ХЕҘМӘТ КӨНӨ
ХЕҘМӘТ II (Р.: трудовой; И.: labor; Т.: hizmet) с.
Үҙе эйәреп килгән һүҙҙәр алдында килеп, ошо эшмәкәрлеккә, эшкә бәйләнешле булғанды, уға нигеҙләнгәнлекте белдерә.
□ Трудовой. Хеҙмәт емеше. Хеҙмәт тәртибе. ■ Хеҙмәт баҫҡыстары буйлап һаман юғарыраҡ ынтылған Әнуәр Хәкимовичтың бар өмөт-ышаныстары шул мәлдә пыран-заран килеп ҡыйралды. Р. Вәлиев. Ысын хеҙмәт кешеһе туҙем, сыныҡҡан була. Д. Исламов. Атаһының «Беларусы» бөгөнгө хеҙмәт көнөн тәбрикләй төҫлө. Р. Байбулатов.
ХЕҘМӘТ АРМИЯҺЫ (Р.: трудовая армия; И.: labor army; T.: işçiler ordusu) и. тар.
1. 1920—1921 йылдарҙа штабтар (идаралыҡтар) базаһында булдырылған йә ауыл хужалығы эштәренә йәлеп ителгән хәрби формированиелар. □ Трудовая армия. Хеҙмәт армияһы көсө менән торф сығарылды, заводтар өсөн утын әҙерләнде.
2. 1942—1945 йылдарҙа тылда етештереү сәнәғәтендә ойошторолған отрядтар. □ Трудовая армия. М Төхвәтулла, хеҙмәт армияһынан ҡайтҡас, ҡапыл ғына йортон һата ла патефон алып ебәрә — бына ни тиклем моңға ғашиҡ йән була ул. «Башҡортостан ҡыҙы», №2,2011.
ХЕҘМӘТ БИРЖАҺЫ (Р : биржа труда; И.: employment office; T.: istihdam bürosu) и.
Эш көсөн яллағанда эшсе менән эшҡыуар араһында арал ашсы лыҡ иткән учреждение.
□ Биржа труда. ■ Әлеге ваҡытта хеҙмәт биржаһында иҫәптә торғандарҙың яртыһы — эштән уҙ теләге менән киткән кешеләр. «Ашҡаҙар», 23 июнь 2012.
ХЕҘМӘТ ЕТЕШТЕРЕҮСӘНЛЕГЕ (Р.: производительность труда; И.: working efficiency; T.: işçi verimliliği) и.
Билдәле бер эш ваҡыты берәмеге итеп алынған ваҡытта кешеләрҙең етештереү, эшләп сығарыу эшмәкәрлегенең продуктлылығы. □ Производительность труда. Хеҙмәт етештереусәнлеген уҫтереу.
ХЕҘМӘТ ИТЕҮ (хеҙмәт ит-) (Р.: работать; И.: to work; T.: çalışmak) ҡ.
1. Ниндәйҙер бер әлкәлә эшләү. □ Работать, трудиться. Тырышып хеҙмәт итеу.
■ Төймәләр ҙә бит бер эшкә хеҙмәт итәләр. С. Агиш. Ғабсатаров хеҙмәт иткән предприятиела куптән тугел ревизия булған икән. Ғ. Ғүмәр.
2. Хәрби хеҙмәттә булыу. □ Служить.
■ Нуретдин Балтика флотында матрос булып хеҙмәт иткән. И. Абдуллин. Егет кенә саҡта әрмеләрҙә хеҙмәт итеу тигән йола бар. Халыҡ йырынан.
3. Ялсы, хеҙмәтсе булыу. □ Быть слугой. М Ул [Айбулат] .. көнө-төнө тау һымаҡ ауыр булып елкәгә баҫып торған кешегә хеҙмәт итеуҙән, кешенең теләгенә ярауҙан йөҙәп бөткән, һ. Дәүләтшина. Әсәйем .. ке-йәугә сыҡҡансы кешелә хеҙмәт иткән. Т. Йәнәби.
4. Ниндәйҙер вазифаны башҡарыу. □ Служить. ■ Әҙәбиәт .. дөйөм кешелек донъяһын йәшәтеусе, алға әйҙәусе төп идеяға, халыҡ мәнфәғәтенә хеҙмәт итергә тейеш. Ф. Кузбәков.
ХЕҘМӘТ КЕНӘГӘҺЕ (Р.: трудовая книжка; И.: employment history; T.: istihdam geçmişi) и.
Кешенең эшләгән урыны, стажы, алған наградалары һ. б. иҫкәрмәләр яҙылып барған документ. □ Трудовая книжка. Хеҙмәт кенәгәһендәге яҙыу. ■ Намаҙ уҡымай теге донъяға кусеу, ҡорҙаш, хеҙмәт кенәгәһеҙ пенсияға сығыу менән бер бит инде ул. Т. Ғарипова. Тик беҙгә упкәләп китмәгеҙ, — тине директор [Миңлебаныу Миңлемырҙа-ғоловна], хеҙмәт кенәгәһен ҡулына тоттороп. И. Аҡъюлов.
ХЕҘМӘТ КӨНӨ (Р.: трудодень; И.: workday; T.: iş günü) и. тар.
Колхоз доходында колхозсының хеҙмәт өлөшөн билдәләп, иҫәпкә алыу берәмеге (1966 йылға тиклем ҡулланыла). □ Трудодень. ■ Артель ағзалары хеҙмәт көнөнә быйыл һигеҙәр кило саф бойҙай алалар!
3. Биишева. Халыҡты хәҙер элекке кеуек хеҙмәт көнөнә алдатып эшләтеп тә булмай. Т. Ғарипова. Ул [Сабира] былтыр 1244 хеҙмәт көнө эшләне. X. Ғиләжев.
363