикативный; И.: fricative; T.: frikatif) и. лингв.
Тындың телмәр ағзалары араһындағы тар ектән ышҡылып сығыуы менән яһалған (в, ф, ҙ, ҫ, з, с, ж, ш, щ, х, һ, й тартынҡыларына ҡарата). □ Фрикативный. Фрикатив өндәрҙе өйрәнеү. Фрикатив өндәр әйтелеше.
ФРОНТ [нем. Front < фр. front ‘маңлай’] (Р.: фронт; И.: front; T.: cephe) и.
1. Ғәскәри саф. □ Фронт. ■ Бәләбәй ҡалаһында фронттарға теҙҙеләр; поход алып сығып китеп, йөрәктәрҙе өҙҙөләр. Бәйеттән.
2. Ғәскәрҙең дошманға ҡаршы торған сафы һәм улар урынлашҡан, биләгән урын.
□ Фронт. Фронт буйы. Фронт һыҙығы. Фронтты өҙөү. ■ Фронттың алғы ут һыҙығы яҡынлығын снарядтар гөрһөлдәүенең ишетелеп тороу ынан да, яралыларҙың йышыраҡ осрауынан да белеп була. Ә. Байрамов.
3. Һуғыш барған стратегик район һәм һуғыш мәлендә хәрәкәттәге армия биләгән урын; яу ҡыры. □ Фронт. Фронт хәлдәре. Фронтҡа ебәреү. Фронтҡа китеү. Фронтҡа оҙатыу. Фронттан ҡайтыу. В Болотло көн фронтта тағы ла шомлораҡ, йәмһеҙерәк тойола. И. Абдуллин. Эш Рауил уйлағанса булып сыҡманы: Саша Матросов бер төркөм иптәштәре менән тура фронтҡа оҙатылды. Б. Бикбай.
4. Һуғыш барған райондарҙың бер участкаһы. □ Фронт. В Снайпер Әхәт Әхмәтйә-
325