ХЕДЕР
Йәһүдтәрҙең дини мәктәбе. □ Хедер. Хедерҙы тамамлау. Хедерҙа уҡыу.
ХЕДЕР II [ингл. header ‘исем, баш’] и. ҡар. урғыс 2. Хедерҙы көйләу. Хедерҙы алыштырыу. ■ Аманат .. махсус таянысҡа баҫҡан да, тушәлеп йығылған ашлыҡ хедерға тығылмаһын өсөн, таяҡ менән төҙәтҡеләп, уны барабанға этәреп тора. Р. Байымов. Сәйетов, штурвалдан ҡулдарын алмаған килеш, хедерҙы куҙәтә. Ә. Вәли. Яҫмаларҙа-ғы .. усмалар подборщиктың ялтырауыҡлы тырнаҡтары өҫтөнә йылға һымаҡ аға ла хедер буйлап барабанға табан шыуыша. Ғ. Лоҡманов.
ХЕҘМӘТ I [ғәр. (Р.: работа; И.: work; T.: hizmet) и.
1. Кешенең билдәле бер маҡсатҡа йүнәлтелгән эшмәкәрлеге; эш. □ Работа, труд. / Рабочий, трудовой. Тырыш хеҙмәт. Аҡыл хеҙмәте. Хеҙмәт ветераны. ■ Ул [Сергей] хеҙмәттең һәм арыуҙың ни икәнен аңлаған иген игеусенең әҙәплелеген шул тиклем асыҡ тойҙо. И. Абдуллин, һәр кем дә батыр булырға, алға ынтылырға, уҙенең хеҙмәтенең бай һөҙөмтәһен курергә ярата! Ә. Бикчәнтәев. Бөтә донъя энергия менән эшкә, хеҙмәткә дәрт менән, мөхәббәт менән тулып торған бер ваҡытта ауырып ятыу харап икән ул. М. Ғафури.
2. Рәсми урындағы эш һәм эш урыны; вазифа. □ Должность, обязанность. / Рабочий, трудовой. Хеҙмәт урыны. Хеҙмәт кешеһе. ■ [Кәримә] ғумере буйы оло юлдан һалыулаған балаларҙы дөрөҫ юлға индереу — педагог-тәрбиәсе хеҙмәтен атҡарҙы. И. Абдуллин. Кинйә Арыҫланов Башҡортостандың Нуғай юлы Бошман-Кыпсак волосында старшиналыҡ хеҙмәтен утәгән кеше булған. Ғ. Ибраһимов. • Хеҙмәт ҡанды тарата, һаулыҡ хеҙмәт ярата. Әйтем. Хеҙмәт төбө — хазина. Мәҡәл.
3. Нимәнеңдер үтәгән эше, функцияһы. □ Служба, функция. Үҙ хеҙмәтен утәгән әйбер. ■ Мачта хеҙмәтен утәгән бағанала саҡ ҡына тубәнерәк ҡыҙыл таҡта беркетелгән һәм уға ла аҡ буяу менән «Тыныслыҡ вахтаһы» тип яҙылғайны. Ә. Вәли. [Төп тәьҫораттар] таяу хеҙмәтен утәп, һуңы
нан шул саҡта яҙылмай ҡалған фекерҙәрҙе лә иҫкә төшөрөргә тейеш, тип уйлай [Чекмарёв]. А. Абдуллин. Сәрбиямал өйҙөң кухня хеҙмәтен утәгән бер тәҙрәле кескәй өлөшөн «бәләкәс яҡ» тип .. йөрөтә. 3. Биишева.
4. Кемдеңдер йәки нимәнеңдер файҙаһына ярҙам рәүешендә башҡарылған эш. □ Услуга, труд. Хеҙмәтеңде баһалау. ■ Кешеләргә һәр ваҡыт яҡшылыҡ эшлә, шәфҡәтле бул — хеҙмәтеңде, йылы һуҙеңде, зәңгәр кукте, ҡояшты башҡаларҙан йәлләмә. Ә. Бикчәнтәев. [Айбулат:] Хеҙмәттәремде иҫәпләгән саҡта, минең дә һеҙҙән аяған эшем юҡ бит. Һ. Дәүләтшина. Егет кенә булһаң, хеҙмәт курһәт, исемдәрең ҡалыр илеңдә. Халыҡ йырынан.
5. Ниндәйҙер бер илдең ҡораллы көстәре; армия. □ Служба, армия. Хеҙмәткә саҡырылыу. ■ [Азамат] хеҙмәттән ир ҡорона инеп, ярты башҡа тартылып ҡайтты. Т. Ғиниәтуллин. [Ябағаев:] Мин һалдатҡа алынманым, ҡаралдым, әммә алынманым, хеҙмәткә яраҡлы тапманылар. М. Кәрим. Табын башҡорто бер байҙың урынына хеҙмәткә китә. Ф. Аҡбулатова.
6. Махсус эш әлкәһен башҡарған бүлек йәки ойошма. □ Служба, отрасль, учреждение. Элемтә хеҙмәте. Һауа хеҙмәте. ■ Уҡ-Һаҙағы, уҙенең аты-туны менән ул яҡтың [Кәһте яғының] ир-егеттәре лә империя сиктәрен һаҡлау буйынса линия хеҙмәтендә йөрөргә мәжбур булған. Р. Шәкүр.
7. Маҡсатлы эшмәкәрлек һөҙөмтәһе булараҡ кемдер тарафынан яҙылған нәмә; эш, әҫәр. □ Труд, произведение, сочинение. Ижади хеҙмәт. Яҙма хеҙмәт. М Шиғри ижадымда, мәҡәләләремдә, ғилми хеҙмәттәремдә, сығыштарымда әйтеп йәки яҙып өлгөрмәгән һуҙҙәремде мин бына .. дәфтәрҙәремә яҙып барҙым. Р. Бикбаев. Йәне көйгән Яубаҫаров яңыраҡ ҡына фән докторы булып киткән был кешенең ғилми хеҙмәттәренә иғтибар итте. Д. Бүләков. Илһам хәҙер инде фәндәр докторы, нефткә разведка яһау буйынса бер нисә ҙур хеҙмәттең авторы. Ә. Вәли.
362