Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 366


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ХИБЕСХАНА
Тотҡонлоҡ. □ Заключение, неволя. ■ Сәйфөлмөлөктөң, хибеслектән ҡотөлоп, дин һаҡсыһы ҡарамағына кусеуен ишеткән элекке әшнәләре дуҫлыҡты яңыртырға тырышһа ла, ул быны кире ҡаҡты. Ә. Хәкимов.
ХИБЕСХАНА [ғәр. + фарс. ] и. ҡар. хибес 1. М [Геннадий Самуилович Шприцтың] быға ҡәҙәре хоҡуҡ боҙоп тотолғаны, хибесхана ҡылынғаны булмаған. Р. Вәлиев.
ХИЖАБ (хижабы) [ғәр. (Р.:
хиджаб; И.: hijab; T.: hicap) и. иҫк.
Ҡатын-ҡыҙҙың йөҙөн ҡаплай торған пәрҙә; бөркәнсек. □ Хиджаб. Хижаб бөркәнеу. И [Келәш ауылы муллаһы:] Әҙәпле ҡыҙымдың хижабын йырттырып, йыһан гиҙҙереп, кәмит уйнатып йөрор хәлем юҡ. И. Насыри.
ХИКМӘТ I [ғәр. (Р.: мудрость; И.: wisdom; T.: hikmet) и.
1. Ғәжәп ҙур аҡыл, тәрән белем. □ Мудрость, премудрость. Хикмәт эйәһе. М Әлепте таяҡтан саҡ айырған, иллене уҙған Байгил-диндың һиҙенеуендә бер хикмәт бар. X. Ғиләжев. Мәғрифәт, хикмәт шәмен ҡабыҙып, йә әле һеҙ [ҡатын-ҡыҙ]балҡығыҙ. Б. Мирзанов.
2. Нимәнеңдер асылын тәшкил иткән эске мәғәнә. □ Тайна, сокровенный смысл. М Миңһылыуҙың атаһы: «Имеш-мимештең бер хикмәте була, — тимәк, халыҡ куңеле ниндәйҙер хәуеф булырын һиҙенә», — ти торғайны. Ә. Байрамов. Яңы китап уҡыған һайын тормоштоң ниндәй ҙә булһа бер хикмәтен беләһең, беләһең генә тугел, уны тояһың. Ә. Вәли. Көршәк яһаусы балсыҡтың бөтә серҙәрен, игенсе тупраҡтың, тәбиғәт шарттарының әллә купме хикмәттәрен белә. Т. Ғарипова.
3. Нимәнеңдер төбөндә ятҡан йәшерен сәбәп; сер, ғиллә. □ Чудо, чудеса. ■ Ҡатын-ҡыҙ өҫтөндәге ирҙәр кейеме лә ниндәй хикмәт менәндер ул тиклем ук сәйер тойолмай. Ш. Бикҡол.
4. ҡар. фокус II. ■ Уңышлы курһәтелгән.. хикмәттәрҙән һуң тамашасы гөр килеп ҡул саба. Б. Бикбай. • Астың куҙе икмәктә, туҡтың куҙе хикмәттә. Әйтем.
♦ Ни хикмәт ғәжәпкә ҡалғанда, аптырағанда әйтелә. □ Что за чудо! Был ни хикмәт! ■ Был ни хикмәт, был ни хәл бөгөн: уның
[Сөләймәновтың]уйында һаман да шул Гузәл дә баһа! В. Исхаҡов. Әммә, ни хикмәттер, фетнәселәр, өркөтөлгән һарыҡ көтөуе кеуек, тау битләп дәррәу тороп саптылар. Ғ. Лоҡманов.
ХИКМӘТ II (Р.: хикмет; И.: Hikmet; Т.: hikmet) и. әҙ.
Тапҡыр мәғәнәле һәм өгөт-нәсихәт, фәлсәфәүи йөкмәткеле кескәй жанр. □ Хикмет (литературный жанр). Мәулэ Ҡолой — хикмәт жанры оҫтаһы. Ике һәм дурт юллы хикмәттәр. Фәйзи Гумәров хикмәттәре.
■ Ә улар [эпик ҡомартҡылар] менән йәнәш купме төрлө жанрлы (бәйет, хикәйәт, мәҙхиә, мәрҫиә, хикмәт, тарихи йырҙар һ. б.), төрлө куләмле әҫәрҙәр әҙәбиәт тарихына инә алмай йөрөй. Й. Ильясова.
ХИКМӘТЛЕ (Р.: мудрёный; И.: tricky; Т.: hikmetli) с.
1. Ҡапыл ғына аңлай алмаҫлыҡ йәшерен мәғәнәле, серле, тылсымлы. □ Мудрёный; хитроумный. Хикмәтле йоҙаҡ. ■ Быға саҡлы тимер-томор менән генә маташҡан Рөс-тәмдең был хикмәтле эшенең серен белгәс, Айрат, һыны ҡатып, саҡ-саҡ йығылып китмәне. Р. Байбулатов. Уның [Алпаровтың] Кәбиргә төбәлгән хикмәтле ҡуңыр куҙҙәре-нең ҡарашы бөтә булмәне яҡтыртып ебәргәндәй булды. Яр. Вәлиев. Ғабдрахим мулла, Сания ҡарсыҡҡа хикмәтлерәк куренер өсөн, башын тубән эйеп, бер ҡулының һыртын маңлайына терәне. Р. Ғабдрахманов.
2. кусм. Бик мәрәкә, ҡыҙыҡ; мажаралы. □ Причудливый, замысловатый, затейливый. Хикмәтле әкиәт. Хикмәтле биҙәктәр.
■ Ябай хеҙмәт кешеһенең ауыр яҙмышы, зары-моңо хаҡында һөйләнгән был хикмәтле хикәйәтте Хаммат тын да алмай йотлоғоп тыңланы. 3. Биишева.
ХИКМӘТЛӘҮ (хикмәтлә-) (Р.: мудрить;
И.: complicate matters unnecessary; T.: ince farklarını gözetmek) ҡ.
Йәшерен, тәрән мәғәнә биреү, хикмәтле, серле итеү. □ Мудрить, намудрить. ■ Ниж-неозёрскийға туҡтағанда, Зәбир мулла, шундағы башҡа кешеләр менән аралашып, .. нимә хаҡындалыр хикмәтләп һөйләште. Ғ. Ибраһимов. Арҡанды хикмәтләп ҡуйыу-
366