ХИХЫЛДАУ
ХИХЫЛДАУ (хихылда-) (Р.: хихикать; И.: chuckle; T.: hih hih gülmek) ҡ.
Әкрен генә көлөү. □ Хихикать. // Хихиканье. Хихылдап ҡуйыу. Н Ҡартлыҡтан зиһене буталған Зөләйханың атаһы аңлайышһыҙ ауаздар менән төшөндә кемделер тиргәй йә хихылдап көлөп ала. Р. Вәлиев. Ҡыҙрас бажа, оҙон, осло танауынан тирҙә-рен тамыҙып, хихылдап көлдө. X. Зарипов. Ҡайһы саҡта хихылдау йәки ҡысҡырып көлөу урынһыҙ булһа ла, ысын куңелдән йылмайыу һәр ваҡыт кәрәкле. «Киске Өфө», № 25, 2009.
ХИШЫМ (Р.: бестолковый; И.: stupid; Т.: aptal) с. диал.
Шаярып, ҡыланып йөрөгән кеше; биғәләш. □ Бестолковый, глупый. Хишым ҡыҙыҡай. Хишым булыу.
ХЛОР [гр. chloros ‘аҡһыл йәшел’] (Р.: хлор; И.: chlorine; T.: klor) и. хим.
Химик элемент, һарғылт йәшел төҫтәге ҡырҡыу еҫле газ (техникала, санитарияла ҡулланыла). □ Хлор. Һыуҙағы хлор. ■ Кешеләр ҡалаға килеп дурт-биш көн йөрөнөмө, .. хлор еҫе аңҡып торған һыуынан ялҡып, .. тиҙерәк ауылға һыпыртыу яғын ҡарайҙар. Н. Мусин. Йыл башында хлор менән эшкәртелгән ҡош итен индереуҙе тыйған санитар ҡағиҙәләр көсөнә ингәйне. «Киске Өфө», №35, 2010.
ХЛОРЕЛЛА [гр. chloros ‘аҡһыл йәшел’ + лат. ella ‘кесерәйтеү суффиксы’] (Р.: хлорелла; И.: Chlorella; T.: chlorella) и. бот.
Составында аҡһым һәм һәр төрлө май матдәләре булған бер күҙәнәкле йәшел ылымыҡ. □ Хлорелла (лат. Chlorella pyrenoidosa). Быуаларҙағы хлореллалар. Һауыт-Һабалар -ҙағы хлореллалар.
ХЛОРИД [гр. chloros ‘аҡһыл йәшел’] (Р.: хлорид; И.: chlorides; T.: kloridler) и. хим.
Хлорҙың башҡа элементтар менән химик берләшмәһе. □ Хлорид. Тәбиғи хлорид. Натрий хлориды (аш тоҙо). ■ Бында [тәмәке төтөнөндә] бензол, кадмий, мышаяҡ, никель, хром, 2-нафтиламин, винил хлориды, аминобифенил, бериллий тупланған. «Йәшлек», № 62, 2010.
ХЛОРИТ [гр. chloros ‘аҡһыл йәшел’] (Р.: хлорит; И.: chlorite; T.: klorit) и. мин.
Күп кенә тау тоҡомдары составына ингән йәшкелт төҫтәге минералдар төркөмө. □ Хлорит. Тау хлориты. Хлориттар төркөмө.
ХЛОРЛАНЫУ (хлорлан-) ҡ. төш. ҡар. хлорлау, страд, от хлорлау. Хлорланған һыу. Хлорланған әйбер.
ХЛОР Л АТЫУ (хлорлат-) ҡ. йөкм. ҡар. хлорлау, понуд. от хлорлау. Һыуҙы хлор-латыу. Хлорлатып ҡуйыу.
ХЛОРЛАУ (хлорла-) (Р.: хлорировать; И.: chlorinate; T.: klorlamak) ҡ.
Һыуға хлор һалып, дезинфекция яһау. □ Хлорировать. // Хлорирование, һыуҙы хлорлау. М Хлорлау ҡоролмаһына ауылды урап уҙыусы юл илтһә лә, уны таҙартып торорға көстәрен йәлләп, ҡурҡыныс йөк тейәгән машиналар ауыл урамдары аша уҙа. «Киске Өфө», № 24, 2011.
ХЛОРЛЫ (Р.: хлорный; И.: chlorine; Т.: klorlu) с. хим.
Составында хлоры булған, хлор ҡушылған, хлор ҡатнаш. □ Хлорный, хлористый. Хлорлы натрий. Хлорлы цинк.
ХЛОРОЗ [гр. chloros ‘аҡһыл йәшел’] (Р.: хлороз; И.: chlorosis; T.: kloroz) и.
1. мед. Кеше организмында аҙ ҡанлылыҡ формаһы. □ Хлороз. Балалар хлорозы. Хлороз төрө.
2. бот. Үҫемлектәрҙең йәшеллеген юя торған ауырыу. □ Хлороз. Хлорозды дауалау. Ҡарағат хлорозы.
ХЛОРОПЛАСТ [гр. chloros ‘аҡһыл йәшел’ + plastos ‘әүәләп яһалған’] (Р.: хлоропласт; И.: chloroplasts; T.: kloroplast) и. бот.
Үҫемлек күҙәнәге протоплазмаһындағы фотосинтез өсөн кәрәкле хлорофиллы бөртөксә. □ Хлоропласт. Хлоропластың төҙөлөшө. Хлоропластың фотосинтезда ҡатнашыуы.
ХЛОРОФИЛЛ [гр. chloros ‘аҡһыл йәшел’+ phyllon ‘япраҡ’] (Р.: хлорофилл; И.: chlorophyll; T.: klorofil) и. бот.
Үҫемлектәрҙә яҡтылыҡ тәьҫирендә органик матдәләр барлыҡҡа килтереүҙә булышлыҡ иткән йәшел пигмент. □ Хлорофилл. Хлорофилл бөртөксәләре. ■ Бактерияларҙың хлорофилдары юҡ, — тип һөйләп алып китте Исмәғил. Яр. Вәлиев.
378