Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 373


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ХИСАПҠА АЛЫУ
3. Ниндәйҙер шарттағы билдәле һандар ярҙамында тейешле тәртип буйынса билдәһеҙ һанды табыуға ҡоролған математик һорау; мәсьәлә. □ Задача. Хисап сисеу. ■ Усман бер-ике йылдан иң отҡор шәкерттәрҙең тештәре утмәй торған хисаптарҙы ла еп-еңел сығара башланы. Р. Ғабдрахманов. Сонки «бер» билдәһе — ул дөрөҫ сыҡмаған хисапҡа йә бөтөнләй эшләнмәгәненә ҡуйыла, — тип [Ғәлиә апай] миңә ҡарай. К. Кинйәбулатова.
4. Керем-сығымдарҙы иҫәпләү эше.
□ Счёт, учёт. Хисап эшенә өйрәнеу. Хисап йөрөтөусе. Я [Басиров:] Үҙем, хисап эштә-ренән зам булыуына ҡарамаҫтан, бухгалтерҙарҙың эштәрен дә ҡайһы саҡта өйгә алып ҡайта, төндәр буйынса шуларҙы аҡтарып төҙөп бөтә торғайным. С. Агиш.
5. Ниндәйҙер бер сифат менән билдәләнгән төркөм араһы; рәт, иҫәп. □ Ряд, счёт. Тырыштар хисабында йөрөу. Хисапҡа алыу. Кеше хисабында йөрөу. Я Алтын эшләу һунде, старателдәр артелен яптылар, юҡҡа хисап булғас, ҡабул итеу пунктын да бөтөрҙөләр. Р. Өмөтбаев. Мин әле уҙемде бала хисабында ғына кургәс ни, был ҡарттан йөҙөмдө йәшереп торманым. Һ. Дәүләтшина.
6. кусм. Кемдеңдер йәки нимәнеңдер ҡарамағындағы йәки эсенә ингән өлөш; иҫәп. □ Счёт, число. Шәхси ваҡыт хисабына эшләу. Я Икебеҙ бер кеше, беребеҙ юҡ кеше хисабында инде беҙ [ағайым менән мин]. М. Садиҡова. Ни тиһәң дә, кеше мәңгелеккә хисап тотоп йәшәй шул. Р. Солтангәрәев.
7. Ике аралағы алыш-биреш мөнәсәбәт.
□ Расчёт. Я [Йыһан — Сәруәргә:] Куңелеңә оҡшаһа, ал да ҡуй, .. килешербеҙ әле, һеҙҙең менән минең арала хисап өҙөлөшөп торғаны юҡ. X. Ибраһимов.
8. Эш барышындағы һан-иҫәптәр тураһында рәсми яуап; отчёт. □ Отчёт. Хисаптағы хата. Я Хисаптар шыма утте, тик Солтанов һуҙ алғас ҡына, Мәһәҙиев менән Йыһаншин өсөн көтөлмәгән хәл булды. Б. Бикбай. Был яңы китабы — шағирәнең туған халҡы алдында ижад отчёты, ижад хисабы ла. Ҡ. Аралбай.
ХИСАП БИРЕҮ (хисап бир-) (Р.: отчитываться; И.: report; T.: hesap vermek) ҡ.
1. Эш барышындағы һан-иҫәптәр тураһында рәсми яуаплау. □ Отчитываться. ■ Баҙыян еңгә .. сабыр, һалмаҡ тауыш менән уҙенең делегаткалыҡ эшенән, ҡатын-ҡыҙҙарҙың әлкә съезында кургэн-белгәндәренән хисап бирә ине бөгөн. 3. Биишева. Илдәге хәлдәр тураһында хисап бирергә йә бутән йомош менән килеуселәр өндәшмәй генә хандың сығыуын көтәләр. Б. Рафиҡов.
2. Аңлап баһалау. □ Осознавать, отдавать себе отчёт. Я Бөгөн ул [Котигорошко] беренсе мәртәбә уҙенә уҙе хисап бирҙе, Нинаһы хаҡында ныҡлап уйланы. А. Мағазов.
ХИСАП ДӘФТӘРЕ (Р.: тетрадь для учёта; И.: notebook for accounting; T.: hesap defteri) и.
Иҫәп-хисапты яҙып барыу дәфтәре. □ Тетрадь для учёта. Хисап дәфтәренә яҙыу. Хисап дәфтәрендәге һандар.
ХИСАП ИТЕҮ (хисап ит-) (Р.: считать;
И.: take as; T.: hesaplamak) ҡ.
Нимәнелер үҙеңсә бер төрлө уйлау, иҫәпләү. □ Считать. ■ һине улгәнгә хисап иткәйнек,— тип бер ауыҙҙан ҡысҡырып ебәрҙеләр [Байғужа, Буранбай, Новиков]. Д. Юлтый. Ҡарашыңдан хисап иттем миндә куңелең барҙыр, тип. Халыҡ йырынан.
ХИСАП КӨНӨ (Р.: судный день; И.: judgment day; T.: hesap günü) и.
Теге донъяла һорау алған көн; әхирәт көнө. □ Судный день. Я [Хужа — атына:] Теге донъяла хисап көнөндә минең турала һинән һорау алғанда, дөрөҫөн әйтһәң, шуға ризамын. М. Кәрим.
ХИСАПҠА АЛЫУ (хисапҡа ал ) (Р.: учитывать; И.: be taken into account; T.: hesaba almak) ҡ.
Эш барышындағы хәл-ваҡиға менән иҫәпләшеү. □ Учитывать. Я Бигерәк тә медицина эскадроны командирының утене-сен хисапҡа алып, уны тылға оҙатмай, хәрәкәт итеусе армияның ялан госпиталендә генә ҡалдырҙылар. Р. Өмөтбаев. Зөлхизә өләсәйемдән, хисапҡа алып, фекер һораусы юҡ инде, ә минән һуң ниңә һорамайҙар? Г. Яҡупова.
373