ХОҘАЙ
ХЛОРОФОРМ [фр. < гр. chloros ‘аҡһыл йәшел’ + formica ‘ҡырмыҫҡа’] (Р.: хлороформ; И.: chloroform; T.: kloroform) и. мед.
Сәнәғәттә — иреткес һәм фреон алыуҙа сеймал булып ҡулланылған ҡырҡыу еҫле шыйыҡса (махсус рәуештә таҙартылғаны наркоз өсөн ҡулланыла). □ Хлороформ. ■ Таҙа прополис таралып тормай, .. спиртта өлөшләтә, ә эфирҙа һәм хлороформда еңел ирей. С. Бәҙретдинов. Автоматлаштырылған станция хлороформ һәм фенолдың рөхсәт ителгән сиктән 1,2-1,5-кә артыуын контролгә алған. «Ашҡаҙар», № 8, 2012.
ХЛОРОФОС [лат. chlorophosum ‘химик аҡ онтаҡ’] (Р.: хлорофос; И.: hlorofos; Т.: klorofos) и. хим.
Ҡоротҡос бөжәктәргә ҡаршы ҡулланылған ағыулы матдә. □ Хлорофос. М Май айында емеш ағастарында бәрәләр асыла башлағас та 30 грамм карбофос, 20 грамм хлорофос, 40 грамм баҡыр хлорокисын 10 литр һыуҙа иҙеп, һибергә була. «Киске Өфө», №19, 2011.
ХОББИ [ингл. hobby} (Р.: хобби; И.: hobby; T.: hobi) и. ҡар. шөғөл 1.
Яратып башҡарған, мәшғүл булған эш, хеҙмәт. □ Хобби. Умартасылыҡ хоббийы. Үҙеңә хөбби табыу. ■ Спекулянт, етмәһә: «Алыш-биреш итеу — минең хобби», — тип маҡтана. Р. Байбулатов. Әҙип өсөн әҙәбиәткә хөбби итеп ҡарау бер ҡурҡыныс булһа, тәнҡитсе өсөн был икеләтә-өсләтә... Ф. Күзбәков. Үҫмер саҡта яратҡан шөғөлөм, хөбби тип әйтәйемме, юбилей тәңкәләрен йыйыу булды. «Йәшлек», № 21, 2010.
ХОҘА [фарс. I^k] и. ҡар. Хоҙай, (баш хәреф менән) ■ Ҡуйсәле, — тигән ул [ҡарт], — малды һанаһаң, бәрәкәте ҡаса ла ул, Хоҙа уҙе урсетһен дә урсетһен. Б. Бикбай. Ул [Дәрдмәнд] уҙенең «дәуләтенә» ҡарап, Хоҙаһына шокөр итә. М. Ғафури. Курә-һең, Хоҙаһы уның [Мирхәйҙәр бабайҙың] зарын ишетмәне, уҙған көндәрҙе лә, малдарҙы ла кире ҡайтарманы. И. Ғиззәтуллин.
ХОҘАЙ [фарс. Iââ>] (Р.: Бог, Господь; И.: the Lord; T.: Huda) и. (баш хәреф менән)
Бөтә донъяны яралтҡан, уға идара иткән юғары зат; Алла, Тәңре. □ Бог, Господь, Всевышний. / Божий. Хоҙайҙың әмере. Хо
ҙайҙан һорау. Хоҙайҙан өмөт итеу. ■ [Камалов — балаларына:] Хоҙай ауырлыҡты кешеләрҙе һынар, сыныҡтырыр өсөн ебәрә. И. Абдуллин. Үҙеңде бик булдыҡһыҙ, тип уйлама, әҙәм балаһы, Хоҙай биргән хазиналарыңдың ҡәҙерен бел. Р. Бикбай. [Әхмәтзәки — залдағыларға:] Хоҙай сәләмәтлек бирһен, башлаған изге эштәрен атҡарып сығырға насип итһен! Р. Байымов.
♦ Хоҙай белһен мәғлүм түгеллекте белдерә. □ соотв. Бог знает. ■ Кем әмере менән башланғандыр инде, .. Хоҙай белһен, әммә бина эсендә урыны-урыны менән ремонт эштәре бара. Р. Байымов. Улар [Бағанай менән Кәтук] ни тураһында гәпләшәләрҙер, уныһын Хоҙай белһен, иллә-мәгәр уҙҙәренең ситтән ҡарап торғанда мәрәкә куренеуҙәрен аңлап етмәйҙәр, ахырыһы. Ә. Бикчәнтәев. Хоҙай бирһә (йәки бойорһа, теләһә) берәй эшкә ниәтләнгәндә йәки өмөт белдергәндә әйтелә. □ соотв. Бог даст. Хоҙай бирһә, мин еңермен! Хоҙайға (йәки Хоҙайҙың биргәненә) шөкөр тормоштан риза булғанды белдереү өсөн әйтелә. □ соотв. Слава Богу, благодарение Богу. ■ Өләсәйем әйтмешләй, Хоҙайға шокөр, уның сәстәренең бер генә бөртөгөнә лә зарар килмәне. 3. Биишева. [Фәруәз бабай:] Хоҙайға шөкөр, бына ҡайттым, инде тыныс куңел менән тыуған төйәгемдә улеп, ғәзиз тупрағымда ятырмын. Т. Даянова. Хоҙайҙың <ҡаты> ҡәһәре яман теләк, ләғнәт, ҡарғыш һүҙе. □ Божья кара, проклятие. ■ Хоҙайҙың ҡәһәре төшмәгере, бысраҡ кәуҙәң тамуҡҡа ҡолаһа ла, йәнең йәннәттә булғыры! Р. Вәлиев. Хоҙайҙың рәхмәте <киң> яҡшы эшкә ҡыуанғанда йәки өмөт тотҡанда әйтелә. □ соотв. Бог милостив. ■ Хоҙайҙың рәхмәте, әллә кукте болот ҡапланымы, шунда уҡ ҡояш нуры ла юҡҡа сыҡты. М. Ғиләжев. Хоҙай (йәки Алла) күрһәтмәһен бер насар хәлдең булыуын теләмәгәндә әйтелә. □ соотв. Не дай Бог!, не приведи Бог!, не приведи Господи! Бала ҡайғыһын Хоҙай курһәтмәһен. М [Зәки Хатипов:] Хоҙай курһәтмәһен беҙ кургәнде, ныҡ ыҙаландыҡ... «Йәшлек», 14 май 2013. Хоҙай үҙе <генә> белә мәғлүм түгеллекте белдерә. □ соотв. Одному Богу известно. Нисек килеп сығасағын Хоҙай уҙе белә.
379