Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 375


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ХИСЛӘНЕҮ
ХИСАПҺЫҘ I (Р.: бесчисленный; И.: countless; T.: hesapsız) с.
1. Һаны билдәһеҙ. □ Бесчисленный, несметный. Хисапһыҙ шатлыҡтар. Хисапһыҙ аҡса. К [Фәһим:] Шулай һөйләмәй ни, һөйләр шул, хисапһыҙ ҡуп белә бит ул [уҡытыу-сы-шағир Хөсәйен Ҡунакбаев] — торғаны энциклопедия! И. Ғиззәтуллин. Йәш ваҡыттан бирле минец куцел кугенән хисапһыҙ хистәр, ялҡынлы дәрттәр, хәсрәттәр һәм иге-сиге булмаған шатлыҡтар осоп утте-ләр. Ш. Шәһәр. Поезд бер нисә көн буйынса шул шәплеге менән алға китте, .. хисапһыҙ куп ауылдарҙы артта ҡалдырҙы. М. Ғафури.
2. Иҫәп менән эш итмәгән, иҫәп-хисап белмәгән. □ Без учёта, счёта. ■ Һаҫыҡ еҫтән танау баҫып ҡотолоп булмай, хисапһыҙҙыц өйөрөндә малы тулмай. С. Ильясов. • Хисапһыҙҙан тоҙ алма, иҫәуәндән ҡыҙ алма. Әйтем.
3. кусм. һанап бөткөһөҙ, бик күп, үтә; иҫәпһеҙ. □ Бесчисленный, несметный. Ш Бәләкәс кенә осло башлы, ләкин хисапһыҙ йыуан муйынлы .. берәу уҙенец .. тип-тигеҙ итеп ҡырған мыйығын һыпыра-һыпыра ҡаршы алды. Ғ. Дәүләтшин. Донъяның тәбиғилегенә, төрлөлөгөнә һәм хисапһыҙ бай куркәмлегенә бер ни ҙә етмәй.« Башҡортостан ҡыҙы», № 6, 2010.
ХИСАПҺЫҘ II (Р.: бесчисленно; И.: countless; T.: hesapsız) р.
Һаны билдәһеҙ булған. □ Бесчисленно, бессчётно, несметно, неисчислимо. ■ һуғыш, әлбиттә, кәрәк нәмә тугел, ул хисапһыҙ куп зарар килтерә торған һәләкәт. М. Ғафури. Серәкәйҙәрҙең һәм ҙур кугәуендәрҙец хисапһыҙ куп булыуы саптар ҡашҡаға тик торорға ирек бирмәй. Ғ. Хәйри. [Һуғышта] һәр ике яҡтан хисапһыҙ куп кеше ҡырылды, ти. Әкиәттән.
ХИС ИТЕҮ (хис ит-) (Р.: чувствовать; И.: feel; T.: hissetmek) ҡ.
Һиҙеү, тойоу. □ Чувствовать. Тыныс хис итеу. В Һабантуйҙағы кургәҙмәлә йөрөгәндә, уҙемде бына ошо иҫ киткес гузәл китапты уҡып ултырам, уның төрлө буяулы матур картиналарын ҡарайым кеуек хис иттем. Ә. Вәли. Мин уҙемде бында балалыҡҡа кире ҡайтҡан кеуек хис иттем. X. Ҡунаҡбай.
ХИСЛЕ (Р.: чувствительный; И.: sensitive; T.: hisli) с.
Хискә бирелеүсән, хискә бай. □ Чувствительный, восприимчивый, впечатлительный. Хисле кеше. Айырыуса хисле булыу. М Нескә хисле кәләше теләгәнсә, «Йәшәу йәме» тип атарға булдылар [китаптың] уныһын. Г. Ғиззәтуллина. Фәтих ауылдаштарына ҡарап һоҡланды, уларҙың рухи уҫеуҙәренә, утә лә хисле булыуҙарына ҡыуанды. А. Мағазов. Әммә уның [Фати-маның] йылы, мөләйем, хисле ҡарашында туҙемһеҙлек сатҡыларының да һирпелеуен аңланы ағаһы. С. Поварисов.
ХИСЛЕЛЕК (хислелеге) (Р.: впечатлительность; И.: sensitivity; T.: duygululuk) и.
Нескә хистәргә бирелеү сифаты. □ Впечатлительность. К Моңдар, моңдар, тормош һуҡмағымда куп кисерҙем һеҙҙе йөрәктән, һеҙ булдығыҙ мине кешелеккә, хислелеккә, йырға өйрәткән. Й. Солтанов.
ХИСЛӘНДЕРЕҮ (хисләндер-) (Р.: делать чувствительным; И.: make sensitive; T.: hissettirmek) ҡ.
Хис менән әҫәрләндереү. □ Делать чувствительным, восприимчивым, впечатлительным. Н Ринат, яҙғы йомшаҡ һауаның куңелгә нисектер яғылып, уҙен иркәләп, хисләндереп ҡу йыу ына ҡыуанған төҫлө, .. ашыҡмай ғына атлай. Р. Байбулатов. Ләй-ләнең бөтә йөрәге менән бирелеп уйнауы хисләндерҙе лә, был йәш ҡыҙға ихтирам менә-нерәк ҡарарға ла мәжбур итте. С. Поварисов. Шундай ҙа моңло, аһәңле сыға ул ҡурайҙың тауышы, тотош йәнеңде-тәнеңде бер итеп айҡай, хисләндерә. Г. Яҡупова.
ХИСЛӘНЕҮ (хислән-) (Р.: предаваться чувствам; И.: indulge in feeling; T.: hislenmek) ҡ.
Хис менән әҫәрләнеү, хискә бирелеү. □ Предаваться чувствам. Хисләнеп һөйләу. Йыр-моңдан хисләнеу. * Нәфисәнең хатын ҡат-ҡат уҡып, Әхмәтзәки байтаҡ хисләнеп ултырҙы. Р. Байымов. Арыҫланы арҡаһында хисләнеп, иҫәрләнеп, әлегеләй иләҫләнеп киткән мәлдәрендә уны [Фәйрузәне]моң ҡотҡара. Д. Бүләков. Йырҙан дәрт алып, саманан
375