ХИМИКАЛИЙ
дарға химик анализ яһап бөтөп баралар. Ә. Бикчәнтәев. һыуһын булыр ерҙе сәсеулек-кә әйләндереуҙән артыҡ фәтуә булмағас, [Саяф] химик ашламаларға көс төшөрҙө. Т. Ғарипова.
4. Химияны хәрби маҡсатта ҡулланыуға бәйле. □ Химический. Химик ҡөрал. Химик һуғыш.
ХИМИКАЛИЙ [рус.] и. махс. ҡар. химикат. Сәнәғәт химикалийҙары. Шыйыҡ химикалийҙар.
ХИМИКАТ [рус.] (Р.: химикат; И.: chemical; T.: kimyasal madde) и. махс.
һәр төрлө химик препарат. □ Химикат. Химикаттар менән эшкәртеу. Химикаттар һиптереу. ■ [«Утаусы» агрегаттарҙың] береһе бойҙай баҫыуында, ә икенсеһе кукуруз сәсеулегендә химикаттар һиптерә. И. Ғиззәтуллин. Химикаттар алыу өсөн рөхсәт ҡағыҙын ҡулына төшөргәнсе уның [Әлфиә -нең] ҡалала тапамаған һуҡмағы, инмәгән урыны ҡалманы. Ф. Әсәнов.
ХИМИОТЕРАПИЯ [рус ] (Р.: химиотерапия; И.: chemotherapy; T.: kemoterapi) и. мед.
Химик матдәләр ярҙамында ауырыуҙарҙы дауалау. □ Химиотерапия. Химиотерапия ҡулланыу. Химиотерапия утеу. ■ Юғары дозалағы химиотерапиянан һуң өҙлөгөуҙе иҫкәртеугә йунәлтелгән дауалау бик ҡатмарлы, оҙаҡ һәм ҡиммәт. «Йәшлек», № 8, 2010.
ХИМИЯ [гр. chemeia} (Р.: химия; И.: chemistry; T.: kimya) и.
1. Бер матдәнең икенсе матдәгә әүерелеү процесын, уларҙың атом төҙөлөшөн өйрәнә торған фән. □ Химия. / Химический. Органик химия. Органик булмаған химия. ■ Нәуфәл мәктәптә уҡыған саҡта химияны бик яратып бөтмәй .. торғайны. Ә. Байрамов. Иң тәуҙә Валентин, ҡан-тир тугеп, беҙҙе химиянан һәм физиканан әҙерләй башланы, сыҙап ҡына mopl 3. Биишева. Математика булһынмы, химиямы, металлургиямы, машина төҙөуме — был әлкәләрҙең бөтәһендә лә эште тәуге көндән ук тәжрибәнән башларға мөмкин. Н. Ҡотдосов.
2. Берәй матдәнең сифатын тәшкил иткән состав. □ Химия. Нефть химияһы. ■ Рес
публикабыҙҙың индустриаль ҡеуәте бик куп тиҫтә йылдар нефть, нефть химияһы, химия, машиналар һәм станоктар эшләу тармаҡтары менән билдәләнде. М. Ҡотло-ғәлләмов.
ХИМИЯЛАШТЫРЫЛЫУ (химиялаш-тырыл-) ҡ. төш. ҡар. химиялаштырыу. страд, от химиялаштырыу. Химиялашты-рылған тармаҡ. Химиялаштырылып бөтөу.
ХИМИЯЛАШТЫРЫУ (химиялаштыр-) (Р.: химизировать; И.: apply chemistry; T.: kimyasallaşmak) ҡ.
Химия ҡаҙаныштарын халыҡ хужалығы практикаһында ҡулланыу. □ Химизировать. // Химизация. Малсылыҡты химиялаштырыу. ■ [Анохин] КПСС Үҙәк Комитетының илебеҙ халыҡ хужалығын химиялаштырыуға арналған декабрь Пленумында ҡатнашты. Ә. Байрамов.
ХИМИЯСЫ (Р: химик; И.: chemist; Т.: kimyacı) и.
Химия әлкәһендә белгес. □ Химик. Химиясы булыу. Алдынғы химиясы. ■ [Урал — Зөлхизәгә:] Мин бит химиясы, бер генә химик элементтың да эҙһеҙ юғалмауын беләм. Ғ. Хисамов.
ХИН I [ғәр. сЯ^] (Р.: время; И.: time; Т.: vakit) и. иҫк. кит.
Ваҡыт, заман, саҡ. □ Время. ■ Бар төрки халыҡтар ҙа Алтын Урҙа дәуләтен Мәте төҙөгән дәуләттән айырып ҡарамай һәм уны «ә Мәт хәммиәт хин», йәғни «Мәтенең башҡаларҙың зыян килтереуенән һаҡлау дәуере» тип атап йөрөтә. «Ағиҙел», № 2, 2011.
ХИН II [перуан. kind ‘ҡабыҡ’] и. ҡар. хина. ■ Ул [Кәшиф] һәр көн иртән торғас .. сәйҙән һуң ике-өс порошок хин эсә лә .. секрәйеп ҡалған куҙҙәре менән Кәлимәгә ҡарай. А. Таһиров.
ХИНА [перуан. kind ‘ҡабыҡ’] (Р.: хина; И.: cinchona; T.: kına) и. мед.
Аҡ онтаҡ рәүешендәге әсе дарыу (тапма ауырыуына ҡаршы ҡулланыла); хинин. □ Хина, хинин. / Хинный. Хина ҡулланыу. Хина менән дауаланыу. ■ Великорецкий хина эсеп ебәрҙелә мендәренә ауҙы. Ә. Бикчәнтәев. Каланан хина алып ҡайтып, иртә менән
370