Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 360


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ХАФАЛЫ
йым тип: «Ирең .. Өфө юлын белә, көтәйек, бөгөн ҡайтмаһа, иртәгә ҡайтыр», — тип йыуатҡан булды [ағаһы]. И. Ғиззәтуллин. Ҡартластарҙың сәйер фәлсәфәһе күңелен хәтһеҙ хафалаған, ҡыйырһытҡан беҙҙең егет етдиләнеп баш сайҡаны. Й. Солтанов.
ХАФАЛЫ (Р.: беспокойный; И.: restless; T.: endişeli) с.
Тынысһыҙ, борсоулы. □ Беспокойный, тревожный. Хафалы хәл. И Шашып йүгереүҙән тыны ҡыҫылған Морат хафалы ҙур күҙҙәрен ут яҡтыһында алан-йолан әйләндергеләне. Р. Байбулатов. [Ҡарасәс әбей] тарамыш ҡулдары менән ҡаҡ тубығына түҙемһеҙ һуҡҡылап ултыра бирҙе лә хафалы тауыш менән һүҙгә кереште. 3. Биишева. Ә Мәрйәм уйсан, борсоулы, хатта хафалы: барыр-төшөр ерендә уны ниндәй тормош көтә? Т. Ғиниәтуллин.
ХАФИЗ [ғәр. (Р.: страж; И.: guardian; T.: hafiz) и.
1. иҫк. Һаҡта торған кеше; һаҡсы.
□ Страж, стражник, хранитель. Хафиз хеҙмәте. Хафиз булыу.
2. дини. Ҡөрьәнде яттан белеүсе. □ Хафиз (лицо, знающее наизусть Коран). ■ Шиһабетдин Мәржәни абыз һүҙенең сығанағын ана шул ғәрәп һүҙе хафиз менән бәйләй. Ғ. Хөсәйенов. Балаларында изге Ҡөрьәнгә һөйөү уятып, уларҙан хафиздар тәрбиәләүсе ата-әсә иң бәхетлеһе. «Киске Өфө», № 12, 2011. Фәлән шәйех зыяратына вә фәлән хафиз барды, — тигәндер. М. Нәҙерғолов.
ХА-ХА, ха-ха-ха (Р.: ха-ха; И.: һе, һе; Т.: һа һа) оҡш.
Ҡысҡырып көлгәнде белдергәндә әйтелә.
□ Ха-ха (подражание громкому смеху, хохоту). Ха-ха-ха, ҡалай яҡшы! Ха-ха-ха, бик ҡыҙыҡ фекер. ■ [Янғол:] Бынан ары үҙем тарихты яҙыусы, ха-ха-ха! Китәм мин был ҡәһәрле ерҙән. Ф. Аҡбулатова. [Мөдир — Сарьянға:] Әле... гараж мөдирлегенән китеп барышлай туҡталдым, ха-ха-ха. Ә. Байрамов. Ха-ха-ха, алйотлоҡ бит был! — тип һөрәнләй [гимназист]. 3. Биишева.
ХАХЫЛДАҠ I (хахылдағы) (Р.: хохотун; И.: easily amused person; T.: kahkahacı) и.
Хахылдап көлгән кеше. □ Хохотун, хохотунья, хохотушка, весельчак. Хахылдаҡ булып сыҡты был ҡыҙ. Хахылдаҡ ҡысҡырып көлөүенән туҡтаманы.
ХАХЫЛДАҠ II (Р.: любящий хохотать; И.: easily amused; T.: kahkahacı) с. һөйл.
Көлөргә яратҡан. □ Любящий хохотать.// Хохотун, хохотунья, хохотушка; весельчак. Хахылдаҡ ҡыҙҙар. Хахылдаҡ булыу.
ХАХЫЛДАУ (хахылда-) (Р.: хохотать; И.: gaffaw; T.: kahkaha atmak) ҡ.
Ныҡ ҡысҡырып, ихахайлап көлөү. □ Хохотать. // Хохотание, хохот. Ҡысҡырып хахылдау. ■ Вәлихан, ҡустыһы ирендәрен ялмаштыра башлағас, хахылдап көлөп ебәрҙе. Ә. Байрамов. Фәхри эске ҡәнәғәтлек менән хахылдап көлдө. Б. Бикбай. Үҙе [Мәрә-һим], зәңгәр күҙҙәренән нур сәсеп, хахылдап көлә. М. Кәрим. Бар вагон гөрҫ итеп ҡалды, берәр нәмә шартланы тиерһең, урмансылар хахылдарға тотондо. Ғ. Хисамов.
ХАХЫЛДАШЫУ (хахылдаш-) ҡ. урт. ҡар. хахылдау, в заим. от хахылдау. Кинәнеп хахылдашыу. И Кырҡ-илле егеттең бөтә йортто шаулатып, тәҙрә быялаларын зырылдатып, хахылдашып көлөшкән тауыштары ишетелде. Һ. Дәүләтшина. Хатын Сания әхирәттәренә күрһәтәсәк, улар уны уҡығас, Сәмиғтан хахылдашып көләсәк. Т. Ғиниәтуллин.
ХАША [ғәр. LİLl] (Р.: нет; И.: no; T.: haşa) мөн. иҫк.
Һис, бер ҡасан да (ризаһыҙлыҡты, кире ҡаҡҡанды белдергәндә әйтелә). □ Нет, никогда (при отрицании). ■ Хәҙрәт Ярулла Муса башына төштө ғаса, Байрашевтарға ҡушылған ул, тиҙәр. Булмаҫ! Хаша! Ш. Бабич.
ХАШИӘ [ғәр. \uibu | (Р.: толкование; И.: interpretation; T.: haşiye) и. иҫк. кит.
1. Нимәнеңдер асылын төшөндөрөп, мәғәнәһен асып биргән һүҙ йәки яҙма; аңлатма. □ Толкование, комментарий. Хашиәләге изге хәҙистәр. Ҡөрьән хашиәһе.
2. Китап йәки хат ситендәге яҙма. □ Примечание, приписка (на полях книги, в письме). Хашиә ҡалдырыу. Хаттағы хашиә.
360