ХЕҘМӘТКӘР
ХЕҘМӘТКӘР [ғәр. + фарс. jK] (Р.: служащий; И.: employee; T.: memur, görevli) и.
1. Ниндәйҙер учреждениела, ойошмала эшләгән кеше. □ Служащий; сотрудник. Намыҫлы хеҙмәткәр. Тырыш хеҙмәткәр. ■ Завод идаралығының хеҙмәткәрҙәрен махсус автобус йөрөтә ине. X. Зарипов. Аман Борханович .. ваҡыты-ваҡыты менән, уғата яуаплы эш ҡушып, хеҙмәткәрҙәрен һынап ҡарай. Н. Мусин. Таможня хеҙмәткәрҙәре Яппаровтың нимә эҙләгәнен белмәне һәм һораманы ла. Ғ. Хисамов.
2. Ниндәйҙер ваҡытлы йәки күп томлы . баҫманың даими авторҙарының, төҙөүселәренең береһе. □ Сотрудник. Редакцияның яңылыҡтар хеҙмәткәре. ■ Мәҡәләләр ойоштороу өсөн газетаның әҙәби хеҙмәткәре бар, — тип яуап ҡайтарҙы Истамғәлин [Али Карнайға]. Я. Хамматов.
ХЕҘМӘТ ҠАҒЫҘЫ и. һөйл. ҡар. хеҙмәт кенәгәһе. ■ [Сәлимә:] Яңылышаһығыҙ, Арыҫланов иптәш, Һеҙ миңә таныш, ләкин Һеҙҙең хеҙмәт ҡағыҙығыҙ менән мин таныш түгелмен. Ғ. Ғүмәр.
ХЕҘМӘТЛӘНДЕРЕҮ (хеҙмәтләндер-) (Р.: обслуживать; И.: to serve; T.: bakmak) ҡ.
1. Кемдеңдер йәки нимәнеңдер ихтыяжын, йомошон башҡарыу. □ Обслуживать.// Обслуживание. М Көндәлек тормоштоң байтаҡ өлөшө үҙ-үҙеңде хеҙмәтләндереүгә күсте. С. Ильясов.
2. Эш иттереү, эшләтеү. □ Обслуживать. // Обслуживание. Электр станцияһын хеҙмәтләндереү. ■ Көҙгө көн күңелһеҙ, аяҡ аҫты бысраҡ, ә нефтселәр хеҙмәтләндергән скважиналар тап-таҙа. Ә. Байрамов. Тәрәнйылға ингән зонала ауыл хужалығы машиналарын техник яҡтан хеҙмәтләндереүҙе элек икенсе механик башҡара ине. Р. Байымов. Техсоставтың төп өлөшө килеп етмәгәнлектән, самолёттарҙы хеҙмәтләндереү ауырлашты. А. Мағазов.
ХЕҘМӘТЛӘНДЕРЕҮСЕ (Р.: обслуживающий; И.: servicing; T.: bakan, ilgilenen) с.
1. Кемдеңдер йәки нимәнеңдер ихтыяжын, йомошон башҡарыусы. □ Обслуживающий. М Ирҙәр ҡатын-ҡыҙҙа күберәк үҙен хеҙмәтләндереүсе затты күрә. Т. Ғарипова.
2. Эш итеүсе, эшләүсе. □ Обслуживающий. Н Павло ятҡан палатаны хеҙмәтләндереүсе врач Анна Ивановна кабинетҡа килеп инде. 3. Биишева.
ХЕҘМӘТСЕ (Р.: слуга; И.: servant; Т.: hizmetçi) и.
1. Кемгәлер ялланып хеҙмәт иткән кеше; ялсы. □ Слуга. Хеҙмәтсе булып йөрөү. Ш Ул [Котлояр] хеҙмәтселәрҙе эшкә шул тиклем ҡаты ҡуша ки, уның иртәһе лә, кисе лә, төнө лә эш менән үтергә тейеш. Д. Юлтый. Исрафил шәйех менән шағирҙы урта йәштәрҙәге кеше, әмир һарайының өлкән хеҙмәтсеһе ҡаршыланы. Ә. Хәкимов. Шулай ҙа хужаға хеҙмәтсе эше, күпме генә тырышһа ла, әҙ күренә икән ул. М. Садиҡова.
2. күсм. Кемдеңдер йәки нимәнеңдер мәнфәғәтен ҡайғыртҡан, уның ихтыяжын ҡәнәғәтләндергән кеше. □ Слуга, служитель; работник. Фән хеҙмәтсеһе. ■ Верховный Совет депутаты... Халыҡ хеҙмәтсеһе, ә халыҡ хөкөмөнән уттан ҡурҡҡан кеүек ҡурҡты ла ҡуйҙы. Т. Сәғитов.
ХЕҘМӘТСЕЛЕК (хеҙмәтселеге) (Р.: положение, занятие слуги; И.: working as a servant; T.: hizmetçilik) и.
Ялсы хеҙмәте; ялсылыҡ. □ Положение, занятие слуги, услужение. Хеҙмәтселеккә инеү. ■ Камыт-дуға, тимер-томор, кәрә-син-һабын менән төшөмлө генә һатыу итеүсе Мөхтәсимдә нисәнсе быуындандыр ҡәйнеш тейешле кеше хеҙмәтселектә тора. М. Кәрим. Ул [Кәлимулла] оҙаҡ ваҡыттар Калмыктың Шәмси ахунда хеҙмәтселектә торҙо. И. Насыри. [Һабрау] егетте таныш мөдәррисенә хеҙмәтселеккә урынлаштырҙы. Ә. Хәкимов.
ХЕҘМӘТСӘН (Р.: труженик; И.: worker; T.: emektar) с.
Эшләгән, хеҙмәт иткән. □ Труженик, трудящийся, трудовой. Хеҙмәтсән егет. ■ [Урманцева:] Наиләм минән бик риза, сөнки мин артистка, хеҙмәтсән кеше һәм йәмәғәтсе. С. Агиш. [Алпаровтың] хеҙмәтсән-дәрҙән килгән хаттарға уның ихтирамы ҙур, һәм ул райкомда эшләүселәрҙән дә шундай уҡ мөнәсәбәтте талап итә. Яр. Вәлиев.
ХЕҘМӘТТӘШ (Р.: сослуживец; И.: campaigners; T.: emektaş) и.
364