Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 377


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

хи-хи-хи
ХИТЛАНДЫРЫУ (хитландыр-) ҡ.
1. йөкм. ҡар. хитлау, понуд. от хитлау.
■ Уның [Байназарҙың] башына: «Был Фәхри төндә берәй нәмә хитландырмаймы икән?» — тигән уй килде. Б. Бикбай. Беҙҙең Сәрмәсән дә яҙ шулай бер ҡотороп ала, — тине Рифғәт [Гөлгөнәгә]. — Халыҡты яҙ буйы хитландыра. Ш. Янбаев.
2. һөйл. Төрлөсә итеп эшләү, ҡыландырыу. □ Мудрить, сделать каким-л. образом.
■ [Барый:] Беҙ торған ерҙе дача, тиҙәр. [Унда] ике ҡатлы, семәрле тәҙрәләр менән хитландырып бөткән бер ҙур йорт бар. Б. Бикбай.
ХИТЛАНЫУ (хитлан-) (Р.: мучиться; И.: suffer; T.: ıstırap çekmek) ҡ.
Ыҙа сигеү; интегеү, яфаланыу. □ Мучиться. // Мучение. Хитланып йәшәү. ■ Бик оҙаҡ хитланғандан һуң йомран түҙмәне, был юлы инде кешеләргә яҡын килеүҙән дә тартынмай, ояһына йүгереп инеп тә китте. Ә. Үтәбай. Егеттәргә: «Кемдең ҡайһы конкурсҡа барырын алдан һөйләшһәгеҙ ни була, жюри һәр саҡ кемегеҙҙе еңеүсе итергә белмәй хитлана», — тип шаяртып торҙом. М. Бураҡаева. Ринат төшкө ашты аҙ-маҙ ҡапҡылап алды ла өй эсендә үҙенә урын таба алмаған һымаҡ хитланды. Р. Байбулатов.
ХИТЛАУ (хитла-) (Р.: подвергать мучению; И.: subject to torment; T.: ıstırap etmek) ҡ.
1. Ыҙа сиктереү; интектереү, яфалау. □ Подвергать мучению, мучить кого. Һөйләшмәй хитлау. М [Камса] иҫһеҙ бала хәлендә: тауға сыҡһа, күбәләк баҫтыра, бөжәктәр менән уйнай, уларға усы менән кәртәләп биләмә яһай ҙа шул тотҡондан сығармай, оҙаҡ хитлай. Р. Камал. Ағастар йыуан, сей ине, машинаға тейәгәндә, улар байтаҡ ҡына хитланы. Р. Низамов.
2. һөйл. Ваҡ-төйәк эш менән булышыу; мәшәҡәтләнеү. □ Выделывать, вытворять что; возиться. ■ Иң элек кәртә башынан бер күбәләй бесән төшөрөп, ишек алдына өйҙөләр. Булатҡа балалар уйыны һымаҡ тойолдо был ҡыланыш һәм ул: «Нимә хитлайбыҙ?» — тип бышылданы. Б. Бикбай.
ХИТЛАШЫУ (хитлаш-) (Р.: усердствовать; И.: bezealous; T.: gayret göstermek) ҡ.
Ыҙаланып тырышыу; мәшәҡәтләнеү. □ Усердствовать, прикладывать усердие. Хитлаша торғас, эшен эш итте. Ш [Сәмиәр:] Һин, Хәбибйән, хитлашма, барыбер минең ҡойроҡҡа баҫа алмаясаҡһың. Ф. Аҡбулатова. Макарка дуҫым, хитлаша торғас, мине русса хәреф танырға өйрәтте. Б. Бикбай. [Коммуналарҙың] байтағы тәүҙән үк мандымай, бер-ике йыл хитлаша ла бөлә. Ә. Хәкимов.
ХИТЛЫ (Р.: хлопотный; И.: troublesome; T.: gaileli) с.
Ҡыйын, ауыр, мәшәҡәтле. □ Хлопотный, обременительный. Хитлы эш. Хитлы булыу. Н Бәлки, уларға [Морат менән Райханға] ҡауышырға ла тура килмәҫ, яҙмыш бит ул бик хитлы нәмә. Б. Бикбай.
ХИТЛЫҠ (хитлығы) (Р.: мучение; И.: torment; T.: ıstırap) и.
1. Баштан кисергән ыҙа, яфа. □ Мучение, мука. Хитлыҡ менән эште тамамлау. Тормошта күргән хитлыҡ. ■ Йәштән аҡыл булмаған, шуның хитлығын күреү — бына ҡартлыҡ көнөндә, — тип осланы һүҙен [Таһир]. Р. Ғабдрахманов.
2. һөйл. Хәйлә, мутлыҡ. □ Хитрость, уловка. Хитлыҡ ҡылыу. Хитлыҡ менән алдырыу. ■ Карт бүре, атаһы, бирешергә теләмәй, улының хитлығы тураһында земский башлығына һөйләй, .. Шәүәлиҙе, һалдатҡа барыуҙан баш тартыуҙа ғәйепләп, һөргөнгә ебәрәләр. Б. Бикбай.
ХИФЗЕ-СИХӘТ [ғәр. <^11 1^] (Р.: гигиена; И.: hygiene; T.: hıfzıssıhha) и. иҫк. кит.
Тышҡы шарттарҙың кеше һаулығына яһаған тәьҫирен һәм һаулыҡ һаҡлау сараларын өйрәнә торған фән. □ Гигиена.
ХИ-ХИ-ХИ (Р.: хи-хи; И.: һее-һее; T.: hih-hih) оҡш.
Нәҙек тауыш менән ипләп кенә көлгәнде белдергәндә әйтелә. □ Хи-хи (подражание тихому смеху). ■ Хи-хи-хи! — тип көлдө Хәлкәс ҡарт. С. Агиш. Гәрәй быйма ҡунысынан бер төргәк аҡса сығарып, хәйләкәр йылмайҙы: «Суртандың үҙе үлһә лә — теше үлмәй, хи-хи-хи». Б. Бикбай. Хи-хи-хи, — тип Иҙрисов эсен тотоп көлөргә кереште. А. Мағазов.
377