ХАТИП
менгәне яйҙаҡ ат булыр, өҫтөнән куп хат булыр. Ҡобайырҙан.
♦ Ҡош телендәй генә хат бәләкәй генә хат. □ Весточка, письмецо. ■ Ишек алдында минец юғалтҡан, ҡош телендәй генә хат көтөп зар-интизар булған Саниям баҫып тора ине. Н. Мусин. [Саръян] ҡош телендәй генә сәләм хаты ла яҙып ҡалдырғайны, Миңһылыу һаман килмәне. Ә. Байрамов. Хат етер ергә хат, ат етер ергә ат ебәреү төрлө яҡҡа хәбәр итеү. □ Сообщить, известить, поставить в известность, информировать. ■ Ғәҙел хөкөмдән һуц хат етер ергә хат, ат етер ергә ат ебәреп, бик куп халыҡ саҡырып, Кейеҙбай менән батшаның кесе ҡыҙына бик ҙур туй яһанылар, ти. Әкиәттән.
ХАТ II [ғәр. Jaâ.] (Р.: линия; И.: frontier; T.: hat) и. иҫк.
Сик һыҙығы. □ Линия. ■ Хохлов ҡалған ғәскәрҙәре илә башҡорттарҙың мохасара хаттарына һөжум итте. М. Һаҙыев.
ХАТА [ғәр. (Р.: ошибка; И.: mistake; T.: hata) и.
1. Иҫәпләүҙә, яҙыуҙа һ. б. кемдер тарафынан ебәрелгән яңылышлыҡ. □ Ошибка. Асыҡланған хата. Яҙыуҙағы хатаны төҙә-теу. Хата яҙыу. ■ [Рухиә — уҡыусыларға:] Шуныһы шатлыҡлы — орфографик хаталар аҙ, яҙыуығыҙ кубегеҙҙеке матур. Ф. Чанышева. Иҫәпләуҙәрҙә хаталар куп, һыҙмалар бик тубән квалификациялы эшләнгән, — тине Мөршитский, управляющийҙың ҡыҙа башлағанын һиҙеп. Ғ. Хисамов.
2. Дөрөҫ булмаған эш, ҡылыҡ, яңылыш ҡыланыш. □ Ошибка, проступок. Йәшлек хатаһы. Хатаны анҫюу. ■ [Тәзкирә — Мостафаға: ] Бер хатаһы өсөн генә ҡыҙ баланы бөтә ғумере буйына бәхетһеҙ итергә ярамай бит инде. Д. Исламов. Ғумәр уҙенең хатаһын аңланы ла, һуң ине инде. Н. Мусин. Бәхәс онотолғас ҡына, ул [Бибинур Ғумәровна] хатаһын таный, сөнки купселек осраҡта хаҡлыҡ ире яғында булып сыға. Ә. Хәкимов.
ХАТАЛАНЫУ (хаталан-) (Р.: ошибаться; И.: be mistaken; T.: hata etmek) ҡ.
Хата (2) ебәреү, хата эшләү. □ Ошибаться, допускать ошибку. // Ошибка. Хаталаныуға юл ҡуймау. Хаталаныуҙы аңлау. Н [һәр кем] ваҡыт-ваҡыт абына, һөрлөгөп
ҡолап та китә — тороп баҫа, хаталана — өйрәнә. X. Ғиләжев. Көскә ҡуҙғалып сыҡҡан кешегә хәҙерге хәл-әхуәлдең айышына төшөнөу, хаталанмау мөмкин дә тугел шул.
3. Биишева. Берәуҙең хаталаныуы мөмкин, икенсеһенең маһайып китеуе бар, өсөнсөһөн быуаттар буйына иҙеп килгән бысраҡтар еңеп алыуы ихтимал. Ә. Бикчәнтәев.
ХАТАЛЫҠ (хаталығы) (Р.: ошибка; И.: mistake; T.: hata) и.
Яңылыш, хата эш; яңылышлыҡ. □ Ошибка, погрешность. Хаталыҡтар ҡылыу.
■ Ҡаты укенеу белдергән тауыш менән: «Хаталыҡ булды, ҡустым», — тип ҡабатланы [Хөснөлхаҡ]. 3. Биишева. Ярай инде, аңлашылды, хаталыҡ булған, — тине Тимер. Б. Бикбай. Хаталыҡтар ҡылманым тугел, ҡылдым, кисерә алһаң, кисер һин мине, характерымды уҙгәртермен, — тип Саръянға татылданы [Хәсәнша]. Ә. Байрамов.
ХАТАЛЫҠ ИТЕҮ (хаталыҡ ит-) ҡ. ҡар. хаталаныу. М [Катын-ҡыҙҙар]матур куре-нер өсөн,.. тышҡы матурлыҡ етә, тип яңылышалар. Ләкин был эштә бик ҙур хаталыҡ итәләр. М. Ғафури. [Фәхри:] Ул саҡта, ҡуй инде, ҙур хаталыҡ иткәнмен, ғәйеп миндә. Б. Бикбай.
ХАТИМ [ғәр. (Р.: печать; И.: stamp; T.: hatim) и. иҫк.
1. Баҫҡанда яҙыуы йәки тамғаһы ҡала торған махсус нәмә һәм шул нәмәнән төшкән яҙыу йәки тамға (документты дөрөҫләу, нығытыу осөн ҡулланыла); мисәт, мөһөр. □ Печать. Һурәт төшөрөп яһалған хатим. Туңәрәк хатим. Хатим баҫыу.
2. дини. Ҡөрьәнде баштан аҙағынаса уҡып сыҡҡан кеше. □ Хатим (лицо, прочитавшее Коран от начала до конца). Хатим менән кәңәшләшеу. Хатим булырға тырышыу.
ХАТИП (хатибы) [ғәр. u-uLlk] (Р.: проповедник; И.: preacher; T.: hatip) и. иҫк.
1. дини. Вәғәз һөйләүсе. □ Проповедник.
■ Хатиптар һөйләй, эштәрен көйләй. Д. Юлтый.
2. Телмәр тотоуға оҫта кеше. □ Оратор. Хатипты тыңлау.
357