хисси
тыш хисләнеп киткән Әхмәтйән урынында ултырып сыҙаманы. И. Ноғманов.
ХИССИ [ғәр. (Р.: чувственный; И.: sensual; T.: hissî) с. иҫк. кит.
Хискә (1) бәйле. □ Чувственный; телесный. Хисси теләк. ■ Шуға курә лә һәр кем уҙенең хисси типкене арҡаһында, йәнһеҙ тәбиғәт ҡаршыһында уға көндәш итеп, йәнле тәбиғәтте тыуҙыра. Ғ. Хәйри. Шиғри ижад — ул хисси образдарҙы һуҙ ҡалыбына һуғыу, һуҙҙә уларҙы матурлап бирә белеуҙән тора. И. Насыри.
ХИССИӘТ [ғәр. (Р.: чувствительность; И.: sensitivity; T.: hissiyat) и.
Күп төрлө хистәр. □ Чувствительность, сентиментальность. Хиссиәткә бирелеу. Хиссиәт уятыу. ■ Улар [мөхәббәттең бөйөк илаһилығына ирешкән парҙар] мөхәббәт хиссиәтенән йәм таба, тормош ағышынан йәм таба. С. Поварисов.
ХИССӘН (Р.: чувствительный; И.: sensitive; T.: hassas) с.
Хискә бай, хискә тиҙ бирелеүсән. □ Чувствительный, сентиментальный. Хиссән егет. Үтә хиссән холоҡ. М Асылымдағы хиссән һуҙем тасуир урә: Ирәндек... беҙ, башҡорттар, ҡайҙа йәшәһәк тә, бейеклеккә тауҙан өйрәндек! Г. Яҡупова. Муса Хөрмәтов .. ғәжәп хиссән, асыҡ кеше булып сыҡты ул. Ғ. Лоҡманов.
ХИСҺЕҘ (Р.: бесчувственный; И.: insensitive; T.: hissiz) с.
Хисе булмаған, бер нәмәгә лә иҫе китмәй торған, моңһоҙ. □ Бесчувственный, равнодушный, безучастный. Хисһеҙ кеше. Хисһеҙ булыу. М Ғәлимә апай бер аҙға тиклем бер нәмә лә белмәгән хисһеҙ кеше кеуек торҙо ла һуңыраҡ .. беҙгә куҙҙәрен тултырып ҡараны. М. Ғафури. [Зубов — лейтенант Байназа-ровҡа:] Бутәндәр, һинеңсә, бөтәһе лә ҡанһыҙ, аяуһыҙ, хисһеҙ башкиҫәр булып сыға. М. Кәрим.
ХИСҺЕҘЛЕК (хисһеҙлеге) (Р.: бесчувственность; И.: insensitiveness; T.: hissizlik) и.
Хис булмау, бер нәмәгә лә иҫ китмәү, моңһоҙлоҡ, ғәмһеҙлек. □ Бесчувственность, равнодушие, безучастие. Хисһеҙлек курһә-теу.
ХИТ [ингл. hit} (Р: хит; И.: hit; Т.: hit) и.
1. Киң таралған, бик популяр булған йыр.
□ Хит. / Хитовый. Йәйге хиттар. ■ Репертуарын ҙур иғтибар менән, ентекләп һайлай белде Вәсилә, һәм шуға ла уның һәр йыры хитҡа әйләнде, һәр сығышы сағыу тамашаға тиң ине. «Йәшлек», 30 ғинуар 2016.
2. Бик уңышлы булған, ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған, популяр ваҡиға, предмет йәки күренеш. □ Хит. / Хитовый. Һуңғы сезондың хиты.
ХИТАП (хитабы) [ғәр. (Р.: обращение; И.: address; speech; T.: hitap) и. иҫк.
Халыҡҡа йүнәлтелгән һүҙ, телмәр, мөрәжәғәт. □ Обращение. Хитап менән мөрәжәғәт итеу. М Ҡараһакалдың хитабынан унарлап-унарлап теҙелгән яугирҙар йомшаҡ елгә лә тыңлаусан ҡамыштай һелкенеп-шаулап ҡуйҙы. Б. Рафиҡов.
ХИТАП ИТЕҮ (хитап ит ) (Р.: обращаться к кому', И.: contact someone; T.: hitap etmek) ҡ.
Өндәшеү, мөрәжәғәт итеү. □ Обращаться к кому. ■ [Зәйнәп — егеткә:] Мин һиңә иң һуңғы мәктубемде яҙамын. Бына һеҙгә беренсе тапҡыр булараҡ һөйөклө тип хитап итәм. М. Ғафури.
ХИТАПНАМА [ғәр. + фарс.
(Р.: письменное обращение; И.: written request; T.: hitapname) и. иҫк.
Халыҡ өсөн яҙылған өндәмә; мөрәжәғәт.
□ Письменное обращение. Хитапнама баҫып таратыу. ■ [Хәлфә] бөтөнләй таныш булмаған хитапнаманы тартып алды ла әле бер яҡ тышын, әле икенсеһен әйләндереп ҡараны. Ғ. Ибраһимов. Шағир Бәкерҙән, большевиктарға ҡаршы һуғышыр өсөн ғәскәр саҡырып, башҡорт халҡына хитапнама яҙҙырҙы. А. Таһиров.
ХИТИН [фр. chitine} (Р.: хитин; И.: chitin; T.: kitin) и. биол.
Бөжәктәрҙең тышҡы ҡатламында, ҡыҫала һымаҡтар һәм быуынтыҡ аяҡлылар һөлдәһендә, шулай уҡ бәшмәк бактериялар тиресәһендә була торған ҡатмарлы углеводтар төркөмөнә ҡараған органик матдә.
□ Хитин. / Хитиновый. Хитин ҡатламы. М Тарамышлы ҡаты рамға йоҡа һәм шыма хитин пәрҙәһе тартылған. Я. Хамматов.
376