Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 324


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ФРАКЦИЯ
2. Сәйәси партияның дөйөм йүнәлеше менән риза булмай үҙенә башҡа айырылып, партия эсендә көрәш алып барған төркөм.
□ Фракция. Фракцияла тороу.
ФРАКЦИЯ II [лат. fractio ‘һыныу’] (Р.: фракция; И.: component; T.: grup) и. махс.
Бөртөклө йәки ҡаты еҫемдәрҙең (ҡом, ваҡланған тау тоҡомо һ. б.), шыйыҡ ҡушылманың (нефттең һ. б.) ниндәйҙер билдәһе (бөртөксәләрҙең ҙурлығы, тығыҙлығы, ҡайнау температураһы) буйынса айырылған өлөшө. □ Фракция. Нефть фракцияһы. Орлоҡ фракцияһы. Фракцияға айырыу.
ФРАНК [фр. franc] (Р.: франк; И.: franc; T.: frank) и. иҫк.
Франция, Бельгия, Швейцария һәм ҡайһы бер башҡа илдәрҙәге аҡса берәмеге.
□ Франк. Биш франк.
ФРАНЦУЗ (Р.: француз; И.: Frenchman; T.: Fransız) и. этн.
Францияның төп халҡын тәшкил иткән милләт һәм шул милләттең бер кешеһе.
□ Француз. / Французский. Француз халҡы. Француз ҡатыны. Француз теле. ■ Беренсе башҡорт полкы егеттәренең көтөлмәгән һөжүменә сыҙамайынса, француздар кирегә сигенә башланылар. Я. Хамматов. Хат француз телендә ине. Ә. Хәкимов.
ФРАНЦУЗСА (Р.: по-французски; И.: in French; T.: Fransızca) р.
1. Француз телендә. □ По-французски. Французса уҡыу. Французса һөйләү. ■ [Аҡсурин [французса иркен һөйләшә. Р. Байымов. [Младендың] ҡатыны, абруйлы врач ҡыҙы, балалығынан уҡ французса һөйләшеп үҫкән. Ә. Хәкимов.
2. Француздарға хас, француздар кеүек.
□ По-французски, как французы. Французса кейенеү.
ФРАНЦУЗ ЯУЛЫҠ (яулығы) (Р.: азиатский цветастый платок; И.: kind of Asian patterned kerchief; T.: büyük başörtüsü) и. диал.
Эре аҡ биҙәкле ҡыҙыл яулыҡ. □ Азиатский цветастый платок. Француз яулыҡ ябыныу. Француз яулыҡ бүләк итеү.
ФРАТРИЯ [гр. phratria] (Р.: фратрия; И.: phratria; T.: sosyol) и.
Бер нисә ҡәрҙәш ырыуҙы үҙ эсенә алған ҡәбилә эсендәге төркөм. □ Фратрия. ■ Ике фратрия тотемдары ҡапма-ҡаршы ҡуйыла: йылан-йылҡы (Ҡара Юрға) һәм үгеҙ. Й. Солтанов.
ФРАУ [нем. Frau] (Р.: фрау; И.: frau; Т.: frau) и.
1. Германияла һ. б. илдәрҙә кейәүгә сыҡҡан ҡатын һәм уға өндәшеү һүҙе. □ Фрау. ■ Фрау фон Миттельдорф пырхылдап көлөп ебәрә. Ә. Байрамов. Фрау Луизаның ире француз әсирлегенән ҡайтып төштө. Д. Исламов. «Ҡарағыҙ әле, фрау!» — тине Глокбэр, фрау Миллясонға табан боролоп. В. Исхаҡов.
ФРАХТ [нем. Fracht] (Р.: фрахт; И.: freight; T.: hamule, navlun) и. махс.
1. Ғәҙәттә һыу юлы менән йөк йәки пассажирҙар йөрөткән өсөн бирелгән түләү.
□ Фрахт. Фрахт түләү.
2. Ошондай түләү менән килтерелгән йөк һәм уны ташыу эше. □ Фрахт.
ФРЕГАТ I [фр. fregate] (Р.: фрегат; И.: frigate; T.: firkateyn) и. диңг.
1. Ҙурлығы буйынса линия карабынан ҡала икенсе урында торған өс мачталы елкәнле хәрби карап. □ Фрегат. ■ Фрегатта янғын көсәйә барҙы, палуба халыҡ менән тулды. Б. Рафиҡов.
2. һыу аҫты кәмәләрен эҙәрләү һәм юҡ итеү өсөн, шулай уҡ һауа һәм ракета һөжүменә ҡаршы оборонала ҡулланылған карап.
□ Фрегат. Фрегатты шартлатыу.
ФРЕГАТ II [лат. fregata] (Р.: фрегат; И.: frigatebird; T.: fregat kuşu) и. зоол.
Тропик диңгеҙҙәрҙә йәшәй торған эре ҡош. □ Фрегат (лат. Fregata). Фрегат ҡанаты. Фрегат суҡышы.
ФРЕЗА [фр. fraise] (Р.: фреза; И.: milling cutter; T.: freze) и.
1. Ағас, металл кеүек нәмәләрҙең өҫтөн эшкәртеү өсөн ҡулланылған күп ҡырлы әйләнмәле киҫкес ҡорал. □ Фреза. Фреза менән ҡырҡыу.
2. Тупраҡ йомшартыу, торф ҡырҡыу һ. б. шундай эштәрҙә ҡулланылған, алдында махсус киҫкесле әйләнмәле барабаны булған машина. □ Фреза. ■ Аралағы тапшырыу
324