ХАФАЛАУ
хат ташыусы Ибраһим ағай килеп баҫты. Ә. Бикчәнтәев. Пенсияны һәр айҙың тәүге көндәрендә ауылыбыҙҙың хат ташыусыһы Муллаш ағай алып килә. «Башҡортостан ҡыҙы», № 2, 2011.
ХАТТИН АШЫУ (хаттин аш-) (Р.: пере ходить границы; И.: go too far; T.: haddini aşmak) ҡ. иҫк.
Саманан ашыу, сиктән сығыу. □ Переходить границы. Шаярыуҙар хаттин ашкан.
■ Ғәҙел булып күренеү оҫталығы ла хаттин ашҡан бөгөн. М. Аҡмулла. Әҙәмдәрҙең һуҡырлығы, ғәмһеҙлеге хаттин ашҡан. М. Кәрим.
ХАТ-ХӘБӘР [ғәр. jA + ^] (Р.: вести; И.: news; T.: haberler) и. йыйн.
Хат йәки башҡа юл менән ишеттерелгән һүҙ, хәбәр. □ Вести, известия. Хат-хәбәр алышыу. Хат-хәбәр еткереү. ■ Илгизәр бына ике йыл инде, иңбашына күк сумкаһын аҫып, ауылдаштарына хат-хәбәр, барынса газета-журнал ташый. Р. Байбулатов. Бер ҡосаҡ хат-хәбәр, матбаға баҫмалары күтәреп, Үбәйдулла Хужаев килеп инде. Р. Байымов. Юлаусы Дим буйынан икәнлеген, күптән хат-хәбәрҙәре килмәгәс, ике көнгә генә хәл белергә ҡайтып барыуын әйтте. А. Мағазов.
ХАУАС [ғәр. (Р.: аристократия; И.: the noble; T.: havas) и. иҫк. кит.
1. Юғары ҡатлам кешеләре; аҡһөйәктәр.
□ Аристократия. Нәҫелле хауас. М Тупсы-баш.. булды баш, күҙ өҫтөнә ҡаш, хастар өҫтөндә хауас! Ш. Бабич.
2. Дәрәжәһе ҙур кешене оҙатып йөрөгән кешеләр төркөмө. □ Свита. Яҡшы ҡоралланған хауас. ■ [Тимашевтың] көймәһенең алдынан, иртәуылда, байтаҡ ара һаҡлап, ышаныслы үә ыраҫлы хауас бара. И. Ноғманов. Яр башына күп һанлы хауасы менән Ҡөлөмбәт килеп туҡтаны. Б. Рафиҡов.
ХАУЫЗ [ғәр. иЧН (Р.: бассейн; И.: pool; T.: havuz) и. иҫк.
Яһалма күл; һыу йыйылып ятҡан соҡор.
□ Бассейн. Асыҡ хауыз. Хауызға йөрөү.
■ Әле хауызда һыу юҡ, сөнки яптарға һыу килмәй, ҡаҙыу яңы бара. А. Таһиров. Хауыз кәүсәр шишмәһе өҫтөнән иҫкән ел кеүек. Ш. Бабич.
ХАФА [фарс. (Р.: беспокойство; И.: unrest; T.: endişe) и.
Хәүефләнеү, борсолоу, ҡайғырыу хисе. □ Беспокойство, тревога, волнение. Хафаға төшөү. ■ [Ирдәүләт Юлдашев] килде лә Ғәлиәхмәтте уйламаған-көтмәгән хафаларға һалды. Р. Байымов. Хафаға ҡалған кешене йыуатмай булмай бит. Ә. Бикчәнтәев. Ваҡиғаларҙың көтөлмәгән боролош алыуы Әҙелғужинаны хафаға һалды. Т. Ғарипова.
ХАФАЛАНДЫРЫУ (хафаландыр-) (Р.: беспокоить; И.: harass; T.: endişelendirmek) ҡ.
Күңел тыныслығын боҙоп, уйланырға мәжбүр итеү; хафаға ҡалдырыу; борсолдороу. □ Беспокоить, тревожить, волновать. Нығыраҡ хафаландырыу. Халыҡты хафаландырыу. ■ Ташбулатты хафаландырырға теләмәй ине ул [Сабир]. С. Агиш. Кешеләрҙе генә түгел, йәнлектәрҙе лә хафаландырҙы ерҙең ошолай тертләүе. Ш. Янбаев. [Ҡартәсәйем:] Нурия, ҡолоҡасым, һине хафаландырмайым тип, һаман кисектерә килдем ошо нәсихәтемде, тыңла, бүлмәй генә. Г. Яҡупова.
ХАФАЛАНЫУ (хафалан-) (Р.: беспо коиться; И.: be anxious; T.: endişelenmek) ҡ.
Күңел тыныслығын юғалтыу; хафаға ҡалыу; борсолоу. □ Беспокоиться, тревожиться, волноваться. Хафаланып йөрөү. Үтә хафаланыу. Хафаланып борсолоу. S Уның [Сабира еңгәнең] йөҙөндә шатлыҡ, шул уҡ ваҡытта бик аҙ ғына хафаланыу һиҙелә. С. Агиш. «Ағайымдар ҡайҙа китте икән?» — тип хафаланды Емеш. 3. Биишева. Сәлихов-тың нисек хафаланыуын, нисек ғазап сигеүен хәҙер Ғәлиәкбәров ҡапыл асыҡ итеп күҙ алдына килтерҙе. X. Зарипов.
ХАФАЛАНЫШЫУ (хафаланыш-) ҡ. урт. ҡар. хафаланыу, взаимн. от хафаланыу. Хафаланышып йөрөү. Хафаланышып килеп инеү.
ХАФАЛАУ (хафала-) (Р.: беспокоить; И.: harass; T.: rahatsız etmek) ҡ.
Күңелгә хафа, шом һалыу; тынысһыҙлыҡ уятыу; борсоу. □ Беспокоить, тревожить. Юҡ-барға хафалау. ■ һеңлеһен хафалама
359