ХАСЛАУ
хасланды ул [немец ғалимы]. Л. Якшыбаева. Әле ирештерәһегеҙме? — тине Владимир, [яҡташы Нәғимгә] хасланып. X. Ғиләжев. [Малайҙар араһында]хасланып, купсеп торғандары йә булмаһа ярамһаҡ, нәжәғәй булып ҡыланыусылары ла етерлек ине. «Ағиҙел», № 11,2011.
3. кусм. Ниндәйҙер эшкә бирелеү, мауығып, уға ынтылып тороу, әүәҫләнеү. □ Пристраститься. Китап уҡыуға хасланыу. Ш Ялҡаулыҡтан, һаранлыҡтан, маһайыуҙан, хасланып байлыҡ йыйыуҙан, ҡурҡыуҙан, ике йөҙлөлөктән, маҡтансыҡлыҡтан һәм башҡа яман ҡылыҡтарҙан арынырға тырыш. «Табын», 6 апрель 2013.
ХАСЛАУ I (хасла-) (Р.: предназначать; И.: destine; T.: hasretmek) ҡ.
Кемгәлер йәки нимәгәлер хас үҙенсәлектәрҙе иҫләп эшләү, йәтешләү; махсус тәғәйенләү. □ Предназначать. Балыҡ сәсеугә хаслап эшләнгән ҡорамал. М Вахиттың һец-леһе Мәрйәм, яҙ көнө куҙ нурҙарын тугеп, .. Вахит ағаһына кәрәк булған сылғаулыҡ, таҫтамаллыҡ кеуек аҡ киндерҙәрҙе уға хаслап, куберәк һуҡты. М. Ғафури. «Белем» журналы уҡытыусыларға ғына хаслап сығарылмай, дөйөм бер журнал булып сығып килде. Т. Йәнәби.
ХАСЛАУ II (хасла-) (Р.: пристраститься; И.: to become addicted; T.: dadanmak) ҡ. һөйл.
Нимәгәлер ҡомарланып, хасланып тотоноу. □ Пристраститься. Хасланып байлыҡ йыйыу. ■ Гәуһәр тартҡылашты, бирешмәҫкә тырышты. Ләкин хаслап алған ҡатын-ҡыҙ төркөмөнән дә яманыраҡ нәмә бармы ни был донъяла. И. Ғиззәтуллин.
ХАСЛАШЫУ (хаслаш-) ҡ. ҡар. хасланыу. Хаслашып эшләу. ■ Зыялы ике башҡорт ырыуының бөтмәҫ низағы, милләт эсендәге хаслашыу — дошман өсөн генә табыш. Р. Байымов. Нәфрәт Ихсанбайҙа хаслашыу, усләшеу теләген көсәйтте. Т. Ғарипова. Баҫалҡы кешеләргә кем хаслашһын да, кем хөсөтлөк ҡылһын. Ә. Хәкимов.
ХАСЛЫҠ (хаслығы) (Р.: злоба; И.: hostility; T.: husumet) и.
Кемгәлер ҡаршы йүнәлтелгән яуыз уй, яуыз эш; дошманлыҡ, үслек. □ Злоба, ковар
ство. Хаслыҡ уйлау. Хаслыҡ эшләу. М Көнәркәшенә ҡарата ул [Сергей]хаслыҡ та, көн-ләшеу ҙә тоймай ине. А. Абдуллин. Әйтерһең дә, тормошта яһиллыҡ та, хаслыҡ та, ҡәһәр ҙә юҡ. Р. Камал. Беҙгә хаслыҡ уйлаған Тәфтиләу бер михнәт тә курмәй улмәһен. Халыҡ йырынан.
ХАСЛЫҠ ИТЕҮ (хаслыҡ ит-) (Р.: проявлять злобу; И.: show hostility; T.: hasım olmak) ҡ.
Яуызлыҡ эшләү. □ Проявлять, делать зло. Куршегә хаслыҡ итмәу. ■ [Барсын:] Әллә бахырға [Ямалға] шул кул эйәһе хаслыҡ итте инде. Барғанда арыу ғына барғайны, ҡайтҡанда арбала ятып саҡ ҡайтып йығылды. һ. Дәүләтшина.
ХАСЛЫҠ ҠЫЛЫУ (хаслыҡ ҡыл-) ҡ. ҡар. хаслыҡ итеү. Хаслыҡ ҡылмаҫҡа тырышыу. ■ Халыҡҡа хаслыҡ ҡылырға ярамай, заманы ул тугел. Д. Бүләков. [Әбей — Гузәл-гә:] Әшәке бәндәләрҙең берәйһе, хаслыҡ ҡылып, гөл бәбәгеңде ҡоротоп ҡуймаһын, тиеуем. И. Ғиззәтуллин. Әсәйем: «Улым, .. хаслыҡ ҡылма, яман уй кешене эстән кимерә, сәләмәтлекте бөтөрә», — тип ҡабатлай торғайны. Н. Мусин.
ХАСТА [фарс. AluÂ. ] и. ҡар. хәстә. Хас-таны еңеу. Хастаны дауалау.
ХАТ I [ғәр. -kk ] (Р.: письмо; И.: letter; Т.: mektup) и.
1. Хәбәр алышыу йәки хәл белешеү өсөн кемгәлер тәғәйенләп яҙылған ҡағыҙ, яҙма.
□ Письмо, послание. Хаттағы хәбәр. Электрон хат. М Хат Гәуһәрҙең тойғоларын уятты. И. Абдуллин. Кешелек аҡылы уйлап тапҡан иң бөйөк нәмәлер ул хат тигәнең. Б. Бикбай. Ул [Сергей] иртәнсәк уҙәк усадьбаға хат, газеталар алып килергә киткән Мәғсумде көтә ине. А. Абдуллин.
2. иҫк. Нимәлер яҙылған рәсми ҡағыҙ.
□ Официальная бумага. Хөкумәт хаты. ■ Кырҡ етенсе йылда баш прокуратуранан райкомға бер хат килеп төштө. Р. Ғабдрахманов. [Әфизал] министерствонан килгән бер ҡағыҙға оҙаҡ туҡталды. Был республиканың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Харрасов ҡул ҡуйған ҡыҫҡа ғына хат ине. Ә. Вәли. Хан тәхетенән төшкән һуң
356