Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 367


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

хикәйәт
ҙары булды, һуҡмаҡта таныш һын күренде. Р. Кинйәбаев. Алтын буталдарҙа семәрләп, хикмәтләп яҙылған батша ярлығы. Ғ. Хөсәйенов.
ХИКӘЙӘ [ғәр. (Р.: рассказ; И.: (short) story; T.: hikâye) и.
1. әҙ. Тормоштағы бер ваҡиғаға арналған бәләкәй сәсмә әҙәби әҫәр. □ Рассказ. Хикәйә уҡыу. ■ Лев Толстойҙың «Ильяс», «Кешегә күпме ер кәрәк?» тигән фәлсәфәүи хикәйәләренең нәҡ башҡорт тормошо йоғонтоһонда тыуыуы һис кенә лә осраҡлы түгел. Р. Бикбаев. [Закир Һаҙиҙың] «Бәхетле ҡыҙ» тигән тәүге хикәйәһе бәләкәй генә бер башҡорт ауылының тормошон тасуирлау менән башланып китә. М. Нәҙерғолов.
2. Күргән-белгән тураһында һөйләнгән хәбәр. □ Рассказ, повествование. Хикәйә һөйләү. ■ Раяның хикәйәһен бер нәмә булмаған шикелле тыңлап ултырған Фәтихов йылмайып алды. И. Абдуллин. Шәмсиә үҙенә таныш булмаған был ике матурҙың фажиғәле мөхәббәте хаҡында ҡыҙыҡлы хикәйә тыңларға йыйынғайны. 3. Биишева.
ХИКӘЙӘ ИТЕҮ (хикәйә ит ) ҡ. ҡар. хикәйәләү. Тарихты хикәйә итеү. ■ Лида Вераның ҡайһы урындарға вышка төҙөүҙең кәрәклеге тураһында һөйләүҙәрен хикәйә итте. А. Таһиров. [Меңйәшәр солоҡ — Кешегә:] Үҙемә ошо исемдең ниңә ҡушылғанын һиңә хикәйә иткем килә. Н. Мусин. Үҙенең .. атаһы яратһа ла, үгәй әсәһе менән тыныша алмауын, шул арҡала доброволец булып һуғышҡа килеүен оҙон һәм күңелле итеп хикәйә итте [Тимашев]. Д. Юлтый.
ХИКӘЙӘЛӘҮ (хикәйәлә-) (Р.: рассказывать что, о чём\ И.: narrate, tell; T.: hikâye etmek) ҡ.
1. Тормоштағы ваҡиғаларҙы, эш-хәрәкәтте эҙмә-эҙлекле итеп һөйләп биреү, хикәйә итеү. □ Рассказывать что, о чём. // Рассказ, рассказывание, повествование. Яуҙағы ваҡиғаларҙы хикәйәләү. ■ Аҡтүбә, Аҡбулаҡ фронттарында булған айырым эпизодтарҙы хикәйәләп алдылар [Билал менән Әхтәмов ]. А. Таһиров. Бер епкә теҙелгән ике ваҡиғаны .. эҙмә-эҙлекле тағатыу, һәүетемсә хикәйәләп биреү өсөн бер-ике йыл артҡа си
генергә тура килә. Ә. Хәкимов. Салауатов ҡыйырсыҡ айлы төндәге мажараны аңлайышлы итеп тиҙ-тиҙ генә хикәйәләне. С. Шәрипов.
2. Тасуир итеү; һүрәтләү. □ Повествование. Лиро-эпик планда хикәйәләү. ■ Оло, көнсөл мөхәббәтте хикәйәләүе менән үҙ күңеленә яҡын булған «Отелло»ға, Шекспирҙың үлемһеҙ әҫәренә, туҡталырға ниәтләне [Сергей]. И. Абдуллин. Менәүәрә Әрмәнстанда командировкала булып ҡайтты, үҙ күҙҙәре менән күргәнде тетрәнеп гәзит-журналдарҙа хикәйәләне. Г. Яҡупова.
ХИКӘЙӘСЕ (Р.: автор рассказов; И.: author of short stories; T.: hikâyeci) и.
1. Хикәйә яҙыусы; хикәйә яҙған кеше.
□ Автор рассказов. П Рәшит ағай шулай итеп тәүге китабынан уҡ үҙен маһир хикәйәсе, .. типик образдарҙың психологияһын тәрән белеүсе һәм уны уҡыусыға нәфис тос һүҙ, йыйнаҡ сюжет аша бирә белеүсе оҫта яҙыусы итеп танытты. М. Баһуманова. Хикәйәләрҙең күләме ҙур булмау хикәйәселәргә көндөң иң үҙәк мәсьәләләренә тиҙ яуап бирергә мөмкинлек тыуҙыра. Ә. Вәли.
2. Оҫта хикәйә итеүсе, оҫта һөйләүсе.
□ Рассказчик; повествователь. ■ Хикәйәселәрҙең һүҙе, нигеҙҙә, гел шундай бөркөт йөрәкле, арыҫлан ирҙәр хаҡында бара... Әгәр хикәйәсенең һүҙендә кескәй генә ялған өн ишетелһә лә, уны ҡабат тыңлаусы булмай.
3. Биишева.
ХИКӘЙӘТ [ғәр. (Р.: легенда; И.: legend; T.: hikayat) и. әҙ.
1. Легендаларға нигеҙләп яҙылған әҙәби әҫәр. □ Легенда, сказание. ■ Еҙүкәйҙең үҙе тураһында төрлө халыҡта төрлөсә дастандар, хикәйәттәр сығарылған, имеш. Ә. Хәкимов. Хикәйәттәр, ғәҙәттә, хикмәтле йөкмәтке менән характерланған берәй тарихи ваҡиғаға ҡоролған була. К. Әхмәтйәнов.
2. Фантастик ваҡиғалар тураһында уйлап сығарылған эпик әҫәр; әкиәт. □ Сказка. ■ Кескәй саҡта атаһынан ишеткән бер хикәйәтте иҫенә төшөрҙө [Ғәзим]. Ф. Чаны-шева. Юлдашым һүҙгә әүәҫ түгел, шулай ҙа уның хәтирәләренән, элек ишеткәндәремдән күңелемдә онотолмаҫ хикәйәт яралды.
367