ХИСАПЛАНЫУ
ХИСАПЛАНЫУ (хисаплан-) ҡ. төш. ҡар. хисаплау, страд, от хисаплау. Армия хеҙмәтенә яраҡлы тип хисапланыу. М Үҙенең һөйгәненән айырылыу Зәйнәп өсөн иң ауыр хәлдәрҙән булып хисапланды. М. Ғафури. Элек-электән ауылда хәлле хисапланып килгән Әхмәдиәр, Әбдрафиҡ, Фәйзулла ҡарттарҙың да иген буралары таҡырайҙы. Р. Өмөтбаев. Ауыл ҡатындарына, ғөмүмән, ауыл халҡына рәсемгә төшөү ҙур көфөрсөлөктән хисаплана ине. Ғ. Хәйри.
ХИСАПЛАТЫУ (хисаплат ) ҡ. йөкм. ҡар. хисаплау, понуд. от хисаплау. Йөҙгә тиклем хисаплатыу. Аҡсаны хисаплатып алыу.
ХИСАПЛАУ (хисапла-) (Р.: считать; И.: count; T.: hesaplamak) ҡ.
1. Нимәнеңдер һанын билдәләү, иҫәбен алыу; һанау. □ Считать, подсчитывать. Бөтәһен бергә ҡушып хисаплау. Эштәрҙе хисаплау. Хисаплап, иҫәбен сығарыу. ■ [Вахит] ҡалған ике көндөң һәр бер минутын хисаплап, айырылыу сәғәтен уйлап, өйҙәрендә үткәрҙе. М. Ғафури, һәр кемдәге мал-тыуарҙы, йорт-ҡураны, арба-сананы, һабан-тырманы, хатта ҡош-ҡортто хисаплап, барлап сыҡтылар. М. Кәрим. [Ғаяз:]Көн дә нисә йөк таш ташығанымды хәтеремдән хисаплайым. Н. Мусин.
2. күсм. Кемдер йәки нимәлер тип уйлау; һанау, иҫәпләү. □ Думать, полагать, считать кого-что, кем-чем. Юҡҡа сыҡҡан тип хисаплау. Шәһит киткәнгә хисаплау. ■ [Барсын-бикә — Мәҙинәгә:] Ошо юлымдан ҡайта алмаһам, мине шәһит киткәнгә хисапла. Т. Ғарипова. Сәмиғ өндәшмәне, ҡатынының һүҙҙәренең мәғәнәһенә төшөнөргә тырышты, .. был тәүбәгә килеүен бөгөнгө Санияның ялағайланыуы һәм хәйләһе тип хисапланы. Т. Ғиниәтуллин.
ХИСАПЛАШЫУ (хисаплаш ) (Р.: про изводить взаимные расчёты; И.: produce mutual settlements; T.: hesaplaşmak) ҡ.
1. Үҙ-ара иҫәп-хисап эшен хәл итеү. □ Производить взаимные расчёты, рассчитываться друг с другом. Аҡса менән хисаплашыу. В [Хужабикә] хисаплашыр ҙа ишек
төбөнән генә бороп ебәрер ине, ғәҙәттә. Г. Яҡупова.
2. Иғтибарға лайыҡ күреп, кем йәки нимә менәндер иҫәпләшеү. □ Считаться с кем-чем, принимать во внимание кого-что. Йәштәр менән хисаплашыу. В [Мөҙәрис Йыһангиров:] Катыным бер кем менән дә хисаплашманы, үҙен бөтә коллективтан өҫтөн ҡуйҙы. X. Зарипов. Ғәли менән хисаплашмау арҡаһында, быға ҡәҙәр ҙә яҡшы булмаған ғаилә тормошо тағы ла насарланды. Ғ. Хәйри.
3. күсм. Үс алыу, ҡон ҡайтарыу. □ Рассчитаться, расквитаться, свести счёты с кем. Дошман менән хисаплашыу. ■ Әгәр ҙә әҙерлекте берәйһенә белдерһәң, — тип янаны Шәмси [Ғәлигә], кеҫәһенән бәке сығарып, бына ошоноң менән хисаплашырбыҙ. Ғ. Хәйри. [Салауат:] Көңгөргә еткәнсе был ҡәлғә менән хисаплашаһы бар. М. Ғиләжев.
ХИСАПЛЫ (Р.: считанный; И.: counted; T.: hesaplı) с.
1. Һаны иҫәпләнгән; һанаулы. □ Считанный, сосчитанный, подсчитанный; учтённый. Хисаплы әйбер. Хисаплы ваҡыт. ■ Иҫәпһеҙ бер нәмәлә булмай... Һәр нәмә хисаплы, килеп тикшерә башланылармы, бөтәһен дә закон бизмәненә һала бит улар [нефтселәр], — тип баһаны арттыра төштө Басариев. Р. Солтангәрәев. Үткән генә ғүмер, ай, хисаплы, ҡалған ғына ғүмер ни саҡлы? Халыҡ йырынан.
2. Һаҡлыҡ менән тотонған, һаҡсыл. □ Расчётливый; экономный. Хисаплы хужабикә. • Хисаплының малы теүәл. Әйтем.
ХИСАПСЫ (Р.: счетовод; И.: accountant; T.: hesapçı) и.
Иҫәп-хисап эшен алып барыусы; хисап йөрөтөүсе. □ Счетовод. Өлкән хисапсы. Хисапсылар курсы. В Көнбикәнең ҡулында хисапсынан алынған дәфтәр бар ине. С. Агиш. Ишектән ингәс тә, ул [Мырҙабай] иҫәнлек-һаулыҡ һорашып торманы, .. туп-тура уң яҡ стена буйындағы хисапсы урынына барып ҡунаҡланы. Р. Байымов. Саяф хисапсы менән бер нисә тапҡыр дәғүәләшеп тә ҡараны, ләкин тегенеһе аяҡ терәп үҙенең һүҙендә тороуын белде. Т. Ғарипова.
374