Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 372


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ХИРЕСҺЕҘ
2. Мал-мөлкәткә туймау, ҡомһоҙланыу. □ Жадничать, быть алчным. Аҡсаға хиресләнеү.
ХИРЕСҺЕҘ (Р.: самоотверженный; И.: selfless; T.: hırssız) с. иҫк.
Үҙ файҙаһын күҙәтмәгән. □ Самоотверженный. Хиресһеҙ кеше. Хиресһеҙ көрәшеүсе.
ХИРОМАНТИЯ [гр. chir ‘ҡул’ + manteia ‘күрәҙәлек итәм’] (Р.: хиромантия; И.: palmistry; T.: el falı) и.
Кеше яҙмышының алдан билдәләп ҡуйы лыу ы тураһында ышаныуға нигеҙләнеп, устағы һыҙаттарға ҡарап, кеше киләсәгенең алдан әйтелеүе һәм характерының билдә-ләнеүе. □ Хиромантия. Хиромантия менән булышыу. ■ [Марина:] Мин, кешеләрҙең ус төбөндәге һыҙыҡтарына ҡарап, уларҙың яҙмыштарын һөйләйем. Был .. хиромантия тип атала. И. Абдуллин.
ХИРУРГ [гр. cheir ‘ҡул’ + ergon ‘хәрәкәт, эш’] (Р.: хирург; И.: surgeon; T.: cerrah) и. мед.
Хирургия буйынса белгес, врач. □ Хирург. Талантлы хирург. М Әлфиәнең .. уҡығаны, ишеткәне бар: хирургтарҙың ҡулдары көслө, зирәк һәм һиҙгер була, ти. И. Абдуллин. Хирург кеше, ниндәй генә тәжрибәле һәм оҫта булмаһын, һәр яңы операция алдынан тулҡынланмайынса, уйланмайынса ҡала алмай торғандыр ул. Ф. Әсәнов. Хирургтың әле генә әйтеп оҙатҡан ҡанатландырғыс һүҙҙәрен тәрән кисереп, [ауырыу] хәлһеҙ генә йылмая. Й. Солтанов.
ХИРУРГИК (Р.: хирургический; И.: chirurgic; T.: cerrahi) с.
Хирургияға бәйле. □ Хирургический. Хирургик ярҙам. М Хирургик операция менән таныш булмаған кеше уның ни рәүешле атҡарылыуын күҙ алдына ла баҫтыра алмай. М. Хужин. Хирургик төйөндәр бәйләү, виртуаль эндоскопия конкурсы, ашҡаҙанға йөй һалыу — был ҡатмарлы конкурстарҙың береһендә лә һынатмай беҙҙекеләр. «Йәшлек», 5 июнь 2010.
ХИРУРГИЯ [гр. cheir ‘ҡул’ + ergon ‘хәрәкәт, эш’] (Р.: хирургия; И.: surgery; Т.: cerrahi) и. мед.
Сирҙе операция менән дауалау ысулы һәм медицинаның шул ысулды өйрәнә торған бүлеге. □ Хирургия. Күҙ хирургияһы. Дөйөм хирургия. Хирургия бүлмәһе. ■ Ярты сәғәттән Арынбаҫаров аҡ халатында хирургия бүлегенең коридоры буйлап атлап килә ине инде. Д. Бүләков. Бөтә ғүмерен хирургияға бағышлаған Хәсән .. ҡай саҡ ҡыл өҫтөндә генә торған кеше ғүмере хаҡында уйлана-көйә өйөнә ҡайта. «Ағиҙел», № 2, 2013. Аҡсәсәк, китапхананан сыҡмай, хирургия хаҡында ҡалын-ҡалын томдар уҡыны, фәнни түңәрәктең бер генә ултырышын да ҡалдырманы. Ш. Янбаев.
ХИС [ғәр. l>^] (Р.: чувство; И.: feeling; T.: his) и.
1. Ысынбарлыҡты күңел менән һиҙеү һәләте; тойғо. □ Чувство, эмоция. Йылы хис. Тәрән хис. Хискә бирелеү. ■ Таң һыҙылып, ҡояш нурҙарын һибеп, күл буйы һандуғас моңона күмелде, егетте иләҫ хистәр менән биләне. С. Бәҙретдинов. Тыңлаусылар тағы бер нисә минут ләззәтле хистәр ҡосағында ҡалдылар. Ә. Вәли.
2. Күңелдән килгән мөнәсәбәт нигеҙендә тыуған кисереш. □ Чувство. Шатлыҡ хисе. ■ Ташҡан хистәрен ҡайҙа ҡуйырға белмәгәндәй, берсә күккә уҡталып, берсә ергә атылып төшөп, һайрай-һайрай, юл буйлап һабан турғайы оҙата килә. Яр. Вәлиев. Ҡыҙҙың күңеле ниндәйҙер билдәһеҙ хистәр менән тулыша барҙы. X. Ғиләжев.
ХИСАП (хисабы) [ғәр. иД^] (Р.: исчисление; И.: calculus; T.: hesap) и.
1. Нимәнеңдер берәмләп билдәләнгән һаны; иҫәп. □ Исчисление, подсчёт; счёт. Йыл хисабы. Һатылған тауар хисабы. Нәмәнең хисабын белеү.
2. иҫк. Арифметика. □ Арифметика. Хисап дәресе. М Хәҙер Иштуған .. кисен өлкәндәрҙе уҡырға, яҙырға, хисапҡа өйрәтә, йыйылыштар, кисәләр ҙә шунда үтә. 3. Биишева. Мөхәррәм хәлфә үҙе лә балаларға һуҡранды һәм ғәрәп теле менән бер ҙә эш сыҡмағас, хисаптан һорамаҡсы булды. Ж. Кейекбаев. Имай, таҡтаға аҡбур менән цифрҙар яҙып, Хаяттың хисап белемен тикшерҙе, һ. Дәүләтшина.
372