Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 358


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ХАТИПЛЫҠ
ХАТИПЛЫҠ (хатиплығы) (Р.: ораторство, красноречие; И.: oratory; T.: hatiplik) и. иҫк.
Оҫта, матур итеп телмәр тотоу эше, хатип булыу, ораторлыҡ. □ Ораторство, красноречие. / Ораторский, һөйләусенең хатиплығы. Хатиплыҡ сәнғәте.
ХАТИПЛЫҠ ИТЕҮ (хатиплыҡ ит-) (Р.: заниматься ораторством; И.: be a tribune; T.: hatiplik etmek) ҡ. иҫк.
Телмәр тотоу, телмәр һөйләү. □ Заниматься ораторством, красноречием. ■ [Ҡазан шәкерттәре] йәмғиәттәрҙә вә башҡа урындарҙа хәл ҡәҙәре ижтиһад итеп, хатиплыҡ итеп, кем икәнлектәрен татар ағаларына курһәттеләр. М. Ғафури.
ХАТЛАШЫУ (хатлаш-) (Р.: переписываться; И.: be in communication with; T.: mektuplaşmak) ҡ.
Хат алышыу, хат яҙышыу. □ Переписываться. Хатлашып тороу. ■ Миңлеғәле Еленаның әхирәтенә — Ольга Павловнаға хат яҙҙы, һәм улар уҙ-ара хатлаша башланы. R. Хамматов. Хан оло турәләр менән бар яҙыу-һыҙыу, хатлашыу эшен уға [Әлмөхәм-мәткә] тапшырҙы. Ғ. Хөсәйенов. Фәйрузә — Хәнифтең класташы, дуҫы, әле уның менән хатлаша. Р. Низамов.
ХАТЛАШЫУСЫ (Р.: друг по переписке; И.: penman; T.: mektup arkadaşı) и.
Хат яҙыусы, хат аша аралашыусы. □ Друг по переписке. Хатлашыусы йәштәр. ■ Улар [хаттағы хәбәрҙәр] араһында яттар куҙенә куренмәгән, әммә хатлашыусыларға ғына билдәле булған ниндәйҙер «сылбыр» бар кеуек. Р. Вәлиев.
ХАТ-МАҘАР (Р.: письмо какое-то', И.: letters; T.: mektup falan) и. йыйн.
Ниндәйҙер хат, төрлө хат. □ Письмо какое-то; письма разные. Хат-маҙар көтөу. ■ [Рахман] әллә элек яратып йөрөгән ҡыҙын осраттымы, йә хат-маҙар алдымы икән? — тип уйланы ул [Фәрхиә еңгә]. Ә. Вәли. [Мәрхәбә:] Почтальон йәшниккә хат-маҙар төшөрөп китмәнеме икән. М. Тажи. [Мәли-кә:] Ай-Һай, атаһы, шәбәйгәнһең. Өлкән улыбыҙҙан хат-маҙар алдыңмы әллә? Я. Хамматов.
ХАТТА I [ғәр. ] (Р.: даже; И.: though; T.: hatta) киҫ.
Һүҙ йәки һүҙбәйләнештең мәғәнәһенә баҫым яһап, көсәйтеү өсөн ҡулланыла. □ Даже. ■ Хатта иң шәхси бәхет өсөн дә ниндәй ҙә булһа эшкә, проблемаға, идеяға ныҡ бирелеу кәрәк. И. Абдуллин. Хатта уны [Корбанбикәне]ҡайһы ваҡытта кеше алдында юрый усекләй ҙә торғайным. С. Агиш. Ат тиһегеҙме, ат — аҡыллы хайуан ул. Минең көрән атым бар ине, ул хатта һөйләшкәнде лә белә торғайны, — ти [Харис бабай]. Ғ. Аллаяров.
ХАТТА II [ғәр. I (Р.: очень; И.: very; T.: hatta) р.
Үтә ныҡ, бик. □ Очень, сильно. Хатта асыҡты. Хатта йонсоно. ■ Хатта ҡурҡҡан инде Мәғузә, хатта ҡурҡҡан, саҡ йөрәге ярылмаған. Б. Бикбай.
ХАТТА III [ғәр. (Р.: даже; И.: thereupon; T.: hatta) терк.
һөйләм киҫәктәрен, шулай уҡ һөйләмдәрҙе теркәү өсөн ҡулланыла. □ Даже. М Тарихты бик яратҡан Ринаттың куңелен ул [спектакль] тамам биләп алды, хатта эргәһендә туҡтауһыҙ борғоланған Наилға ла ул иғтибар итмәне. Р. Байбулатов. Улар [сәскәләр] шул хәтле тере, хатта уларҙың хуш еҫтәре танауға бәрелеп торған һымаҡ.
3. Биишева.
ХАТТАТ [ғәр. JaLkk] (Р.: каллиграф; И.: penman; T.: hattat) и. иҫк.
Матур, оҫта итеп яҙыусы. □ Каллиграф, искусный переписчик. Хаттат өйрәнсектәре. ■ Ниндәйҙер хаттаттың оҫта ҡулдары менән кусереп яҙылған мәжмуға. Ғ. Ибраһимов. Бәпәнәй хаттатты яҡты йөҙ менән ҡаршыланы, урынынан тороп, .. буяу һеңгән бармаҡтарын һаҡ ҡына ҡыҫты. Б. Рафиҡов. Ҡулъяҙманы ҡат-ҡат уҡып, төҙәтәһе урындарын төҙәтеп сыҡҡас, Сәйф уны ҡулы оҫта төрки хаттатҡа кусерергә тапшырҙы. Ә. Хәкимов.
ХАТ ТАШЫУСЫ (Р.: почтальон; И.: the postman; T.: postacı) и.
Почта хеҙмәткәре. □ Почтальон. Хат ташыусы булып эшләу. ■ Тамам һаубуллашып, урамға сыҡҡанда ғына, беҙҙең ҡаршыға
358