Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 368


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ХИЛАФ
С. Шәрипов. Ҡайтып еткәнсе, ул [олатай] миңә айыуҙар хаҡында бер хикәйәт һөйләп өлгөрҙө. Г. Яҡупова. [Хасбулат:] Хикәйәтте беҙҙә кис, ай яҡтыһында, эшһеҙ саҡта ғына һөйләйҙәр. 3. Биишева.
ХИЛАФ I [ғәр. (Р.: ошибочный; И.: controversial; T.: hilaf) с.
Ярамай торған, килешмәгән, килешһеҙ.
□ Ошибочный, противоречащий чему. Хилаф исем. Хилаф булыу. ■ Хатта бәләкәй генә хилаф эш менән дә ҙур бәләгә тарырға мөмкин. Р. Байбулатов. Миңә юҡҡа рәнйемәгеҙ, ағайҙар, — тине Хисамый, — шәриғәткә хилаф бер төрлө лә эш эшләмәнем. Б. Бикбай. Ирғәле старшинаның хилаф эштәрен һәм мутлыҡтарын Ғариф һайлау алдынан халыҡҡа, ҡарттарға һөйләу өсөн эсенә һалып ҡына йөрөй. Ж. Кейекбаев.
ХИЛАФ II [ғәр. uölk] (Р.: против; И.: against; T.: hilaf) р.
Кире, ҡаршы, тиҫкәре. □ Против, напротив, вопреки. ■ [Бисә кешегә] икенсе кеше менән осрашыу тураһында хатта уйлау ҙа хилаф булыр һымаҡ ине. Н. Ҡотдосов. Сабыр ит, әллә ҡайһы тарафтарҙан килгән уҙ атыбыҙ менән курешмәһәк, бөтөнләй хилаф булыр, — тип ул [Ғилмишәриф] йәһәт кенә кейенде лә ат эргәһенә сыҡты. Р. Өмөтбаев.
ХИЛАФ ИТЕҮ (хилаф ит-) (Р.: поступать против установленных норм; И.: to act against the established norms; T.: ziyan etmek) ҡ.
Килешмәгән эш эшләү; зыян килтереү.
□ Поступать против установленных норм. Шәриғәт ҡушҡанға хилаф итеу. ■ Ауырлыҡтан ҡурҡмайым мин, тип әйткәндә, ул [Әхтәруллин] һис тә выжданына хилаф итмәне. Р. Вәлиев.
ХИЛАФЛЫҠ (хилафлығы) (Р.: ошибка, ошибочность; И.: wrong; T.: yanlışlık) и.
1. Килешмәгән, ярамаған эш; яңылышлыҡ, хата. □ Ошибка, ошибочность, противоречивость. ■ [Мәликә — улына:] Тәңре алдында боҙоҡһоҙ хилафлыҡтарым һис шикһеҙ булғандыр. X. Тапаҡов. Уға ҡарата изге ниәт менән башланған һөйләшеуҙә лә ул [Зөфәр], ниндәйҙер хилафлыҡ табып,
бәләкәй генә осҡондо ла оло ялҡынға өйләндереп ебәрә. «Ағиҙел», № 1, 2013.
2. кусм. Зыян, зарар. □ Ошибка, вред. Хилафлыҡ килтереу. ■ [Һағынбай— Алдарға:] Беҙҙең ырыу кешеләре быға тиклем уҙ исеменә тап төшөрмәне, һин дә, улым, әуәлдән килгән ошо йолаға хилафлыҡ итмә. Н. Мусин. Бөгөн эшләгән хилафлыҡтары өсөн һәр яуыз яуап тоторға тейешле. И. Ноғманов. [Хәсәндең] халҡына хилафлыҡ ҡылғаны, ололарҙың һуҙен йыҡҡаны булманы. Б. Рафиҡов.
ХИЛЕ [фарс. (Р - значительный; И.: considerable; T.: hayli) с. иҫк.
Арыу уҡ, күп кенә, байтаҡ. □ Значительный, порядочный; изрядный. Хиле ваҡыт утте. ■ Ғәлиә лә хиле белем хасил итте. Ә. Иҫәнбирҙин.
ХИЛЕС [ғәр. 0^*1 иҫк. ҡар. ихлас. Хилес кеше. Эште хилес эшләу.
ХИЛҠӘТ [ғәр. ÂiLk] (Р.: природа; И.: nature; T.: hilkat) и. иҫк.
Уратып алған тирә-яҡ; тәбиғәт. □ Природа. Тирә-йун хилҡәте. ■ Ике ҡитғаны тоташтырған Урал тауының бер миҙгеленең бер ук көнөндә төньяғында, ҡотоп тарафында һалҡын елдәр иҫеп төндәрҙе өшәндерһә, көньяғында иһә ҡояш сыуағында хилҡәт, гуйә, йылыға иҙрәп ҡалғып ята. Ғ. Хөсәйенов.
ХИЛҮӘТ I [ғәр. 3зЧ (Р-: блаженный; И.: blessed; T.: mahzuz) с.
1. Рәхәтлек биргән иркен, аулаҡ, хозур.
□ Блаженный, безмятежный; спокойный. Хилуәт ер. ■ [Йәйләуҙә] хилуәт донъя. Әйҙә рәхәтләнһендәр һыу инеп. Яр. Вәлиев. Һунарсы ла бында аяҡ баҫмай, хилуәт йөрөй йәнлек, ҡошсоҡтар. С. Кулибай.
2. Ығы-зығыһыҙ, шау-шыуһыҙ; тыныс.
□ Тихий; спокойный. Хилуәт көндәр. ■ Ун һигеҙе яңы ғына тулған егеттең .. хыялында мөхәббәт тип тугел, ә хилуәт тормош тип туй ту илау ы Фәрғәт Байрамғоловты хайран ғәжәпкә ҡалдырҙы. Т. Сәғитов. [Дурт шәкерт тәхризнамәне] ят куҙҙәрҙән хилуәт урында иркенләп кусереп яҙҙылар. Ғ. Хөсәйенов. [Ырыуҙаштар] уҙ-ара дошманлашмай, хилуәт кенә ғумер һөрөп яталар. Әкиәттән.
368