ФРАКЦИЯ
ФРАГМЕНТ [лат. fragmentum ‘киҫәк’] (Р.: фрагмент; И.: fragment; T.: parça) и. кит.
1. Ниндәйҙер сәнғәт әҫәренең бер өлөшө, өҙөгө. □ Фрагмент. Балеттың фрагменты. Һурәттең фрагменты. Әҫәрҙең фрагменты.
■ Тәфтишсе һиҙеме Сыңғыҙ Әхәтовичҡа картинаның төп фрагменты тап ошонда ята, тип шыбырлай ине. Г. Яҡупова.
2. Ниндәйҙер яҙманың, текстың бер өлөшө. □ Фрагмент. Ҡулъяҙма фрагменты.
■ 1989 йылдың йәйендә Башҡортостандың Йылайыр районы Ҡашҡар ауылынан ошо юлдарҙың авторы тарафынан «Сыңғыҙ-намә»нең фрагмент хәлендәге бик боронғо бер кусермәһе табып алып ҡайтылды. М. Нәҙерғолов.
3. Боронғо сәнғәт әҫәренең (архитектура, скульптура) ҡалдығы. □ Фрагмент.
■ Артабан да крайҙы өйрәнеуселәр .. VII быуат аҙағы — VIII быуат башы менән билдәләнгән алтын Византия сылбырының фрагментын таба. «Киске Өфө», № 13, 2011.
ФРАГМЕНТА? (Р.: фрагментарный; И.: fragmentary; T.: fragmanlı) с. кит.
Фрагмент рәүешендәге; фрагментта ғына ҡалған. □ Фрагментарный. Фрагментар әҫәр.
ФРАЗА [rp.phrasis] (Р.: фраза; И.: phrase; T.: cümle) и.
1. лингв. Бер бөтөн фекерҙе аңлатҡан һүҙҙәр теҙмәһе. □ Фраза. ■ Фразалағы һуҙ-ҙәр .. өҙоп-өҙөп айырым рәуештә әйтелмәй. Ж. Кейекбаев. Әммә Баян эске бер һиҙемләуе менән быларҙың ҡоро һуҙ, дежур фразалар икәнен тойҙо. 3. Ҡаҙаҡбаева.
2. му з. Музыкаль теманың тамамланған бер бәләкәй өлөшө. □ Фраза. Музыкаль фраза.
ФРАЗЕОЛОГИЗМ [рус.] (Р.: фразеологизм; И.: set phrase; T.: deyim) и. лингв.
Дөйөм мәғәнәһе үҙ эсендәге айырым һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә бәйләнмәгән тотороҡло һүҙбәйләнеш. □ Фразеологизм. ■ һәр бер берәмеккә ос-дурт, хатта унан да куберәк миҫал биреу кәрәк, сөнки контекст фразеологизмдың телмәрҙә ҡулланылған уҙенсәлеген курһәтә. 3. Ураҡсин.
ФРАЗЕОЛОГИК (Р.: фразеологический; И.: phraseological; T.: ifade tarzına ait) с.
Фразеологияға мөнәсәбәтле. □ Фразеологический. Фразеологик берәмек. Фразеологик һуҙлек. ■ Фразеологик берәмектәрҙең мәғәнә яғынан бер-береһе менән бәйләнешен курһәтеу ҙә һуҙлек өсөн мөһим. 3. Ураҡсин.
ФРАЗЕОЛОГИЯ [гр. phrasis ‘фраза’ + logos ‘һүҙ’] (Р.: фразеология; И.: phraseology; T.: deyim bilimi, frazeoloji) и.
1. Билдәле бер телдәге үҙ аллы мәғәнәгә эйә булған тотороҡло һүҙбәйләнештәр. □ Фразеология. Башҡорт теленең фразеологияһы.
2. Тел ғилеменең шул тотороҡло һүҙбәйләнештәрҙе өйрәнә торған бүлеге. □ Фразеология. Фразеология менән ҡыҙыҡһыныу. ■ 1966 йылда Ж. Г. Кейекбаевтың.. «Хәҙерге башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһы» хеҙмәте донъя курҙе. Э. Ишбирҙин.
ФРАК (фрагы) [нем. Frack} (Р.: фрак; И.: tail-coat; T.: frak) и.
Алдын сабыуһыҙ итеп, артына тар ғына ике сабыу ҡуйып тегелгән, тантаналы осраҡта кейелә торған ирҙәр кейеме. □ Фрак. М Ҡара рояль янына фрак кейгән, оҙон кәуҙәле, ҡап-ҡара сәстәрен артҡа тараған, һылыу аҡ йөҙлө егет кутәрелде. Ғ. Хисамов.
ФРАКЦИОН (Р.: фракционный; И.: fractional; T.: grup) с.
1. Фракция (I, 1) булып һаналған; фракцияға бәйләнешле. □ Фракционный. Фракцион төркөмдәр.
2. Ниндәйҙер ойошмаға тарҡаулыҡ килтерә торған, фракциялар барлыҡҡа килтергән. □ Фракционный. Фракцион сығыш. Фракцион көрәш.
ФРАКЦИЯ I [лат. fractio ‘һыныу’] (Р.: фракция; И.: fraction; T.: grup) и. сәйәси.
1. Парламент йәки һайланма учреждениеларҙа ниндәйҙер партия ағзаларының берләшкән айырым төркөмө. □ Фракция. Думалағы фракция. ■ В. Путиндың сығышы ваҡыт менән сикләнмәй, шул уҡ ваҡытта фракциялар әһелдәре 10 минуттан артыҡ һөйләй алмаясаҡ һәм һорауҙарҙы ла өсәрҙе генә бирә аласаҡ. «Йәшлек», 1 май 2010.
323