Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 322


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ФОТОТЕРАПИЯ
ФОТОТЕРАПИЯ [гр. photos ‘яҡтылыҡ’ + therapeia ‘дауалау’] (Р.: фототерапия; И.: electrophototherapy; T.: fototerapi) и.
Яҡтылыҡ менән дауалау. □ Фототерапия. Фототерапия алыу. Фототерапия уткәреу. Фототерапия файҙаһы.
ФОТОТИПИЯ [гр. photos ‘яҡтылыҡ’ + typos ‘эҙ’] (Р.: фототипия; И.: phototype; Т.: fototipi, tıpkıbasım) и. полигр.
1. Иллюстрациялар күсермәләрен фотографик пластинкалар ярҙамында баҫып сығарыу ысулы. □ Фототипия. Фототипия ҡулланыу.
2. Шул ысул менән баҫылған һүрәт, иллюстрация. □ Фототипия. Фототипия алыу.
ФОТОТҮҢӘРӘК (фототүңәрәге) (Р.: фотокружок; И.: photography club; T.: amatör fotoğrafçılar topluluğu) u.
Фотографияға (1) өйрәнеү түңәрәге. □ Фотокружок. Фототуңәрәккә яҙылыу. Фототуңәрәккә йөрөу.
ФОТОФОБИЯ [гр. photos ‘яҡтылыҡ’ + phobeö ‘ҡурҡам’] (Р.: фотофобия; И.: photophobia; T.: ışık fobisi) и.
Яҡтылыҡ ҡуҙғытҡысы тәьҫирендә тартышыу өйәнәге барлыҡҡа килеү. □ Фотофобия. Фотофобия сәбәптәре. Фотофобиянан дауаланыу.
ФОТОХИМИЯ [рус.] (Р.: фотохимия; И.: photochemistry; T.: fotokimya) и.
Химияның яҡтылыҡ тәьҫирендә булған реакцияларҙы тикшерә торған бүлеге. □ Фотохимия. Фотохимия менән ҡыҙыҡһыныу. Фотохимия буйынса реферат әҙерләу.
ФОТОХРОНИКА [рус.] (Р.: фотохроника; И.: news in pictures; T.: fotoğrafla olaylar) u.
Фотографияларҙа сағылған ваҡиғалар хроникаһы. □ Фотохроника. ■ Ире Даян-дың армияға китеуе, бер нисә айҙан иренең хаттары туҡтағас, ул хеҙмәт иткән Үзбәкстанға юлланыуы — фотохроника рәуешендә [Миләушәнең] куҙ алдынан утә.
3. Әлибаев.
ФОТОХӘБӘРСЕ (Р.: фотокорреспондент; И.: press photographer; T.: foto muhabiri) и.
Матбуғатта эшләгән фотограф; фотокорреспондент. □ Фотокорреспондент. Фото
хәбәрсе булып эшләу. ■ [Ҡәҙим Хисаев] ҡала советының спорт комитетында, унан һуң ҡала гәзитендә фотохәбәрсе булып эшләй. «Ағиҙел», № 1, 2013.
ФОТОҺҮРӘТ (Р.: фотоснимок; И.: photographic picture; T.: fotoğraf, resim) и.
Фотоаппарат ярҙамында төшөрөлгән һүрәт. □ Фотоснимок. ■ Әминә урта мәктәпте тамамлаған яҙҙа төшкән фотоһурәт был. Р. Вәлиев. Таный турә Дауытты, етмәһә, ҡыш аҙағында район гәзите фотоһурәтен дә баҫтырып сығарғайны. С. Шәрипов.
ФОТОҺӘҮӘҪКӘР (Р.: фотолюбитель; И.: amateur photographer; T.: amatör fotoğrafçı) и.
Фотографияға әүәҫләнгән кеше, фотоһө-йөүсе. □ Фотолюбитель. Фотоһәуәҫкәрҙәр осрашыуы.
ФОТОЭКСПОЗИЦИЯ [рус ] (Р.: фото экспозиция; И.: photo exhition; T.: fotoğraf sergisi) и.
Ниндәйҙер бер темаға бағышланып, билдәле бер тәртиптә урынлаштырылған фотоһүрәттәр теҙмәһе. □ Фотоэкспозиция. Фотоэкспозиция төҙөу.
ФОТОЭЛЕКТРИК (Р.: фотоэлектрический; И.: photoelectric; T.: fotoelektrik) с. физ.
Яҡтылыҡ энергияһының туранан-тура электр энергияһына әйләнеүенә бәйләнешле. □ Фотоэлектрический. Фотоэлектрик ысул. Фотоэлектрик эффект.
ФОТОЭЛЕКТРОН [рус] (Р.: фото электрон; И.: photoelectron; T.: fotoelektron, ışıl elektron ) и. физ.
Есем атомының яҡтылыҡ энергияһы тәьҫирендә бүленеп сыҡҡан электрон. □ Фотоэлектрон.
ФОТОЭЛЕМЕНТ [рус.] (Р.: фотоэлемент; И.: photoelectric cell; T.: güneş pili) и.
Яҡтылыҡ энергияһын электр энергияһына әйләндерә торған прибор. □ Фотоэлемент. Фотоэлемент ҡулланыу.
ФОТОЭФФЕКТ [рус.] (Р.: фотоэффект; И.: photoelectric effect; T.: fotoelektrik etki) и. физ.
Яҡтылыҡ нурҙары тәьҫирендә матдәнең үҙенсәлектәренең үҙгәреше. □ Фотоэффект. Эске фотоэффект.
322