ХЕДЕР
ХАШИӘ ИТЕҮ (хашиә ит-) (Р.: толковать; И.: to interpret; T.: açıklamak) ҡ.
Нимәнеңдер асылын, мәғәнәһен асып биреү, төшөндөрөү; аңлатма биреү. □ Толковать. Ҡөрьәнде хашиә итеү. Хашиә итә белеү. ■ [Миршәрифтең] улы Мирсәйет ғалим һәм фазыл әҙәм ине. Бик күп фәнгә хашиә итте. «Башҡорт шәжәрәләре»нән.
ХАШШАҠ (Р.: грязный; И.: dirty; Т.: çamurlu) с.
1. һөйл. Бысраҡҡа буялған, бысраҡ тейгән, таҙа булмаған; бысраҡ, әшәке. □ Грязный, нечистоплотный, нечистый; чумазый. Өйҙәре бигерәк хашшаҡ. Хашшаҡ бала. В Ҡояш — хашшаҡ, әшәке! — тип һайыҫҡан шайыҡсаһын сәсрәтте. — Ут түгел ул: нур юҡ, — тине, — күҙендә! Й. Солтанов. Ахун тағы аптырап ҡалды. Бер ҙә өйгә индерге килмәй бит шул ҡырағайға әйләнеп бөткән хашшаҡты. Р. Өмөтбаев.
2. күсм. Үҙенең тәртибе менән кеше ерәндерерлек, хәшәрәт. □ Отвратительный. Хашшаҡ кеше. Хашшаҡ булыу.
ХАЯ [ғәр. (Р.: стыдливость; И.: modesty; Т.: һауа) и.
Ояла белеү хисе; оят. □ Стыдливость, застенчивость, стеснительность. М [Хужа — ҡунаҡтарға:] Хаяһын юғалтҡан ҡабаған әҙәмдәр һәләк итте балабыҙҙы [Биксураны]. И. Ноғманов.
ХАЯЛЫ (Р.: стыдливый; И.: bashful; Т.: hayalı) с.
Ояла белгән; әҙәпле. □ Стыдливый, застенчивый, стеснительный. Хаялы ҡатын. Хаялы булыу.
ХАЯТ [ғәр. (Р.: жизнь; И.: life; Т.: hayat) и. кит.
1. Кешелек донъяһы, тормош. □ Жизнь, существование. ■ Хәҙер илау түгел, башты ташҡа бәрһәк тә, әүәлге хаятҡа ҡайтыу юҡ инде. Ә. Хәкимов. Ҡеше рухы өсөн кәрәк булған бар нәмә бар ошо хаятта. С. Кулибай. Был хаятта уларҙың [әҙәми заттарҙың] башҡаларға ашмы йә башмы булыуы һәр кемдең кеҫә ҡалынлығынан ғибәрәт. Р. Вәлиев.
2. һәр төрлө йән эйәләре; тереклек. □ Живое существо; живность. ■ Тик ҡурала
малдар шатырлаша, башҡа төрлө хаят беленмәй. Т. Йәнәби.
ХАЯҺЫҘ I (Р.: бесстыдный; И.: shameless; T.: hayasız) с.
1. Ояла, тартына белмәгән; оятһыҙ, әҙәпһеҙ. □ Бесстыдный, беззастенчивый, наглый. Хаяһыҙ кеше. ■ Яланбикәне ҡайныһы: «Хаяһыҙ, шуның өсөн Алла ҡарғаған», — тип әрләне. Һ. Дәүләтшина. Ҡатындарҙың хаяһыҙ уҫалдары була икән! Ш. Янбаев. [Ғәмсафа әбей — Разияға:] Ғүмәр һүҙен һала алмай ғына килгәйнем, бындай хаяһыҙ икә-неңде белһәм, аяҡ та атламаған булыр инем. Н. Ҡәрип.
2. Әйтеүгә оят; әҙәпһеҙ. □ Неприличный, непристойный. Хаяһыҙ һүҙ. М Ләғнәт, әрләү, хаяһыҙ һүҙ, мәсхәрәләү — мөьмин өсөн нисек мөмкин бындай хәлдәр?! Р. Бикбаев.
ХАЯҺЫҘ II (Р.: бесстыдно; И.: shamelessly; T.: hayasız)/?.
Тартынмай, оялмай. □ Бесстыдно, беззастенчиво, нагло. Хаяһыҙ булыу. Хаяһыҙ һөйләшеү. ■ Халыҡ араһында .. «Йәнлек ҡарғышы төшкән инде [Баймораттың атаһына]. Бигерәк хаяһыҙ ҡылана торғайны бит», — тигән һүҙҙәр йөрөнө. Н. Мусин. Эй, малай саҡ, шуҡлығыңа барып, сәскәләргә булдың хаяһыҙ, һин уларҙы өҙҙөң, тапап киттең һәм өләшеп сыҡтың самаһыҙ. В. Әхмәҙиев.
ХАЯҺЫҘЛАНЫУ (хаяһыҙлан-) (Р.: вести себя беззастенчиво; И.: behave shamelessly; T.: hayasız olmak) ҡ.
Тартына, ояла белмәү; намыҫһыҙланыу. □ Вести себя беззастенчиво. ■ Ғәйнислам өндәшмәне, .. аптыраманы ла, хаяһыҙланып вәғәҙәләр бирергә лә ашыҡманы. «Ағиҙел», № 4, 2010.
ХАЯҺЫҘЛЫҠ (хаяһыҙлығы) (Р.: бесстыдство; И.: shameless-ness; T.: hayasızlık) и.
Тартына, ояла белмәгәнлек; намыҫһыҙлыҡ. □ Бесстыдство, беззастенчивость. Хаяһыҙлыҡ күрһәтеү. Хаяһыҙлыҡ заманы. М Динһеҙлек хаяһыҙлыҡҡа килтерә. «Киске Өфө», №42, 2011.
ХЕДЕР I [бор. йәһүд, bedher ‘бүлмә’] (Р.: хедер; И.: the header; T.: Heder: Yahudi ilkokulu) u.
361