Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 371


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ХИРЕСЛӘНЕҮ
иртук эсә башлағас, Билалдың хәле еңеләйҙе. А. Таһиров.
ХИНА АҒАСЫ (Р.: хинное дерево; И.: Cinchona; T.: kına ağacı) и.
Ҡабығында хина булған мәңге йәшел тропик ағас. □ Хинное дерево, цинхона (лат. Cinchona). Хина ағасы ҡабығы. Хина ағасы уҫкән урындар.
ХИНАЛЫ (Р.: хинный; И.: Cinchona; T.: kına) с.
Хинаһы булған. □ Хинный. Хиналы һабын. Хиналы һыу.
ХИНЗИР [ғәр. (Р.: свинья; И.: swine, pig; T.: hınzır) и. иҫк.
1. Ҡыҫҡа аяҡлы, йомро томшоҡло, шырт йөнлө, айыры тояҡлы имеҙеүсе хайуан; сусҡа. □ Свинья. ■ Көн дә әсе кәбеҫтәнән бешә һалдат аштары. Шул кәбеҫтә һурпаһынан сыға хинзир баштары. Бәйеттән.
2. кусм. Әрләгәндә әйтелә. □ Бранное слово; свинья. ■ Баш осомда төрөктөң тал сыбығы сажлап китте: «Сис аяғыңды, хинзир! Һарыҡ аҙбарына килеп индем тип белдеңме әллә?» Ғ. Ғүмәр.
ХИНИН [ингл. Трафиня Чинчон исеменән’] и. ҡар. хина. Хинин етештереу.
ХИРАЖ [ғәр. (Р.: харадж; И.: kharaj; T.: haraç) и. иҫк.
1. Ҡайһы бер ислам дәүләттәрендәге мосолман булмаған кешегә һалына торған һалым. □ Харадж. Ер өсөн туләнгән хираж. Әйберләтә туләнгән хираж.
2. кусм. Уйламағанда төшөм, мал булғанда әйтелә. □ Неожиданная прибыль. Хираждан килгән мал.
ХИРЕС I [ғәр. о-3^] (Р.: страстное желание чего; И.: longing, desire; T.: hırs) и. иҫк.
Нимәгәлер йүнәлтелгән көслө теләк; нәфсе. □ Страстное желание чего; безудержная страсть к чему. Хирес һалыу. ■ Үҫә төшкәс, [Бәҙерғол] кулдең эҫтәренә ук инеп нәрәтә һалыуҙы хирес курҙе, ҡамышлыҡтарға ҡаҙ-өйрәк һунарына йөрөнө. Ғ. Хөсәйенов. Танау буйынан аңлайышһыҙ көй көйләй-көйләй хиресен эшкә биргән егет һалдаттың яҡынлашҡанын абайламай. И. Ноғманов. • Мө
хәббәт менән хирес бер-береһенә бик ҡырыҫ. Әйтем.
ХИРЕС II [ғәр. (Р.: страстный; И.: passionate; T.: hırslı) с.
1. Нимәгәлер көслө теләге булған, ныҡ әүәҫ, дәртле. □ Страстный, рьяный, завзятый, заядлый. Эшкә хирес кеше. ■ [Надежда Матвеевна — Рәмзиәгә:] Ирҙәрҙең кубеһе йә һунарсылыҡ менән мауыға, йә балыҡ тота, ә мин хирес бәшмәксе! М. Садиҡова. Ваҡыт-ваҡыт иң хиресле шымсы сифатына инеп, кешенең куңел ҡылын төрлөсә, яйлап-яйлап ҡына тартып ҡарарға ла ярата ул [Шашкин]. С. Поварисов. Әсәһенең әлдән-әле ҡымтып тороуы арҡаһында, Ирназар хирес тойғоларын, укенеу-юҡһыныуҙарын эскә йоторға кунекте, йомоғораҡ тәбиғәтле булып уҫте. Ә. Хәкимов.
2. Мал-мөлкәткә туймаған; ҡомһоҙ, ҡомар. □ Алчный, жадный. Аҡсаға хирес кеше. Я һай, шомбай, иллә шул сепрәккә хирес кеше булды һуң! - тип уны [Шәкурҙе] Исҡаҡ ҡарт битәрләп тә ташланы. В. Исхаҡов.
ХИРЕСЛЕК (хиреслеге) (Р.: страсть; И.: passion; T.: hırs) и.
1. Көслө теләк; әүәҫлек. □ Страсть, сильное влечение к чему; жажда чего. Ҙур хиреслек менән эшләу. М Өйөрөн туры толпар айырым бер хиреслек менән ҡурсыған. Ғ. Хөсәйенов. [Уйминдың] «хиреслеген» Шашкин бөгөн йәнә бер ҡарышҡа уҫтереп ебәрҙе. С. Поварисов.
2. Ҡомһоҙлоҡ. □ Алчность, жадность. ■ [Әхмәт:] Быуаттар буйы дауам иткән хосуси милекселек, хиреслек уларҙың [ҡарттарҙың] ҡанына һеңгән. С. Агиш.
ХИРЕСЛӘНЕҮ (хиреслән-) (Р.: при-стратиться к чему; И.: become addicted; T.: hırslanmak) ҡ.
1. Ныҡ күңел һалыу; әүәҫләнеү. □ Пристраститься к чему, увлечься чем-л. Донъяға хиресләнеу. Шишмә шылтырауын хиресләнеп тыңлау. ■ Баланы хәленән килгәнсә эшләтеп, өлөшләтә булһа ла хаҡын ҡайтарырға өйрәтеу мәғҡул, сөнки хәрәмгә хиресләнеп китеуе ихтимал. Г. Ситдикова.
371