Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 365


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ХИБЕСЛЕК
Бер эштә хеҙмәт иткән кешеләр. □ Сослуживец. Хеҙмәттәш егеттәр. Хеҙмәттәштең ғаиләһе. Ш Копыловтың артынан сумаҙан, төйөнсөк тотҡан хеҙмәттәштәре килеп етте. Ғ. Аллаяров. Ҡыҙыл муйынлы йыуан полицай, .. хеҙмәттәше менән куҙгә -куҙ ҡарашып, шарҡылдап көлә башланы. Ә. Байрамов. Ҡайһы бер кешене — бик яҡыныңмы ул әллә хеҙмәттәш иптәшеңме — белгән дә кеуекһең. Яр. Вәлиев.
ХЕҘМӘТТӘШЛЕК (хеҙмәттәшлеге) (Р.: сотрудничество; И.: cooperation; T.: işbirliği) и.
Үҙ-ара ярҙам итеүгә нигеҙләнгән берҙәмлек. □ Сотрудничество. Хеҙмәттәшлек ойошмаһы. ■ Беҙҙең республика менән Ляонин провинцияһы араһында уҙ-ара хеҙмәттәшлек килешеуе бар. Ә. Әминев. Хәрби хеҙмәттәшлектә башҡорттарҙың хәрби ҡатламы барлыҡҡа килә, һәм улар, куп яуҙарҙа ҡатнашып, дан ҡаҙана. «Киске Өфө», № 23, 2009.
ХЕҘМӘТТӘШЛЕК ИТЕҮ (хеҙмәттәшлек ит-) (Р.: сотрудничать; И.: cooperate; T.: işbirliği etmek) ҡ.
Бергәләшеп бер төрлө эштә ҡатнашыу. □ Сотрудничать. ■ Майор Орлов, әсиргә төрлө һорауҙар биреп, уны уҙе менән хеҙмәттәшлек итергә өндәп ҡараны. И. Ғиззәтуллин. Ҡупме аралашып, хеҙмәттәшлек итеп йөрөһә лә, Ҡыҙыл крепосы комендантының холҡон һәм башҡорттарға ниндәй мөнәсәбәтен белеп етмәне, буғай, ул [Байым, тархан]. Ғ. Хөсәйенов.
ХЕҘМӘТ ХАҠЫ (Р.: зарплата; И.: salary; T.: ücret) и.
Килешеү буйынса билдәле эште башҡарған өсөн бирелгән аҡса. □ Зарплата. Юғары хеҙмәт хаҡы. ■ Нурға рәхәт ине — был уның тәуге хеҙмәт хаҡы ғына тугел, ә тәуге еңеуе лә ине. И. Абдуллин, һәр айҙың хеҙмәт хаҡынан бер аҙын һаҡлыҡ кассаһына һалып барырға, тора-бара,.. Рифкә пианино һатып алырға ҡарар иттеләр [Зилара менән Вәкил]. X. Зарипов. Декрет аҡсаһы әсәнең стажына бәйле тугел һәм хеҙмәт хаҡының 100 проценты куләмендә бирелә. «Башҡортостан ҡыҙы», № 5, 2011.
ХЕК [ингл. hake] (Р.: хек; И.: hake; Т.: barlam) и. зоол.
Трескалар ғаиләһенә ҡараған йомро кәүҙәле диңгеҙ балығы. □ Хек (лат. Merluccius). Хекты таҙалау. Хектан бешерелгән ризыҡтар. ■ Омега-3 кислоталары хек, пинагор һәм лосось ыуылдырыҡтарында табылған. «Киске Өфө», № 1, 2010.
ХЕ-ХЕ, хе-хе-хе (Р.: хе-хе; И.: kind of interjection; T.: he he) оҡш.
Мыҫҡыл менән әкрен генә көлгәнде белдергәндә әйтелә. □ Хе-хе (подражание ехидному смеху). М Хе-хе, — Ғариф ағай мыйыҡ аҫтынан көлдө. Б. Бикбай. [Фаяз — Менә-уәрәгә:] Ф аязды көтәм тиһең инде, ә? Йәш саҡ, тиле саҡ шул, хе-хе! Р. Ханнанов.
ХИБАЛӘ [ғәр. (Р.: силок; И.: snare; T.: ilmikli kapan) и. иҫк. ҡар. тоҙаҡ.
Ҡош, йәнлек тота торған яйланма. □ Силок. Хибаләгә сысҡан тотоу. ■ Дошмандар хибаләне һалып ҡарай — турғайҙың тоҙағына ыласын төшмәй. М. Аҡмулла.
ХИБЕС [ғәр. (Р.: тюрьма; И.: prison; T.: hapis) и. иҫк.
1. Тотҡондар йорто, зиндан. □ Тюрьма, темница. Хибестән ҡотҡарыу. М Йыйындағы батырҙарҙың булғанын да йыҡһаң, хибестән ҡотҡарам, өҫтәуенә, бер йылҡы орлоғо нәҙер итәм, — тигән Лоҡман кантон Әбдерәхим мырҙаға. Ж. Кейекбаев.
2. Тотҡон. □ Заключённый. М Хибестәр, ғәйептәренең ҙурлығына-кеселегенә ҡарап, төрлөһө төрлө яза алды. Ә. Хәкимов. Хибестәрме ни, ултырырға ла тәҡдим итмәйҙәр, тип йәлләне уларҙы [дин әһелдәрен] Ғосам. Б. Рафиҡов.
ХИБЕС ИТЕҮ (хибес ит-) (Р.: посадить в тюрьму; И.: be put in prison; T.: hapsetmek) ҡ.
Кешене һаҡ аҫтына алыу, төрмәгә ултыртыу. □ Посадить в тюрьму. ■ Мәккә халҡы Ғосманды хибес итте. «Ағиҙел», № 5, 2012. Батша төшөрөлгән, министрҙар хибес ителгән, тигән хәбәргә Вәли ағай башта ышанманы. М. Ғафури.
ХИБЕСЛЕК (хибеслеге) (Р.: заключение; И.: imprisonment; T.: hapislik) и. иҫк.
365