химик
3. Матур, йәмле, күркәм. □ Прелестный, красивый. Хилуәт ерҙәр. ■ Ниндәй хилуәт урындар бар беҙҙең Башҡортостанда! Ж. Кейекбаев.
4. кусм. Күңелгә ятҡан; йылы, яҡшы.
□ Душевный. ■ Дуҫ-иш менән ултырҙаш булһаң, хилуәт-хилуәт һуҙгә туйырһың. Халыҡ йырынан.
5. кусм. диал. Аҡылға зәғиф. □ Слабоумный. Хилуәт кеше.
ХИЛҮӘТ II [ғәр. <А] (Р.: чудо; И.: miracle; T.: mucize) и.
Ғәжәп ҡалырлыҡ нәмә; хикмәт, мөғжизә.
□ Чудо, диво, волшебство. ■ Тимерләп эшләнгән һандыҡ уҙе бер хилуәт ине. Ә. Вахитов.
ХИЛҮӘТЛЕК (хилүәтлеге) (Р.: блаженство; И.: bliss; T.: rahatlık) и.
Иркенлек, рәхәтлек. □ Блаженство, упоение, наслаждение. Хилуәтлектә йәшәу.
ХИМАР [ғәр. jbxa] (Р/ осёл; И.: donkey, ass; T.: himar) и. иҫк. ҡар. ишәк.
Оҙон ҡолаҡлы, ат һымағыраҡ бәләкәй эш хайуаны. □ Осёл. ■ [Кейеме иҫке ғаләмдең] дөрөҫлөгөн итерҙәр ғәр, гәрсә булһын ул ғалим — уны, гуйә, химар әйләр. М. Аҡмулла.
ХИМАЯ [ғәр. (Р.: защита; И.: protection; T.: himaye) и. иҫк.
Кемдеңдер яҡлауы, ҡурсалауы. □ Защита; поддержка, протекция, покровительство. Атай химаяһы. ■ Иренең химаяһынан мәх-рум ҡалған ҡатынды [мулла] дин химаяһына алырға теләне. М. Ғафури. Тайба әбей шунда уҡ йәш киленен химаяға алды. 3. Биишева.
ХИМАЯ ҠЫЛЫУ (химая ҡыл ) (Р.: защищать; И.: to protect; T.: himaye etmek) ҡ.
Яҡлау, бәлә-ҡазанан һаҡлау, ҡурсалау.
□ Защищать, поддерживать. ■ Икенсе милләт шул ғәҙәт һәм сифаттарға тәжәуез ҡылһа, милләт уны химая ҡылырға, һаҡларға ижтиһад ҡылалыр. М. Ғафури.
ХИМАЯСЫ (Р.: адвокат; И.: barrister, lawyer; T.: himayeci) и. иҫк. ҡар. адвокат.
Судтағы яҡлаусы. □ Адвокат. ■ [Прокурор ярҙамсыһы] тотлоғоп ҡуйҙы, ләкин ҡыҙарманы, сөнки залда хаким, химаясы .. һәм бер нисә офицерҙан башҡа кеше юҡ ине. И. Насыри.
ХИМЗАВОД [рус. химический завод] (Р.: химзавод; И.: chemical plant; T.: kimya fabrikası) и.
Минераль, күмер, һыу һәм башҡа сеймалдарҙы химик эшкәртеү юлы менән продукция етештереүсе мөһим сәнәғәт тармағы. □ Химзавод. Химзавод төҙөу. Химзаводтың һауаны бысратыуы. М [Дауыт:] Дембелдән һуң химзаводҡа урынлаштым. Ә. Әминев. Уның [Лилиәнең] .. алты айлыҡ курста уҡып, хәҙер химзаводта лаборантка булып эшләуен — бөтәһен дә бер нисә минут эсендә белеп бөттө Шәмсун. Н. Мусин.
ХИМИК I (химигы) [рус.] (Р.: химик; И.: chemist; T.: kimyacı) и.
1. Химия буйынса белгес. □ Химик. ■ Роза .. рус ғалимы химик Бутлеровтың тыуыуына 110 йыл тулыу көнөнә ҡарата лекция әҙерләй. С. Агиш. Был китап та .. физиктар, химиктар, палеонтологтар менән әңгәмәләшә алырлыҡ белеме булыуҙы талап иткәнлектән, Емештән ай кеуек алыҫ тора ине. 3. Биишева.
2. Химия сәнәғәтендә эшләгән хеҙмәткәр. □ Химик. ■ Бына шулай башланды йәш химиктың хеҙмәт юлы. [Нәуфәлде].. метилстирол цехына стажировкаға ебәрҙеләр. Ә. Байрамов. Химиктың бер көнө башҡа әҙәмдәрҙең йөҙ көнөнә тиң. Ә. Бикчәнтәев.
ХИМИК II (Р.: химический; И.: chemical; T.: kimyasal) с.
1. Химияға бәйләнешле, химияға мөнәсәбәтле. □ Химический. Химик ысул. Химик матдәләр. ■ Һуңғы өс йылда автомобиль транспортының атмосфераға ағыулы матдәләр сығарыуы һиҙелерлек артты, һауаға йөҙҙәрсә химик берләшмә сығарыла. М. Ху-жин.
2. Химия тарафынан өйрәнелгән, химия әлкәһенә бәйле. □ Химический. Химик элемент. Еҫемдәрҙең химик уҙгәреше. ■ Аҡбар уның итәгенә менеп ята ла, Зинунә ҡысҡырып ҡабатлаған оҙон химик формулаларҙы аңлаған һымаҡ, йәшел куҙҙәрен ҡыҫҡылап ҡуя торғайны. Ә. Вәли.
3. Сәнәғәттә химия ысулдарын ҡулланыуға бәйле. □ Химический. М Милованова менән Зифа һуңғы тапҡыр алынған керн
369